Йәнғужин Айбулат Рим улы

философ. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы профессоры (2016), философия фәндәре докторы (2007), профессор

Йәнғужин Айбулат Рим улы (29 декабрь 1971 йыл) — философия тарихы өлкәһендә белгес. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы профессоры (2016), философия фәндәре докторы (2007), профессор (2013)[1].

Йәнғужин Айбулат Рим улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 29 декабрь 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (52 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө фәлсәфәсе
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә философия фәндәре докторы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Айбулат Рим улы Йәнғужин 1971 йылдың 29 декабрендә Өфө ҡалаһында тарих фәндәре докторы Йәнғужин Рим Зәйниғәбит улы ғаиләһендә тыуған. 1993 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын, 1999 йылда шул уҡ уҡыу йортоноң философия кафедраһында аспирантураны тамамлай. 1999—2001 йылдарҙан алып ассистент, философия кафедраһы уҡытыусыһы булып эшләй. 2003—2010 йылдарҙа философия һәм фән тарихы кафедраһы мөдире вазифаһын башҡара[1]. 2000 йылда философия фәндәре кандидатына дәғүә итеп, «Проблема человека в суфизме (социально-философский анализ)» темаһына диссертация яҡлай. 2006 йылда философия фәндәре докторы дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Духовный мир суфиев: социально-философский анализ» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 2007 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетының философия кафедраһы профессоры[2].

Фәнни тикшеренеүҙәре ғәрәп‑мосолман философияһы, социаль философия проблемаларына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Фән һәм Рәсәй Тәбиғәт академияһы атҡаҙанған эшмәкәре.
  • В. Лейбниц исемендәге миҙал
  • «Фәнни еңеүҙәр һәм ҡаҙаныштар өсөн» Бөйөк Александр ордены.

Һайланма фәнни баҫмалары

үҙгәртергә
  • Социальные аспекты философии суфизма. — Уфа: РИО БашГУ, 2004.- 140 с.;
  • Социально-философские аспекты генезиса суфизма. — Уфа: РИО БашГУ, 2005. — 210 с.;
  • Духовный мир суфиев. — Уфа: Гилем, 2007. — 240 с.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә