Кантемиров күпере

Кантемиров күпере — Санкт-Петербургтағы күтәрмәле күпер, Ҙур Нева йылғаһы аша һалынған. Күпер Выборг яғын һәм Аптекарь утрауын тоташтырып тора. Эксплуатациялау ойошмаһы — СПб Күпер тресты[1].

Кантемиров күпере
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Кантемировская улица[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Карта
 Кантемиров күпере Викимилектә

Кантемиров күперенә шул исемдәге урамдан Выборг яғынан сыҡҡан урын

Урынлашыуы

үҙгәртергә

Кантемиров урамын һәм Выборг яр буйын (Выборг районы) Медиктар проспекты һәм Аптекарь урамы (Петроград районы) менән тоташтырып тора.

Күпер менән йәнәш Ленинград телебашняһы урынлашҡан.

Йылға ағымынан өҫтәрәк Гренадер күпере, аҫтараҡ — Ушаков күпере тора.

Яҡын метрополитен станцияһы — «Урман».

Күпер Кантемиров урамының исеме менән аталған, ә был урам исеме 1942 йылдың декабрендә Воронеж өлкәһенең Кантемировка станцияһын немец оккупанттарынан азат итеү хөрмәтенә аталған[2].

1817-1821 йылда был урында плашкоутлы (понтонлы) бер яҡтан икенсе ярға сығыу урыны (перевоз) булған, ул оҙаҡ ваҡыттар буйы бында хеҙмәт иткән. Даими күпер 19791982 йылдарҙа инженерҙар Б Н. Брудно, Б Б Левин һәм архитекторҙар А. В. Говорковский һәм В. М. Иванов проекты буйынса төҙөлә. Яңы күпер төҙөү кәрәклеге ҡаланың эске транспорт магистрален төҙөү өсөн башланып китә, был магистраль Циолковский урамында башлана, артабан Урау каналының төньяҡ яры буйлап үтә, Александр Невский күперенә сыға, артабан Занев проспекты буйлап Охта йылғаһын үтеп Энергетиктар проспекты башланған урынға сыға, һуңынан Анников проспекты буйлап Кантемиров урамының башында торған Кантемиров күперенә барып тоташа, ә аҙаҡ Апткарь утрауы аша Петроград яғына Каменноостровский күпере районы янына килеп сыға[2].

Конструкция

үҙгәртергә

Күпер өс йылға өҫтө аралыҡтарынан тора, уларҙың терәк-таяуҙары икәүһе яр буйында һәм ҡалған икәүһе эстакадалы өлөштәрҙән тора (был өлөшөндә гараждар өсөн бүлмә йыһазландырылған). Күперҙең схемаһы: 57,0+75,0+33,3+75,0+57,0 метр һәм өҫтәүенә, уның Аптекарь һәм Выборг яр буйы урамдары киҫелешендәге өлөшөн һәм ике яҡтағы (уң, һул яҡтағы) ҡапма-ҡаршы ярҙарының тағатыу өлөштәренең оҙонлоғон иҫәпкә алып һанағанда, күперҙең оҙонлоғо 314,2 метр тәшкил итә. Күперҙең эстакадалы учаскаларының пандустарының оҙонлоғо 92,9 метр, һул ярҙағы ер өйөмлө терәү стеналарының оҙонлоғо - 82 метр, уң яҡтағыһыныҡы — 80,50 метр. Күперҙең киңлеге 31,0 метр, шул иҫәптән транспорт хәрәкәт иткән өлөшөнөң киңлеге — 24,5 метр, ә ике яҡ ситендәге тротуарҙарҙың киңлеге — 3-әр метр тәшкил итә.

Стационар аралыҡ ҡоролмалары бүлкәтһеҙ генә тоташ йәбештереп эшләнгән металл балкаларҙан башҡарылған. Уларҙың консолле остары анкерҙар менән күперҙең терәк-таяуҙарына беркетелгән. Төп балкаларҙың аралыҡтары— 9,75+8+9,75 метр.

Һул яҡтағы күпер аралығы икегә бүленеп күтәртелә торған итеп төҙөлгән. Махсус механизмдар ярҙамында был ике ара күтәртелә һәм төшөрөлә. Төп балкаларының аралығы 8+9,5+8 метр. Күпер төшөрөлгән хәлендә ябай балканы хәтерләтеп тора.

Эстакада өлөшө 5 аралыҡлы тимер-бетон плитәләр менән ҡапланған, был өлөшөндә гараждар урынлаштырылған. Пандустары тимер-бетон стеналарҙан тора, уларҙың аҫтарына свайҙар ергә ҡағып индерелгән, аралырына ер төйөп һалынған. Күперҙең төп таяныс терәүҙәре бик ҙур, улары ла свайлы нигеҙгә тимер-бетон ҡойоп төҙөлгән һәм гранит менән көпләнгән.

Күперҙең транспорт йөрөгән юлы асфальт-бетон менән, ә күтәрелә торған өлөшө — эпосланбетон менән, тротуары ҡомло асфальт япма менән ҡапланған. Тротуар ныҡлы металл ҡойма менән сикләнгән.

Металл ҡоймаларын архитектор П. А. Аришев башҡарған, уларҙағы рәшәткәләр Тучков күпере рәшәткәләре кеүек итеп биҙәлгән.

Пандустарҙа һәм эстакадаларҙа тимер-бетон парапеттар ҡуйылған, улар гранит менән көпләнгән. Күпер башында тура мөйөшлө тумбалар ҡуйылған, улар өҫтөнөң ситтәрендә үреп эшләнгән металл таҫма — был таҡтала күперҙең исеме яҙылып ҡуйылған. Күпер нығытмаһының 4 яғында ла гранит парапетлы һөҙәкләнеп йылға буйына төшкән гранит баҫҡыстар бар.

Күпер яҡтыртыулы, уларҙа 12 яҡтыртҡыс торшер кеүек тора.

2002 йылда күперҙе художестволы биҙәп яҡтыртҡандар. Күпер периметры буйлап 360 яҡтыртҡыс урынлаштырылған [3].

  1. Объекты на содержании - СПб ГБУ Мостотрест. mostotrest-spb.ru. Дата обращения: 4 май 2020.
  2. 2,0 2,1 Кантемировский мост. krti.gov.spb.ru. Дата обращения: 4 май 2020. 2020 йыл 2 май архивланған.
  3. Статья «На Гренадерском и Кантемировском мостах 530 светильников» на сайте Фонтанка.ру, сентябрь 2002 года
  • Бунин М. С. Мосты Ленинграда. Очерки истории и архитектуры мостов Петербурга — Петрограда — Ленинграда. — Л.: Стройиздат, 1986. — 280 с.
  • Горбачевич К. С., Хабло Е. П. Почему так названы? О происхождении названий улиц, площадей, островов, рек и мостов Санкт-Петербурга. — 4-е изд., перераб. — СПб.: Норинт, 1996. — С. 103. — 359 с. — ISBN 5-7711-0002-1.
  • Городские имена сегодня и вчера: Петербургская топонимика / сост. С. В. Алексеева, А. Г. Владимирович, А. Д. Ерофеев и др. — 2-е изд., перераб. и доп. — СПб.: Лик, 1997. — С. 54. — 288 с. — (Три века Северной Пальмиры). — ISBN 5-86038-023-2.
  • Новиков Ю. В. Мосты и набережные Ленинграда / Сост. П. П. Степнов. — Л.: Лениздат, 1991. — 320 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә