Йәшел морон  — Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1882 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр «Москва» журналының "Әҙәби ҡушымтаһы"ндағы 15-16-сы һандарҙа 1882 йылда Антоша Чехонте ҡултамғаһы аҫтында баҫылып сыға.

Йәшел морон
Жанр

хикәйә

Автор

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле

русса

Ижат ителгән ваҡыты

1882

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1882

Баҫмалар

үҙгәртергә

А. П. Чеховтың «Йәшел морон» («Зелёная коса») хикәйәһе, уны «Бәләкәй роман» тип тә йөрөтәләр), ике бүлектән тора. 1882 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр «Москва» журналының "Әҙәби ҡушымтаһы"ндағы 15-16-сы һандарҙа 1882 йылда Антоша Чехонте ҡултамғаһы аҫтында баҫылып сыға. Хикәйә шулай уҡ яҙыусының йыйылма әҫәрҙәренә лә ингән.

Журнал ҡушымтаһында хикәйәгә ҡараған рәсемдәр яҙыусының ҡустыһы рәссам Николай Павлович Чехов тарафынан төшөрөлгән. Хикәйә персонаждары — тормошта ысынлап та йәшәгән кешеләр. Яҙыусы хатта уларҙың исемдәрен дә үҙгәртмәй һаҡлап ҡалдырған. Поручик-артиллерист Егоров (Е. П. Егоров) ағалы-энеле Чеховтарҙың дуҫы була. Е. П. Егоров ныҡ олоғайғас ҡына отставкаға сыға.

Хикәйә дача хужабикәһе ҡыҙы Оляның репетиторы исеменән беренсе затта алып барыла. Ваҡиға Ҡара диңгеҙ яр буйындағы тауҙа торған «Йәшел морон» («Зеленая Коса») дачаһында бара. Чехов бик тәфсирләп дача тирәһендәге тәбиғәтте һәм дача хужабикәһе Марья Егоровна Микшадзены тасуирлай. Марья Егоровна — 50 йәштәрҙәге бик көйһөҙ, ләкин шул тиклем ҡунаҡсыл ханым. Ул дачала 19 йәштәге ҡыҙы Оля менән бергә йәшәй. Оля консерваторияла музыкаға уҡый һәм французса һөйләшә. Дачала ваҡытлыса фатирҙа йәшәүселәр Оляны барлыҡ компанияның йәме һәм йәне булып торғаны өсөн бик ныҡ ярата. Был компанияла «Йәшел морон» дачаһында йәшәүселәр һәм күршеләре була. Ҡунаҡтарҙан бында табип Яковкин, «одесса гәзитсеһе Мухин, физика магистры Фивейский, өс студент, рәссам Чехов», Харьковтан килгән барон-юрист һәм Оляның элекке репетиторы. Күршеләре — отставкалағы поручик-артиллерист Егоров.

Ҡунаҡтар дачаға бөтә йәйҙе үткәрергә килгән. Кенәз ҡатын ҡунаҡтарҙы йыш ҡына ҡунаҡ булмәһенә саҡыра һәм уларҙы «намыҫһыҙ» тәртиптәре өсөн шелтәләй. Ҡунаҡтары унан ғәфү үтенән, уны ҡотлап шиғырҙар уҡый, «кенәз Микшадзеларҙың шәжәрә ағасының һүрәтен төшөрә», бынан һуң кенәз ҡатын тыныслана торған була. Ул поручик Егоровтан башҡа барлыҡ ҡунаҡтарын да ярата. Элек поручик уның иң яратҡан кешеһе була, ләкин «хәҙер ул барыһының да яманатын һата». Поручик Оляға өйләнеү тураһында хыяллана, һәм Оля ла уға ғашиҡ.

Хикәйәнең икенсе бүлегендә кенәз Микшадзе тере ваҡытта уға Екатеринослав алпауыты һәм Микшадзенең дуҫы кенәз Чайхидзев килгәнлеге тураһында тасуир ителә. Уның улы Оля артынан йөрөй башлай. Марья Егоровна, үҙе уйлағанса, буласаҡ ир менән ҡатынға фатихаһын бирә. Ләкин тиҙҙән Микшадзе вафат була. Үлеме алдынан ул ҡыҙы Олянан Чайхидзевҡа кейәүгә сығыуын һорай, һәм Оля уға ризалығын бирә.

Оля һәр саҡ атаһына биргән вәғәҙәһен, атаһының ихтыярын иҫендә тота, ләкин «уның тәбиғәте һәм аҡылы үҙ эшен эшләй»: поручик Егоров уның янында ғына, ә Чайхидзев уның күҙҙәре алдында көндән-көн ахмағыраҡ күренә башлай.

Шулай бер көндө Чайхидзев Йәшел моронға килә һәм кенәз ҡатын Оля менән уны йәрәштерергә була. Ҡунаҡтар саҡырыла, бал булырға тейеш. Ҡунаҡтар Оляны Чайхидзевтан низағ менән булһа ла ҡотҡарырға ҡарар итә. Балда Чайхидзев Оля менән бейей. Балдан һуң Оляны Егоров үлергә ята тип саҡырып сығаралар. Оля баҡсаға сыға һәм тере Егоровты күреп ныҡ шатлана.

Ә өйҙә Оляны бик оҙаҡ эҙләйҙәр. Кенәз ҡатындың ҡустыһы Оляның ҡайҙа икәнлеген әйтә. Оля өйгә ҡайтып ингәс, Харьковтан килгән барон-юрист Чайхидзевҡа хәленең уңайһыҙлығын әйтә. Чайхидзев баронға «үҙенең барыһын да аңлауы», атаһының васыятына артыҡ иғтибар бирмәүен бәйән итә, ләкин шул уҡ ваҡытта Оляны яратыуы һәм иртәгеһен ҡайтып китәсәге тураһында һөйләй. Ҡунаҡтар ҙа уның менән бергә китергә уйлайҙар, ләкин сентябргә тиклем дачала ҡалалар. Аҡрынлап ғаиләлә тыныслыҡ урынлаша. Поручик Оляның репетиторына йәй көнө туйы буласағы тураһында хат яҙып ебәрә.

  • Чехов А. П. Зелёная коса// Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
  • Dictionnaire Tchekhov, page 44, Françoise Darnal-Lesné, Édition L’Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.
  • Le Cap vert, traduit par Madeleine Durand avec la collaboration d’E.Lotar, Vladimir Pozner et André Radiguet, éditions 10/18, Domaine étranger dirigé par Jean-Claude Zylberstein, 2004, ISBN 2-264-03973-6.

Һылтанмалар

үҙгәртергә