Йәйғор күбәләк (Catocala fraxini) — шайтан күбәләктәре ғаиләһенә ҡараған бөжәк.

Йәйғор күбәләк
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Catocala fraxini Linnaeus, 1758


Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр

Евразияның киң япраҡлы урмандар зонаһында таралған. Ҡанаттарының ҡоласы 8—8,5 см, алғы ҡанаттары зәңгәрһыу һоро төҫтә, ҡуйы һоро, ҡара тулҡынлы һыҙатлы, артҡылары — ҡара, киң зәңгәр таҫмалы һәм аҡ сәсәкле. Инә күбәләк ағас ҡабығы ярығына һәм ботағына йомро йомортҡалар һала. Ҡарышлауығының оҙонлоғо 9 см яҡын, ҡуйы төклө, һоро. Ағас япрағы араһында йоҡа ҡурсаҡ көбөндә ҡурсаҡлана. Ҡурсағы эре, оҙонлоғо 5—6 см, ҡуйы көрән. Күбәләктең осоп сығыу ваҡыты июль—сентябрҙә. Башҡортостан Республикаһы шарттарында йылына 1 быуын үҫә. Йомортҡаһы ҡышлай. Эңерҙә һәм төндә әүҙем. Ағас һуты м‑н, ҡарышлауығы — тирәк, ҡорос ағас һ.б. япрағы м‑н туҡлана. Аҙ һанлы төр, Башҡортостан Республикаһының урман һәм урман дала зонаһы урмандарында осрай.

  • Жизнь животных по А. Э. Брему. Т.2: Членистоногие. — М.: Учпедгиз РСФСР, 1941.
  • Ламперт К. Атлас бабочек и гусениц. — Мн.: Харвест, 2003.
  • Райххолф-Рим Х. Бабочки. — М.: Астрель, 2002.
  • Алексеев В. Г., Бабенко В. Г. Атлас бабочек. — М.: Росмэн-Пресс, 2005.

Һылтанмалар

үҙгәртергә