Карамова Ирина Марсил ҡыҙы
Карамова Ирина Марсил ҡыҙы (16 июль 1961 йыл), кардиолог-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2015), медицина фәндәре докторы (2011). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2006).
Карамова Ирина Марсил ҡыҙы |
Биографияһы
үҙгәртергәКарамова Ирина Марсил ҡыҙы 1961 йылдың 16 июлендә Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.
1984 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай һәм Республика кардиология диспансерында эшләй башлай: табип-кардиолог, бүлек мөдире була. 1988—1990 йылдарҙа Н. И. Пирогов исемендәге 2-се Ленин орденлы Мәскәү дәүләт медицина институтында клиник ординатура үтә.
2000 йылдан алып баш табип урынбаҫары, 2004 йылдан — баш табип, 2012 йылдан — Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының баш табибы, бер үк ваҡытта 1992 йылдан башлап Башҡорт дәүләт медицина институтында уҡыта.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәФәнни эшмәкәрлеге йөрәк‑ҡан тамырҙары системаһы сирҙәре менән ауырығандарҙың үлемен кәметеүгә йүнәлтелгән маҡсатлы программалар эшләүгә, хроник йөрәк етешмәүсәнлеге булған пациенттарға махсус кардиологик ярҙам күрһәтеүҙе камиллаштырыуға һәм башҡаларға арналған. Карамова Ирина Марсил ҡыҙы ҡатнашлығында коронар артерияларҙың миокардиаль күперсектәрен модификацияланған фармакологик стресс‑эхокардиография алымы менән яраламайынса дифференциаль диагностикалау ысулдары эшләнә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу, унлаған табиптар өсөн уҡыу әсбабы авторы.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергәМаҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2006).
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Карамова Ирина Марсил ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)
- http://nailtimler.com/people_page/people_10k/karamova_irina_marsilovna.html(недоступная ссылка)
- http://ural-rb.ru/1607-slmtlek-marafony.html(недоступная ссылка)
- http://suchkovaelpa.myjino.ru/2-uncategorised/324-karamova-irina-marsilovna.html(недоступная ссылка)