Картлос
Картлос (груз. ქართლოს) — грузин халҡының легендар ата-бабаһы, Картлиға нигеҙ һалыусы, Фогарма ырыуынан. Әрмәндәрҙең легендар ата-бабаһы Хайостың ҡустыһы.
Картлос | |
Ил | |
---|---|
Иң баштағы таралып ултырыу
үҙгәртергәЛеонти Мровели «Картли батшалары тормошо» йылъяҙмаһында былай тип яҙа[1]:
Уның улдары араһынан һигеҙ ағай-эне (һүҙмә-һүҙ: «һигеҙ кеше»)айырылып тора, ҙур көскә эйә һәм данлыҡлы геройҙар, уларҙың исемдәре: беренсеһе — Хайос, икенсеһе — Картлос, өсөнсөһө — Бардос, дүртенсеһе — Мовакан, бишенсеһе — Лек, алтынсыһы — Эрос, етенсеһе — Кавкас, һигеҙенсеһе — Эгрос. Һәм был һигеҙ ағай-эне батырҙар булғандар. Әммә был батырҙарҙың иң яҡшыһы Хайос булған, сөнки буй-һыны менән дә, көс-ҡеүәте һәм батырлығы менән дә уға тиң кеше туфан ҡалҡҡанға тиклем дә, унан һуң да булмаған. |
...һәм Таргамос үҙенең ерҙәрен һәм ҡәүемдәрен был һигеҙ батырға бүлеп биргән: ҡәүеменең яртыһын һәм иң яҡшы ерҙәренең яртыһын ул Хайосҡа биргән, ә ҡалған ете батырға өлөшөн һәр береһенә дәрәжәһенә ҡарап биргән: Картлосҡа ер бүлеп биргән һәм (уға) сиктәрен билдәләгән: көнсығышта — Эрети һәм Бердуджи йылғаһы; көнбайышта — Понт диңгеҙе (Ҡара диңгеҙҙең боронғо исеме); көньяҡтан — Бердуджи йылғаһы башынан һуҙылған тау һәм, көнбайышҡа һуҙылған, һыуҙары төньяҡҡа ҡарай аҡҡан һәм Кларджети һәм Тао тауҙары араһынан ағып диңгеҙгә ҡойған Кура йылғаһына ҡойған тау; төньяҡтан Гадо сиктәре, Кавказдың тармағы булып айырылып киткән һәм Гадо осона барып тоташҡан Кесе Тау, уны хәҙерге ваҡытта Лихи тип атайҙар. Һәм улар араһындағы бөтә [ерҙәрҙе] [Таргамос] Картлосҡа бирә. |
Картлос Вариҫтары
үҙгәртергәМровели Картлостың түбәндәге вариҫтарын телгә ала:
- Мцхетос — Мцхетаға нигеҙ һалыусы
- Уплос «хаким»
- Одзрхос — тарихи Грузияның көньяҡ өлкәһе — Самцхе эпонимы
- Джавахос — Джавахетия эпонимы
- Гардабос
- Кахос — Кахетия эпонимы
- Кухос
- Гачиос
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Картлос «Rodovid» ағасында. Ата-бабалар һәм ейәндәр шәжәрәһе
- ქართლის ცხოვრება — Картлис Цховреба (груз.)
- ДАВИД БАГРАТИОНИ. ИСТОРИЯ ГРУЗИИ