Калитвенка 1 — Ростов өлкәһенең Каменск районында Калитвенец һәм Төньяҡ Донец йылғалары ҡойған ерҙәге территорияла урынлашҡан һуңғы палеолит торағы. Калитвенка 1а, Калитвенка 1б һәм Калитвенка 1в майҙансыҡтарын айыралар. Шулай уҡ палеолитик оҫтахана тип тә йөрөтөлә. 45-40 мең йылдар элек булған урта палеолиттың һуңғы осорона ҡарай. Бигерәк тә Калитвенец йылғаһына сыҡҡан, Төньяҡ Донецҡа ҡойғанға тиклем 500 метрҙа булған «Кесе ҡомло» балкаһындағы оҫтаханалар ҡыҙыҡлы.

1973 йылда Л. Я. Крижевский тарафынан асыла. Балканың уң яҡ бортында, икенсе туғайҙағы террасала урынлашҡан[1]. Тораҡ майҙаны 1500 квадрат метр тәшкил итә, балка төбөнән бейеклеге — 15 метр. Баҫыу эштәре миҙгелендә бында өс ҡаҙыныу эше алып барыла һәм бер нисә шурф яһала. Ҡатламдарҙың дөйөм ҡеүәте 2-6 ҡатламға етә, 13 литологик горизонт айырыла. 2-6-сы горизонттарҙа 10 нуклеус һәм нуклеустарҙан һындырып алынған ике йөҙләп өлөш табыла. Табыштарҙың күп өлөшө 8-9-сы горизонттарға тура килә.Туғыҙынсы горизонттың 4-кә 5 метрлыҡ участкаһында бик күп нуклевид әйберҙәр, шулай уҡ таҡта, ярсыҡтар һәм ҡабырсаҡтар табылыуы кварцитты беренсел эшкәртеү башҡарылған етештереү участкаһы тураһында һөйләй. Барлығы 93 дана нуклеус табыла — 18-е һигеҙенсе горизонтта һәм 75-е туғыҙынсыла. табылған ярсыҡтарҙың 202-һе — һигеҙенсе, һәм 629-ы туғыҙынсы горизонтҡа тура килә. Был ике горизонтта шулай уҡ 27 ҡорамал, шул иҫәптән 2 дана чоппинг, бер бифас һәм сабыу ҡоралдары табыла[1].

Төньяҡ Донец бассейнында оҫтаханалары булған башҡа тораҡтар билдәле түгел, калитвенкалар — Урыҫ тигеҙлегендә бындай берҙән-бер палеоли һәйкәлдәре[1].

Библиография

үҙгәртергә
  • А. Е. Матюхин. О характере связи сырья, типологии и технологии домустьерских и мустьерских памятников Русской равнины.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә