Йәрминкә йортоВологда өлкәһенең Вологда ҡалаһында 1780 йылғы өс ҡатлы ҡатлы торлаҡ йорт. Классицизм стилендә төҙөлгән. Федераль әһәмиәттәге тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡы

Йәрминкә йорто
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Вологда
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Вологодская область/Вологда[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Указания, как добраться улица Мира, 6
Карта
 Йәрминкә йорто Викимилектә

Йәрминкә йорто юғары шпиль менән өс ҡатлы йорттан ғибәрәт, ул шул ваҡытта губерна архитекторы булған Петр Трофимович Бортников проекты буйынса төҙөлгән. Йортта ихатаға ҙур үтеп йөрөү аркаһы, шулай уҡ йәнәшәлә күрше йорттоң бер нисә боҙолған ҡаралтылары урынлашҡан.

Бина 1790 XVIII быуаттың 1790 йылдар тирәһендә төҙөлгән. 1820 йылда айырым йортто ҡала власы сауҙагәр Михаил Хомутинниковтан ассигнация менән 40 мең һумға йәки көмөшләтә ун мең ярым һумға һатып ала. Ҡала башлыҡтары тарафынан ҡоролманы йәрминкә сауҙаһы өсөн ҡулайлаштырырға ҡарар ителә, бында 94 кибет урынлаша ала, ә йәрминкә бөтә төньяҡ территорияла бик популяр була. Йыл һайын 6 ғинуарҙан 1 февралгә тиклем бында традицион Вологда йәрминкәләре үтә. Вологда халҡы йәрминкәләренең ябыҡ һәм уңайлы булыуы менән ғорурлана. XIX быуатта йәнәшәлә (Тыныслыҡ урамы, 4) бинаға төкәтмә төҙөлә, унда шулай уҡ сауҙа рәттәре урынлаштырыла[1].

Йорттоң төҙөлөшө башланыр алдынан был урында иҫке Сауҙа йорто булған. 1794 йылғы архитектура планында инде Йәрминкә йорто сағылған. 1927 йылда бина ҡунаҡхана урынлаштырыу өсөн яраҡлаштырыла.

 
Үҙәк фасад күренеше
 
Төкәтмә, сауҙа рәттәре

Архитектураһы

үҙгәртергә

Бина аныҡ композицияға эйә, пилястралары бар, улар йорттоң үҙәк өлөшөн айырып тора һәм яйлап мөйөштәренең әйләнешенә күсә. Шулай уҡ һылап эшләнгән гирляндалар бар, улар капителдәрҙең волюталары аша эленеп тора. Тәҙрә өҫтәрендәге фронтондарҙың нәфис кронштейндары Йәрминкә йортоноң композицияһын башҡа күрше сауҙа биналарынан ҡабатланмаҫ һәм айырмалы сағыу яһай[2].

Йорттоң стиле Петербург классицизмын хәтерләтә.

Хәҙерге торошо

үҙгәртергә

Бина беҙҙең кәндәргә тиклем йорт үҙгәрешһеҙ көйөнсә һаҡланып ҡалған. Әлеге ваҡытта айырым йортта магазиндар һәм сауҙа майҙансыҡтары урынлаша, бинаның өлөлөшөндә «Коммунальная» ҡунаҡханаһы урынлаша[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ярмарочный дом — История Вологды. Дата обращения: 12 ноябрь 2020.
  2. Ярмарочный дом: достопримечательности России, курорт Вологда. Дата обращения: 12 ноябрь 2020.
  3. Бывшая Гостинодворская площадь | Добро пожаловать в Вологодскую область. Дата обращения: 12 ноябрь 2020.
  • Фехнер М. В. Вологда. — М., 1958
  • Воронин И. Б. История Ярмарочного дома (ул. Мира, д. 4, 6).

Һылтанмалар

үҙгәртергә