Кайзер тауҙары (нем. Kaisergebirge, әҙәби «Император тауҙары») йәки Кайзер — Төньяҡ Эзбиз Альп һәм Көнсығыш Альп тауҙарындағы тау һырттары. Ике төп һырттарҙан тора — төньяҡта Заммер-Кайзер һәм көньяҡта Уайлдер-Кайзер һырттары. Тулыһынса Австрия Тиролендә Куштайн һәм Санкт-Иоганн-ин-Тироль ҡалалары араһында урынлашҡан[1][2].

Кайзер тауҙары
нем. Kaisergebirge
Көньяҡтан тауҙарға күренеш
Көньяҡтан тауҙарға күренеш
Урынлашыуы
47°34′00″ с. ш. 12°18′00″ в. д.HGЯO
Альптар
Красная точка
Кайзер тауҙары
 Кайзер тауҙары Викимилектә

Дөйөм мәғлүмәттәр

үҙгәртергә

Кайзер тауҙары башлыса эзбиз тау тоҡомдарынан барлыҡҡа килгән Уайлдер-Кайзер йәки Ҡырағай Кайзер һыртынан һәм көньяҡ яғы башлыса тау ҡарағайы менән ҡапланған Заммер-Кайзер һыртынан тора. Был ике һырт 1580 метр бейелектәге Стрипсенйох перевалы менән тоташҡан. Көнбайышта улар Кайзерталь үҙәне, ә көнсығышта — Кайзербах үҙәне менән айырылған. Кайзер тауҙары көнсығыштан көнбайышҡа табан яҡынса 20 километрға, ә төньяҡтан көньяҡҡа табан — 14 километрға һуҙылған.

Дөйөм майҙаны — яҡынса 280 квадрат километр. Заммер-Кайзер һыртының бейеклеге 2000 метрҙы саҡ-саҡ үтә. Уайлдер-Кайзер һыртының иң бейек нөктәһе — Эльмауэр тауы (бейеклеге — 2344 метр), уның янында Куфштайн ҡалаһы урынлашҡан. Кайзер тау системаһында тағы ла ҡырҡ тирәһе тау түбәләре бар, улар араһында иң билдәлеләре: Карлспитцен, Тотенкирхль, Флейшбанк, Предхитштуль, Гойнгер-Халт, Акерлспитце һәм Маукспитце.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Grant Bourne, Sabine Körner-Bourne. Walking in the Bavarian Alps. — 2nd ed. — Milnthorpe: Cicerone, 2007. — ISBN 978-1-85284-497-4.
  • Kev Reynolds. Walking in the Alps. — 2nd ed. — Singapore: Cicerone, 2005. — ISBN 1-85284-261-X.