Йүрмә — башҡорт халҡының милли ризығы.

Эсәктән йүрмә

үҙгәртергә

Һарыҡтың 500 грамм ас һәм 300 грамм туҡ эсәге, 50-100 грамм туң май, 100—200 грамм кесерткән япрағы алына. Яҡшылап йыуылған эсәкте бүрттереп алғас, сөм һауытҡа һөҙөп, ипләп кенә сәс ишеләй үрәбеҙ. Табала йәки ҡаҙанда туң май иретеп, үрелгән эсәк­тәрҙе ваҡланған кесерткән ҡушып ҡу­рабыҙ. Ул ҡурҙаҡ кеүек әҙерләнә. Ара­һына туралған һуған һалып ебәрергә лә мөмкин. Ике яғын да тигеҙләп ҡур­ғас, яҫы тәрилкәгә йәки батмусҡа тө­шөрөп, өҫтөн яңы өҙөп алынған кесерткән япраҡтары менән биҙәйбеҙ.

Балыҡ менән тауыҡ итенән йүрмә

үҙгәртергә

Бешереү өсөн 1 тауыҡ, 1 килограмм таҙартылған балыҡ, 3 баш һуған, 1 йомортҡа, 1-2 ҡалаҡ манный ярмаһы, 6-7 бөртөк борсаҡлы ҡара борос, 5 теш һарымһаҡ, 2-3 лавр япрағы, 3-4 зәғәфрән орлоғо, 2-3 керән япрағы, йєшел һуған, 1 стакан ваҡланған шәфәри талап ителә.

Йүрмә өсөн тауыҡ һурпаһы әҙерләү

үҙгәртергә

Йәш, майһыҙ тауыҡ түшкәһе 1,5 литр һыуҙа ҡайнатыла, 1 баш һуған һалына. Тәүҙә шәп, унан талғын, ә артабан яй ғына утта, һурпа 1 литр ҡалғансы, ҡайнатырға. Тауыҡты һөҙөр­гә, һуғанды ташларға. Һөҙлөгөн йыйып алырға, һурпаны һөҙөргә. Әҙер һурпа­ны тондорорға ҡуйып торабыҙ. Ул үтә күренмәле булырға тейеш.

Йүрмә өсөн балыҡ һурпаһы әҙерләү

үҙгәртергә

Эре ҡылсыҡлы, тәңкәле, ҡыҙыл йәки аҡ итләс балыҡ (ҡыҙыл балыҡ, бәрҙе, йылға алабуғаһы һ.б.) алына. Балыҡты 6-7 сантиметр ҡалынлыҡ­тағы киҫәктәргә бүлгеләп, 2 баш һуған һалып, тоҙло һыуҙа ҡайнатырға. Балыҡ һурпаһы яҡынса 0,5-0,6 литр булырға тейеш. 15-20 минут ҡайнатҡандан һуң, балыҡты һөҙөп, ҡылсыҡтары­нан таҙартырға. Балыҡ һурпаһы һыуынмаҫ борон өҫтөнә әкрен генә тауыҡ һурпаһы ҡоябыҙ. Ҡушылған һурпа талғын утҡа ҡуйыла.

Йүрмә өсөн тауыҡ ите йомарламдары әҙерләү

үҙгәртергә

Йәшел тәмләткестәрҙе ваҡлап турарға. Тауыҡ итен һөйәгенән айырып, бысаҡ менән ваҡлап турарға (ит үткәргестән ярамай). Шул иткә сей йомортҡа, манный ярмаһы, ваҡлап туралған йәшел һуған ҡыяғы, керән яп­рағы ҡушып бутарға ла бәләкәй йомарламдар яһарға. Ит түңәрәк­тәрен ҡайнап ултырған һурпаға һа­лырға, утты көсәйтергә. Йомарламдар һурпа өҫтөнә ҡал-ҡып сыҡҡансы ҡайнатырға ла айырым һауытҡа һөҙөргә. Һурпаға йәшел тәм­ләткестәр өҫтәп, тағы 2-3 минут ҡайнатырға. Артабан балыҡ ите менән йомарламдарҙы кире һурпаға һалып, 2 минут самаһы ҡайнатабыҙ. Әҙер йүрмәне уттан алғас, ҡапҡас менән ябып, 5-6 минутҡа томалайбыҙ. Һуңы­нан тәрилкәләргә һалып, табынға ултыртабыҙ/

  • «Башҡортостан ҡыҙы» журналы, ноябрь 2011 йыл