Категория:Йөҙөмсөлөк
Йөҙөмсөлөк агросәнәғәт тармағы булып тора һәм уның эшмәкәрлеге был емеште яңы бешкән килеш тә, киптереп тә, эшкәртеп ҡулланыу өсөн дә етештереүгә йүнәлтелгән.Йөҙөмдө эшкәртелмәгән килеш тә сауҙаға оҙатыу менән бер рәттән, кондитерлыҡта, консервалар, шарап етештереү сәнәғәтендә лә сеймал булараҡ ҡулланалар.
Икенсе яҡтан, йөҙөмсөлөк үҫемлекселектең дә бер тармағы; фән булараҡ йөҙөмдөң юғары уңыш биреүсәнлеген күтәреү ысулдарын өйрәнә һәм ҡулланышҡа индерә.
Йөҙөм етештереүҙең 4 йүнәлеше бар:
Эшкәртмәй ҡулланыуға етештереү - урындарҙа ҡулланыу, ситтәге ҡулланыусыларға ебәреү һәм һаҡлау.
Киптереп һатылған йөҙөмгә сеймал етештереү - орлоҡһоҙ, шәрбәт сорттар етештереү (кишмиш)
Шарап сәнәғәтенә сеймал етештереү - төрлө шараптар, шампанэсемлеге һәм коньяктар етештереүсе заводтарҙы сеймал менән тәьмин итеү.
Консервалар өсөн сеймал етештереү - һуттар, компоттар, ҡайнатмалар, маринадтар һәм башҡа алкоголһеҙ ризыҡ өсөн йөҙөм үҫтереү
Йөҙөмсөлөк Викимилектә |
«Йөҙөмсөлөк» категорияһындағы биттәр
Был категорияла булған 2 биттең 2 бите күрһәтелгән.