Камалов Фредик Хәмзә улы
Викидатала элемент юҡ |
Камалов Фредик Хәмзә улы (4 июнь 1937 йыл, Башҡорт АССР-ының Әлшәй ауылы) — тау инженеры. Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1993), Рәсәй Федерацияһының Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997), Нефть сәнәғәте отличнигы (1982), СССР-ҙың спорт мастеры (1960)[1].
Биографияһы
үҙгәртергәФредик Хәмзә улы Камалов 1937 йылдың 4 июнендә Башҡорт АССР‑ының Әлшәй ауылында (хәҙерге Әлшәй районы үҙәге Раевка ауылында) тыуған.
1960 йылда Өфө нефть институтын (ӨНИ, хәҙерге Өфө дәүләт нефть техник университеты, ӨДНТУ) тау инженеры һөнәре алып тамамлай.
1960—1962 йылдарҙа — «Башвостокнефтеразведка» тресында: инженер; 1963—1965 йылдарҙа — «Башнефтепроект» институтында; 1966—1969 йылдарҙа — «БашНИПИнефть» институтында: инженер, өлкән инженер; 1970 йылдан «ВНИИнефтепромгеофизика» институтында өлкән инженер, «Геофизика» ғилми-етештереү фирмаһы лабораторияһы мөдире, бүлек мөдире[1].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәФайҙаланыу скважиналары фонды буйынса нефтле һәм газлы ятҡылыҡтарҙы разведкалау һәм үҙләштереү өсөн һынау ҡорамалдары комплексы — КИОД-110М; үтәнән-үтә каналлы һынау ҡорамалдары комплексы — ИПТ-110С; мәғлүмәтте дистанцион тапшырыу торбаларында һынау ҡорамалдары комплексы — ИПТ-110Д, ИПТ-146Д, ИПТ-146С; сығарыу һәм разведкалау скважиналарын тикшереү технологиялары эшләнмәләре етәксеһе.
Уйлап табыуҙары нефть сығарыуҙы тикшереүгә, үҙләштереүгә, интенсивлаштырыуға, «ИПТ-ГИС» комплексында скважиналарҙы тикшереүгә булышлыҡ итә һәм Рәсәйҙә, сит илдәрҙә нефть сығарыу предприятиеларында индерелә. Уйлап табыуҙарға 19 авторлыҡ танытмаһы бар. 26 баҫма хеҙмәт авторы[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1993)
- Рәсәй Федерацияһының Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997).
- Нефть сәнәғәте отличнигы (1982),
- СССР-ҙың спорт мастеры (1960).
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Камалов Ф. Х. 2020 йыл 7 ғинуар архивланған.
- патент Якорь
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Камалов Ф. Х. 2020 йыл 7 ғинуар архивланған.