Категория буйынса фекерләшеү:Учалы районы ауылдары

Ауылдаҙың һан иҫәбе һәм исемдәрҙең дөрөҫлөгөн тикшереү

үҙгәртергә

Тикшереп сыҡтым. --Рөстәм Нурыев (фекер алышыу) 10:03, 25 Июнь (Һөтай) 2012 (UTC)

  • Һан иҫәбе тура килмәй. 2007 йылғы исемлек буйынса 87 ауыл, төркөм исемлеге буйынса 86-1/ 85 ауыл.
  • Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылы юҡ, әммә Ҡаҙаҡҡол ауылы менән бергә буталған.
  • Миндәк ауылын тапманым.
    • Исемдәре аңлашылып бөтмәй, асыҡлыҡ индерергә кәрәк. Моғайын рәсми исемлектә лә хата барҙыр.
  • Абдулҡасим - 2007 йылғы рәсми исемлектә Әбделҡасим, ә мәҡәлә эсендә Әбделғәсим тигәне лә бар.
  • Ҡайыпҡол - 2007 йылғы рәсми исемлектә Ҡәйепҡол
  • Яңы Оҙонгүл - 2007 йылғы рәсми исемлектә Озерный
  • Шартым - 2007 йылғы рәсми исемлектә Шартым станцияһы

Правительство Российской Федерации. Постановление от 10 сентября 2007 г. N 572

  • Алтынташ - 2007 йылғы рәсми исемлектә Алтынташ станцияһы

Правительство Российской Федерации. Постановление от 10 сентября 2007 г. N 572

    • Сәләм,
    • Ҡарт Муйнаҡ менән Балбуҡ исемдәре дөрөҫ, был ике ауылды мин бик яҡшы беләм. "Иҫке Муйнаҡ" м-н "Иҫке Балбыҡ" тигәндәре урыҫсанан кире тәржемә кеүек күренә; рәсми исемлектә был ике осраҡта асыҡтан-асыҡ хата.
Балбуҡтың исеме нигә Урыҫса "Старо"-һы бар һүң? --Рөстәм Нурыев (фекер алышыу) 14:18, 26 Июнь (Һөтай) 2012 (UTC)
Белеүемсә, совет осоронда Яңы Балбуҡ ауылы булған - Балбуҡтан 3-4 хужалыҡ айырылып ситкә күскән. Был 1960-сы йылдарҙа булған хәл. Шул осорҙа Балбуҡты рәсми кимәлдә "Старобалбуково" тип йәрәткәндәр. Һуңынан Яңы Балбуҡ юҡҡа сыҡҡан, халҡы кире Балбуҡҡа күскән. "Старобалбуково" тигәне шул осорҙан ҡалған булһа кәрәк. Borovi4ok (фекер алышыу) 13:33, 2 Июль (Майай) 2012 (UTC)
Шул турала Балбуҡ ауылы мәҡәлеһендә аңлатып китергә кәрәктер. Һин район гәзите редакцияһы аша, йәки район хәкимиәте аша төплө итеп белешеп эшләй алмаҫһыңмы? Былай ҡалдырырға ярамай. Аҙаҡ онотола ул. Тағын яңынан баш вата башларға тура килә.--Рөстәм Нурыев (фекер алышыу) 14:37, 2 Июль (Майай) 2012 (UTC)
    • Алтынташ менән Шартым, юл күрһәткестәрендә күргәнемсә, рәсми рәүештә тап ошолай йөрөтөлә. "станцияһы" тигән элекке ҡушамат хәҙергә ташланған.
    • Башҡа ауылдар минең йәнтөйәгемдән алыҫыраҡ, уларҙың башҡорт исемдәрен хәҙер үк әйтә алмайым. Ауылға ҡайтҡанымда һораштыра алам.Borovi4ok (фекер алышыу) 14:09, 26 Июнь (Һөтай) 2012 (UTC)
    • Учалыла башҡортса сыҡҡан рәсми "Яйыҡ" гәзите (http://yaikrb.ru/) Оҙонгүл, Ҡәйепҡол, Ҡыйҙыш тип яҙа. Абдулҡасим/Әбделҡасим ауылын телгә алмайҙар - гәзиттең асыҡ ятҡан архивы әлегә самалы :( Borovi4ok (фекер алышыу) 13:33, 2 Июль (Майай) 2012 (UTC)
Былары буйынса ла аңлатма бирергә кәрәктер. --Рөстәм Нурыев (фекер алышыу) 14:37, 2 Июль (Майай) 2012 (UTC)
«Учалы районы ауылдары» битенә кире ҡайтырға.