Кама мәҙәниәте

Волга-Кама мәҙәниәте I Утар мәҙәниәте

Кама мәҙәниәте (Волга-Кама, утар — ҡаҙылмалар Утар тораҡ пункты янында табылған) — беҙҙең эраға тиклемге V—IV мең йылдарҙа Көнсығыш Европа субнеолит археологик мәҙәниәте. Таралған урыны — Кама буйы, Кама-Вятка һәм Ыҡ-Ағиҙел йылғалары үҙәндәре (Пермь крайы, Киров өлкәһе, Удмуртия, Татарстан, Башҡортостан).

Кама мәҙәниәте

Классификацияһы

үҙгәртергә

Кама мәҙәниәтен айырып күрһәтеү буйынса әле бәхәстәр дауам итә. Тәүҙә О. Н. Бадер уны Урта Кама буйында тип билдәләй, һәм был мәҙәниәт ике этапҡа бүленә: Боровоозер (Боровой күле I) һәм Утар (Утар туҡталыу урыны) этаптары. А. Х. Халиҡов Түбәнге һәм Урта Кама буйында табылған керамикалағы орнамент һүрәттәре буйынса ҡомартҡыларҙы бергә Волга-Кама мәҙәниәтенә берләштерә. И. В. Калинина керамикаларҙы өйрәнеү нигеҙендә ике үҙаллы мәҙәниәт булыуына инана: Волга-Кама (һауыт-һабаға биҙәктәр тишкеләп төшөрөлгән) һәм Кама (биҙәктәр әтәс кикрегенә оҡшаған) мәҙәниәттәре. А. А. Выборнов Кама мәҙәниәтендә өс үҫеш этабын билдәләй, ә В. П. Денисов менән Л. А. Наговицын Кама неолиты ҡомартҡыларын (биҙәктәре әтәс кикрегенә оҡшағандарҙы) — Боровой күле I, Утар, Кряж туҡталыу урындарын һәм башҡаларҙы бер Утар мәҙәниәтенә берләштерә, улар Урал аръяғы ҡомартҡыларындағы һүрәттәргә оҡшаш. Кама неолиты мәҙәниәте өсөн Утар туҡталыу урыны үҙенсәлекле эталон булып тора[1]. Әтәс кикрегенә оҡшаған биҙәктәр һалынған керамика тибы буйынса Кама мәҙәниәте Үрге Волга мәҙәниәтенә оҡшаш.

Туҡталыу урындары

үҙгәртергә

Ярым землянка тибындағы һәм квадрат, дүртмөйөш формаһындағы (6х8 м һәм 16х5 м) торлаҡтар даими һәм ваҡытлыса туҡталыу урындары булған, улар күлдәр, йылға буйҙарында урынлашҡан[2].

Эш ҡоралдары һәм керамика

үҙгәртергә

Керамиканың стеналары ҡалын, йомортҡаға оҡшаш формала, төптәре йомро һәм ослораҡ, уларға әтәс кикрегенә оҡшаш биҙәктәр горизанталь килеш тә, вертикаль килеш тә һалынған, рәт-рәт, өсмөйөш, селтәр кеүек итеп һалынған урындары ла бар. Эш ҡоралдары: ҡырғыстар, бысаҡтар, япраҡҡа һәм ромбыға оҡшаш уҡ башаҡтары, ҡасау, уймыр һәм батырғыстар.

Йәшәү рәүеше

үҙгәртергә

Етештереү иҡтисады билдәләре юҡ. Хужалыҡ итеү һунарға һәм балыҡ тотоуға ҡоролған. Ерләнгән урындары билдәле түгел.

Килеп сығыштары һәм осорҙарға бүлеү

үҙгәртергә

Үҙенең үҫешендә Кама мәҙәниәте өс этапты үтә: иртә (Букорок тамағы, Зиарат, Шешмә тамағы), үҫешкән (Утар, Кряж, Лебедин туҡталыу урындары), һуңғы (Левшин, Чернашка туҡталыу урындары). Иртә неолитта мәҙәниәт урындағы мезолитик субстратта көньяҡ урман-дала халҡының йоғонтоһо аҫтында формалаша. Көньяҡ төбәктәрҙә урман-далаға күрше Урта Волга мәҙәниәтенең йоғонтоһо күҙәтелә. Үҫешкән неолитта Үрге һәм Урта Кама буйына Урал аръяғы халҡының үтеп инеүе күҙәтелә. Тап ошо дәүерҙә билдәле бер урынға бәйле Үрге Кама, Ыҡ-Ағиҙел һәм Түбәнге Кама варианттары барлыҡҡа килә. Неолит тамамланғанда Түбәнге Кама буйы иртә неолиттағы Һамар мәҙәниәтенең йоғонтоһо аҫтына эләгә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә