Каменский биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм халыҡ ижады музейы

Каменский биҙәү-ҡулланыу һәм халыҡ ижады музейы
{{{подпись}}}
Асылған ваҡыты 1969
Урынлашыуы Рәсәй, Ростов өлкәһе, Каменск-Шахтинский ҡалаһы
Сайт kamensk-museum.ru
Логотип Викисклада Каменский биҙәү-ҡулланыу һәм халыҡ ижады музейы Викимилектә
Хәрби-революцион комитет бинаһы (хәҙер музей бинаһы)

Каменский тарих-крайҙы өйрәнеү музейы 1969 йылдың 19 апрелендә һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары инициативаһы менән булдырылған.

Музей бинаһын казак ғәскәрҙәре полковнигы Пётр Михайлов төҙөгән.

Башта музей йәмәғәтселек-халыҡ музейы статусын йөрөткән.

1992 йылға саҡлы музей тарих-крайҙы өйрәнеү музейы булған һәм Ростов өлкә крайҙы өйрәнеү музейы филиалы булған. Ростов өлкәһе Башлығының 1992 йыл 23 октябрендәге «Дәүләт музейҙары филиалдарын үҙ аллы музейҙар итеп үҙгәртеү тураһында» 422-се Постановлениеһына ярашлы, Каменский крайҙы өйрәнеү музейы үҙ аллы дәүләт музейы өлкә буйһоноуындағы дәүләт мәҙәниәт учреждениеһы тип үҙгәртелгән.

2003 йылда музей атамаһы «Каменский биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм халыҡ ижады музейы» дәүләт өлкә мәҙәниәт учреждениеһы (Ростов өлкәһе Администрацияһының 07.08.2002 й. 370-се ҡарары) тип үҙгәртелгән.

Каменский музейының йыйылмаһы килеүселәр иғтибарына 15 коллекция: «Этнография», «Ҡорал», «Яҙма сығанаҡ», «Биҙәү-ҡулланма сәнғәте», «Живопись», «Скульптура», «Графика», «Нумизматика», «Археология», «Тәбиғи-фәнни», «Фото», «Радиоаппаратура һәм фототехника», «Сувенирҙар», «Сәғәттәр», «Уйынсыҡтар» тәҡдим итә.

Хәҙерге ваҡытта музей экспозицияһы Ростов өлкәһенең ҙур районы, уның биләмә, этник һәм ижтимағи формалашыу тарихын (Каменск-Шахтинский ҡалаһы 1954 йылдан 1955 йылға саҡлы өлкә үҙәге ҡалаһы булған) бәйән итә.

«Этнография» коллекцияһының төп өлөшөн казак көнкүреше предметтары тәшкил итә. Был коллекцияның ҡиммәтле экспонаттарының береһе көмөш сым ярҙамында «скань» техникаһы менән ағасҡа инкрустациялап (соҡоп алынған урынына көмөш биҙәк ҡуйып) башҡарылған XVIII быуат насекаһы ― атаман власы атрибуты һәм XIX быуат башындағы казак эйәре (тирене сәнскеләп тығыҙлау юлы менән һәм көмөш элемент инкрустациялап эшләнгән).

Музей йыйылмаһының айырым ҡиммәте булып затлы металдар фонды экспонаттары (XVII—XX быуат башы ҡулдан эшләнгән көмөш көнкүреш предметтар коллекцияһы) тора. Бөтөн был предметтар Северской Донец йылғаһы буйындағы ҡәберлектәрҙән табылған.

Крайҙы өйрәнеү музейы булараҡ асылғанлыҡтан, музей фонды нигеҙҙә Дон казактары тарихы буйынса комплектланған. 1671 йылда нигеҙ һалынған Каменская станицаһы — иң иртә дон казактары ултыраҡтарының береһе һәм халыҡ күп йәшәгән район, 36 утар һәм станица менән уратып алынған.

«Ҡорал» коллекцияһында XIX б. башы — XX б. атыу һәм һалҡын ҡорал өлгөләре күрһәтелгән.

11 мең һаҡлау берәмегенән торған «Яҙма сығанаҡтар» коллекцияһы иң ҙуры иҫәпләнә. Коллекцияның байтаҡ өлөшөн Донда булып үткән революция ваҡиғаларында һәм Граждандар һуғышында ҡатнашҡан Е. Щаденко һәм Ф. Подтёлковтың шәхси архивтары; Бөйөк Ватан һуғышы яуҙарында ҡатнашҡан Каменск халҡының документтары [шулар араһында 15 Советтар Союзы Геройы, 6 тулы Дан Ордены Кавалеры], Каменская станицаһының сиркәү метрик китаптары тәшкил итә .

«Биҙәү-ҡулланма сәнғәте» коллекцияһында биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең төрлө йүнәлештәренә ҡараған экспонаттар: палех лакланған миниатюра; жостов батмустары; хохлома биҙәге йыйылған.

Музей профиле үҙгәреү сәбәпле, коллекцияны биҙәү-ҡулланма ижады предметтары, урындағы халыҡ кәсепселеге изделиелары менән тулыландырыуға иғтибар күп бүленә башлаған.

«Живопись» коллекцияһына иконалар йыйылған, иң боронғоһо XVIII быуатҡа ҡарай. Шулай уҡ дон рәссамдары картиналары күрһәтелгән. Коллекцияның төп ғорурлығы — Күсмә күргәҙмәләр ойоштороусы (передвижники) рәссамдар Товариществоһы ағзаһы Я. Минченковтың «Уңыш» картинаһы.

Музей коллекцияларының иң кескәйе — «Скульптура» коллекцияһы. Бында суйындан ҡойоу техникаһында һәм фаянстан яһалған ваҡ фигуралар күрһәтелгән (Дулево ҡалаһы).

«Графика» коллекцияһы сәнәғәт графикаһы изделиелары: иғландар, буклеттар, асылмалар, маркалар, шырпы этикеткаларынан тора. Коллекцияның урындағы колориты XIX быуат аҙағы — XX быуат башы дон шарабы этикеткалары һәм 1906―1910 йй. ҡотлау асылмаларында сағылған.

«Нумизматика» коллекцияһының төп нигеҙе ― ул бик боронғо осор тәңкәләренән алып [бында иң боронғоһо ― Боспор баштшалығы антик монетаһы] XX б. 90-сы йылдарына саҡлы.

«Археология» коллекцияһында тәүтормош кешеләренең таштан яһалған һунар һәм хеҙмәт ҡоралдары, Ростов өлкәһе территорияһындағы ҡурғандарҙы ҡаҙғанда табылған б.э.т. II меңенсе йылдарҙың бронза һәм балсыҡ һауыттары бар.

Эре диорамалар серияһын үҙ эсенә алған Дон крайы тәбиғәте: «Дала хайуандар донъяһы», «Урман-дала», «Һаҙ», «Һыуһаҡлағыстар» залдарында һәм айырым «Йорт хайуандары» бүлегендә музейға килеүселәр иғтибарына Ростов өлкәһе хайуандары, ҡоштары һәм балыҡтары чучелолары, Боҙлоҡ осоро реликт йәнлек ҡалдыҡтары, шулай уҡ үҫемлек, минералдар һәм файҙалы ҡаҙылмалар өлгөләре тәҡдим ителгән. Килеүселәр шунда уҡ Ростов өлкәһендә йәшәгән ҡош йомортҡалары коллекцияһы менән таныша ала.

«Фото» коллекцияһы бер нисә фондтан: Каменская станицаһы күренештәре һәм кешеләре фотографиялары, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары һәм ҡатнашыусылары, [ Каменск өлкәһе] үҙәге Каменск ҡалаһы тарихын 1954 йылдан 1957 йылға саҡлы индергән совет осоро фондтарынан тора.

«Радиоаппаратура һәм фототехника» коллекцияһында XX быуаттың 50-80-се йй. сығарылған радиоприёмниктар, репродукторҙар, магнитофондар һәм XX быуаттың 20-80-се йй. фототехника кеүек экспонаттар бар.

«Сәғәттәр» коллекцияһында XIX б. аҙағы — XX б. уртаһы сәғәттәре күрһәтелгән.

«Уйынсыҡтар» коллекцияһында уникаль автор ҡурсаҡтары, төрлө донъя халыҡтарының әкиәт персонаждары — иң ҡиммәтлеһе.

1992 йылға саҡлы ул Ростов өлкә крайҙы өйрәнеү музейының филиалы булған, аҙаҡ үҙ аллы дәүләт музейы — өлкә ҡул аҫтындағы дәүләт мәҙәниәт учреждениеһы тип йөрөтөлә башлаған. 2003 йылда музей атамаһы «Каменский биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм халыҡ ижады музейы» дәүләт өлкә мәҙәниәт учреждениеһы тип үҙгәртелгән.

2008 йылда экспозиция һәм фонд һаҡлағысы майҙаны яңы күргәҙмә павильоны иҫәбенә ҙурайтылған. Музей коллекцияһында башҡа экспонаттар араһында күсмә күргәҙмәләр йәмғиәте рәссамы (передвижник) Яков Минченков картиналары ҡуйылған.

Музейҙың экспозиция-күргәҙмә майҙаны 290 м², ваҡытлыса күргәҙмәләр — 198,6 м², фонд һаҡлағыстары — 12,6 м² майҙанда, парк майҙаны — 0,2 га. Музейҙа һаҡланған берәмектәр — 30 мең тирәһе. Музей йыл һайын уҙғарылған «Музейҙар төнө» акцияһында ҡатнаша.

Музей түбәндәге адрес буйынса урынлашҡан: Ростов өлкәһе, Каменск-Шахтинский ҡалаһы, Карл Маркс майҙаны, 56. 1918 йылда был бинала казак-фронтовиктар съезы Хәрби-революцион комитеты урынлашҡан, шуның өсөн ул тарих һәйкәле һәм мәҙәни мираҫ объекты булып тора. Бина алдында Ф. Г. Подтёлков һәм М. В. Кривошлыков, хәрби-революцион комитет етәкселәре, һәйкәлдәре урынлаштырылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә