Калининград немецтарын депортациялау
Элекке Көнсығыш Пруссия территорияһында немец һәм совет граждан халыҡтарының өс йыл дауамында, 1945—1948 йылдарҙа, бергә йәшәүе ике халыҡ тарихы өсөн дә уникаль күренеш булып тора. Көнсығыш Германия территорияһы менән сағыштырмаса ике халыҡ вәкилдәренең бында үҙ-ара бәйләнештәре бик тығыҙ була (тиҫтәләгән мең кеше), ә бәйләнештәрҙә ҡатнашыусылар хәрби йәки махсус әҙерләнгән кешеләр түгел, ә ябай граждандар була[1].
Немец халҡының һаны
үҙгәртергәСовет рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, Көнсығыш Пруссия территорияһында һуғыштан һуң яҡынса 100 мең немец йәшәй[2]. Немец тарихсылары, Кёнигсберг коменданты О. Ляштың мемуарҙарына һылтанып, Кенисбергтың үҙендә генә немец граждан халҡының һаны яҡынса 110 мең кеше, тип иҫәпләйҙәр, улар араһынан тәүге ике 75%-тан ашыуы һәләк була һәим тик ҡалған 20-25 мең немец Германияға депортациялана[3]. "Урындағы халыҡ тураһында белешмә"гә ярашлы хәҙерге ваҡытта асылған Рәсәй архивтарынан, 1945 йылдың 1 сентябренә ҡарата Көнсығыш Пруссияның совет өлөшөндә 129 614 кеше йәшәгән, шул иҫәптән Кёнигсбергта — 68 014 кеше. Улар араһынан — 37,8 % ир-егет, 62,2 % — ҡатын-ҡыҙ,ә халыҡтың 80%-тан ашыуы Кёнигсбергта һәм уға яҡын урынлашҡан өс районда (ун биштән) йәшәй[4].
Совет күскенселәре менән мөнәсәбәттәр
үҙгәртергәҮҙ-ара мөнәсәбәттәр әле генә тамамланған һуңыштарнһуң булғагға күрә, Ю. В. Костяшов фекеренсә, еңеүселәр һәм еңелеүселәр араһында мародерлыҡ һәм көсләү, көндәлек конфликтары, мәҙәни һәм идеологик конфронтация акттары ла була. Немецтарҙы теге йәки был эште үтәүгә йәки бушлай хеҙмәтләндереүгә мәжбүри итеү, һүҙ менән мыҫҡыллауҙар, немец кешеләрен фатирҙарынан йәки өйҙәренән ҡыуып сығарыу осраҡтары ғәҙәти була. Шул уҡ ваҡытта, Ю. В. Костяшов мәғлүмәттәре буйынса, урыҫ (совет) кешеләре әүҙем һөжүм итеүсе яҡ булараҡ сығыш яһай, ә немецтар ҡаршы өндәшмәү, конфликттарҙы бөтөрөү, ниндәй булһа ғәҙелһеҙлекте түҙеү яғын хуа күрәләр. Бындай тәртип төрө хатта балалар араһында ла тарала[1].
Ошондай конфликттар һәм енәйәттәр арҡаһында немецтарҙа, бигерәк тә көсләү ҡорбандарында, ике халыҡтың үҙ-ара мөнәсәбәттәре немецтарҙа негатив образ тыуҙыра. Шуға ҡарамаҫтане, тарихсы Ю. В. Костяшов фекеренсә, башҡа төрлө үҙ-ара мөнәсәбәттәр төрө өҫтөнлөк ала, уны ул «ике, һәр береһе үҙ яйына йәшәгән, әммә хәлгә ҡарап, нимәләлер үҙ-ара эш итеүгә, хатта хеҙмәттәшлек итергә мәжбүр булған, параллель донъялар» формулаһы менән билдәләй [1]. Кешелек тәбиғәтенә ярашлы, ошо ике «донъялар» араһында тиҙ арала ихлас һәм тәрән кешелекле бәйләнештәр барлыҡҡа килә. Совет кешеләренең немецтарға ҡарата асыҡ дошманлыҡтың юҡҡа сығыуы бергә йәшәүҙең иң мөһим һөҙөмтәһе булып тора. Көнсығыш Пруссия (һуңынан Калининград өлкәһе), Ю. В. Костяшов баһаһы буйынса, шундай ҡыҫҡа ваҡыт эсендә барлыҡҡа килгән берҙән-бер Рәсәй территорияһы була[5].
Костяшов фекеренсә, ике халҡытың бер-беренә яҡынайыу тенденцияһы рәсми властар сәйәсәте менән тотҡарлана, ә һуңынан яһалма рәүештә 1947—1948 йылдарҙа немец халҡын депортациялау менән туҡтатыла[1]. Ю. В. Костяшов, депортацияны тотҡарлау практик ниәттәргә бәйле: совет администрацияһы СССР-ҙан күскенселәр өлкәгә килгәнгә тиклем немецтар хеҙмәтен файҙаланыуҙы кәрәк тип таба, тип һанай. 1947 йылға тиклем илде ташлап сығырға, ҡағиҙә булараҡ, фашистарға ҡаршы хәрәкәттә ҡатнашыусылар һәм Германияла туғандары булған кешеләр рөхсәт ала. 1947 йылдың октябренән 1948 йылдың октябренә тиклем Германия совет оккупация зонаһына 102 125 немец (шул иҫәптән ир-егеттәр — 17 521, ҡатын-ҡыҙҙар — 50 982 һәм балалар — 33 622 чел) күсерелә. Депортация барышында 48 кеше вафат була, шул иҫәптән 26 кеше — дистрофиянан. Күсеү алдынан непецтар Эске эштәр министрлығының өлкә идаралығы вәкилдәренә 284хат тапшыралар, унда Совет хөкүмәтенә күрһәтелгән хәстәрлек һәм яҡшы ойошторолған күсенеү өсөн рәхмәт әйтелә[6]. 1951 йылға тиклем өлкәлә бик аҙ немецтар ҡала, улар күсенеү исемлектәренә индерелмәгән. Ғаҙиҙә булараҡ, был немецтар халыҡ хужалығында кәрәкле юғары квалификациялы белгестәр була. Иң һуңғы төркөм (193 кеше) ГДР-ға 1951 йылдың майында оҙатыла[7].
1947—1949 йылдарҙағы депортациялау
үҙгәртергә1945 йылдың 1 авгусындағы Берлин өс держава конференцияһының V Протоколы главаһына ярашлы элек Германия буйһоноуында булған Кенисберг ҡалаһы менән бергә Көнсығыш Пруссия территорияһының бер өлөшө СССР-ға тапшырыла. Һуңынан бында РСФСР составындағы Калининград өлкәһе булдырыла. Шул уҡ Протоколдың XII главаһында Польшала, Чехословакияла һәм Венгрияла ҡалған немец халҡын Германияға күсереү буйынса ҡарар ҡабул ителә. СССР-ға тапшырылған Көнсығыш Пруссиянан немецтарҙы күсерелеүе ҡаралмай.шуға ҡарамаҫтан, 1947 йылдың 11 октябрендә СССР МИнистрҙар Советы «О РСФСР-ҙың Калинград өлкәһенән немецтарҙы Германия совет оккупация зонаһына күсереү тураһында» исемле 3547-1169с йәшерен ҡарар ҡабул итә. СССР Эске эштәр Министры С. Н. Кругловтың 1947 йылдың 14 октябрендәге № 001067-се бойороғона ярашлы, тәү сиратта, күсенеүгә Балтийск (Пиллау) ҡалаһында һәм Балтия диңгеҙе ярында йәшәгән немецтар, эшкә яраҡһыҙ, йәмәғәт-файҙалы эш менән шөғөлләнмәгән немец ғаиләләре, балалар йорттарындағы немец балалары, ғәриптәр йорттарында йәшәгән оло йәштәге немецтар дусар ителә. Күсенгән немецтарға үҙҙәре менән ғаиләгә, таможня ҡағиҙәләренә ярашлы тыйылған әйберҙәр һәм ҡиммәттәрҙән башҡа, 300 килограмға тиклем шәхси мөлкәтен алырға рөхсәт ителә. Урындарҙа ҡалған мөлкәт Калининград өлкә башҡарма комитеты вәкилдәре тарафынан иҫәпкә алына һәм ҡабыл ителә.
Немецтар депортацияһы менән СССР эске эштәр Министрының беренсе урынбаҫары генерал-полковник И. А. Серов, Калининград өлкәһе буйынса УМВД начальнигы генерал-майор В. И. Деминһәм Мәскәүҙән килгән Эске эштәр министрлығы генерал-лейтенанты Н. П. Стаханов етәкселек итәләр. СССР эске эштәр Министры С. Н. Кругловтың И. В. Сталинға, В. М. Молотовҡа һәм Л. П. Берияға яҙған отчеты буйынса 1947 йылдың октябренән 1948 йылдың октябренә тиклем Калининград өлкәһенән Германия совет оккупация зонаһына бөтәһе 102 125 немец күсерелә, улар араһынан: ир-егеттәр — 17 521, ҡатын-ҡыҙҙар — 50 982 һәм балалар — 33 622. Калининград ҡалаһынан һәм өлкә райондарынан 96 747 кеше, балалар йорттарынан — 4536 кеше, ғәриптәр йорттарынан оло йәштәге немецтар — 797 кеше, хәстәханаларҙа — 45 кеше күсерелгән. Бөтә күсенеү осоро барышында 102 125 кешенән 48 кеше үлгән, шуларҙан 1947 йылда — 33, 1948 йылда — 15 кеше.. 1949 йылдың 20 сентябрендәге СССР Эске эштәр Министрының 600-се бойороғона ярашлы Германия совет оккупация зонаһына Калининград Эске эштәр министрлығы лагерҙарында тотолған, шулай уҡ Литва ССР-нан килгән немецтарҙың аҙаҡҡы төркөмө күсерелә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Костяшов Ю. В. Секретная история Калининградской области. Очерки 1945-1956 гг. — 2009. — С. 167.
- ↑ Костяшов Ю. В. Секретная история Калининградской области. Очерки 1945-1956 гг. — 2009. — С. 163. со ссылкой на книгу: История края (1946—1950). Калининград, 1984. С. 47.
- ↑ Костяшов Ю. В. Секретная история Калининградской области. Очерки 1945-1956 гг. — 2009. — С. 163. со ссылкой на книги: Lasch O. So fiel Koenigsberg. Stuttgart, 1975. S. 116, 127; Neumann R. Ostpreussen unter Polnischer und Sowjetischer Verwaltung. Frankfurt/M, 1956. S. 97-98; Chronik deutscher Zeitgeschichte. Duesseldorf, 1986. Bd. 3/1. S. 92, 189.
- ↑ Костяшов Ю. В. Секретная история Калининградской области. Очерки 1945-1956 гг. — 2009. — С. 165. со ссылкой на ЦАМО. Ф. 358. Оп. 5914. Д. 13. Л. 87.
- ↑ Костяшов Ю. В. Секретная история Калининградской области. Очерки 1945-1956 гг. — 2009. — С. 168.
- ↑ Костяшов Ю. В. Секретная история Калининградской области. Очерки 1945-1956 гг. — 2009. — С. 173. со ссылкой на донесения Министра внутренних дел СССР С. Н. Круглова Сталину, Молотову и Берии от 30 ноября 1948 (ГАРФ. Ф. 9401. Оп. 2. Д. 201. Л. 239—240.)
- ↑ Костяшов Ю. В. Секретная история Калининградской области. Очерки 1945-1956 гг. — 2009. — С. 172.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Костяшов Ю. В. Секретная история Калининградской области. Очерки 1945-1956 гг. — Калининград: Терра Балтика, 2009. — С. 167—173. — 352 с. — 1500 экз. — ISBN 978-5-98777-028-3.
- Костяшов Ю. В. Выселение немцев из Калининградской области в послевоенные годы // Вопросы истории. 1994. № 6. — С. 186—188.
- Филатов А. В., Пацерина В. Н. Население Северо-восточной Пруссии после II мировой войны. Правовой анализ. Ч. I. Переселение или изгнание? Правовые предпосылки и последствия. Калининград, 2001. [Последующие части этой книги в свет не вышли].
- Sonya Winterberg. Wir sind die Wolfskinder: Verlassen in Ostpreußen [Gebundene Ausgabe]. Piper Verlag, München. 2012. — 336 p. ISBN 3-492-05515-X
- Ruth Kibelka: Wolfskinder. Grenzgänger an der Memel. 4. Auflage. Basisdruck, Berlin 2003, ISBN 3-86163-064-8
- Ruth Leiserowitz: Von Ostpreußen nach Kyritz — Wolfskinder auf dem Weg nach Brandenburg. Potsdam 2003, ISBN 3-932502-33-7.
- Keine Hilfe für deutsche «Wolfskinder». In: Der Spiegel. Hamburg 2007, Nr. 7, S. 21, 0038-7452 ISSN 0038-7452
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Справка о наличии местного населения в районах Восточной Пруссии. со ссылкой на источник: Восточная Пруссия с древнейших времен до конца Второй мировой войны. Калининград. 1996.
- Справка о работе гражданского управления за период с 20 апреля по 12 ноября 1945 г. со ссылкой на источник: Восточная Пруссия с древнейших времен до конца Второй мировой войны. Калининград. 1996.
- Юрий Буйда. "Немцы отрицательно влияют на освоение советской области" . Журнал "Коммерсантъ Власть" № 31, стр. 60 (13 август 2002). Дата обращения: 20 ғинуар 2014.
- Слезы «волчьих детей» 2013 йыл 16 май архивланған.
- Бѣлое Дѣло, ГОДЪ ИЗДАНІЯ 6-й. № 51 МАЙ 2013