Казак Жданов йорто (Новочеркасск)

Казак Жданов йортоРостов өлкәһе Новочеркасск ҡалаһы[1] Мәғариф урамы, 120 адресы буйынса урынлашҡан мәҙәни мираҫ объекты һәм төбәк әһәмиәтендәге архитектура һәйкәле.

Иҫтәлекле урын
Казак Жданов йорто (Новочеркасск)
Ҡала Новочеркасск, Мәғариф урамы, 120
Төҙөүсе граждандар инженеры Г. М. Сальников, архитектор Я. И. Коротченков
Нигеҙләүсе казак Василий Васильевич Жданов
Беренсе тапҡыр XX быуаттың башы
Нигеҙләнгән 1910 йыл

Мәғариф урамы, 120-се һанлы йорт, элек Ямская урамы, 16 адресы буйынса урынлашҡан йорт биләү. Тәүҙә унда ХIХ быуат аҙағы — ХХ быуат башында ағас йорт һәм һарай төҙөлгән. 1896 йылда йорт хужаһы булып сауҙа итеүсе казак Павел Степанович Жидков иҫәпләнә. XХ быуат башында казак Василий Васильевич Жданов йортто 28 мең һумға һатып ала. Яңы хужа ағас йортто һүтә һәм уның урынында 1910 йылда яңы йорт һәм ҙур ағас һарай төҙөй. Бина проекты ике оҫта тарафынан төҙөлә: төҙөү буйынса мастер — граждандар инженеры Г. М. Сальников һәм архитектор Я. И. Коротченков була. Ул ваҡытта участка майҙаны 347,1 квадрат сажин тәшкил иткән. Шулай уҡ участкала ат һарайы менән ҡар баҙы төҙөлә. Икенсе ҡаттағы торлаҡ биналарын ҡуртымға Андрей Федорович Ивашенцев һәм уның ғаилә составындағы 7 кеше ала. Йыллыҡ ҡуртым хаҡы 1300 һумға төшкән. Ждановтың йорто 1923 йылда муниципалләштерелгән, әммә йорттоң элекке хужаһы йорт мөдире функцияһын үтәй. 1924 йылда бинала № 24 балалар баҡсаһы урынлашҡан. Василий Ждановтың ғаиләһе икенсе йортҡа күсергә мәжбүр булған. 1938 йылда балалар баҡсаһы ихтыяжы өсөн участка территорияһында өйгә өҫтәмә участок биргәндәр. 1948 йылда балалар баҡсаһы № 2 Махсуслаштырылған балалар йортона әүерелдерелгән. Уның директоры А. Ялуцкая була. 1970 йылда бинала № 4 «Золотой ключик» балалар баҡсаһы эшләй башлай һәм XXI быуатта ла эшләп килә[2]. Бинаны 1992 йылда № 325 Ҡарары (17.12.1992 йыл) буйынса төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты тип таныйҙар[3].

Тасуирлама

үҙгәртергә

Был ике ҡатлы йорт фасадында уны төҙөгөн кешеләрҙең: инженер Г. М. Сальников һәм архитектор Я. И. Коротченковтарҙың — фамилиялары яҙылған табличкалар ҡуйылған. Йорт территорияһы көньяҡ-көнбайышҡараҡ ауыш урында урынлашҡан. Йорттоң төп инеү урыны бина уртаһынан ситтәрәк һәм ҡала урамының ҡыҙыл һыҙатында тора. Суйын бағаналы күтәрмәһе тышҡа табан сығып тора. Трапеция формалы сығынҡы йорттоң һул ҡанатында урынлашҡан. Бинаның үҙәк өлөшө менән ул декоратив рәшәткәләр менән тоташҡан. Бинаның уң ҡанаты бәләкәйерәк һәм ул ихата эсендә тора. Йорттоң был өлөшө һәм рәшәткәле балконы йорт ҡапҡаһынан байтаҡ күтәренке тора. Йорт төҙөү өсөн ҡулланылған төп материал — кирбес[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә