Йүкәтау (ҡасаба)
Йүкәтау — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе Һатҡы районындағы тимер юл станцияһы ҡасабаһы. Бирҙәүеш ҡала биләмәһе составына инә.
Йүкәтау | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Бирҙәүеш ҡалаһы тораҡ пункты |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны |
526 кеше (2002)[1], 480 кеше (2010)[2], 481 кеше (2011)[3], 479 кеше (2012)[4], 473 кеше (2013)[5], 463 кеше (2014)[6], 455 кеше (2015)[7], 410 кеше (2016)[8], 391 кеше (2017)[9], 222 кеше (2021)[10] |
Почта индексы | 456930 |
Географияһы
үҙгәртергәҠасабанан бер нисә саҡрым төньяҡтараҡ Йүкәтау һырты урынлашҡан. Ҡасаба биләмәләре эргәһенән Оло Бирҙәүеш йылғаһы (үрге ағымында Бирҙәүеш тип йөрөтөлә) аға. Йүкәтау ҡала биләмәһе үҙәге булған эшселәр ҡасабаһы Бирҙәүештән 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Топонимикаһы
үҙгәртергәСиләбе ғалимы топонимист Шувалов атаманың мәғәнәһен былай тип аңлата:
|
.
Уның раҫлауына өҫтәп тағы бер фараз килтерәйек: тауҙың бик бейек һәм ҙур булмағанына күрһәткән «йоҡа» тигән мәғәнә лә һалынған булыуы мөмкин. «На Урале» сайтында бына нимә тип яҙғандар: ғәжәп күренһә лә, Йүкәтау битләүҙәре фәҡәт йүкә менән генә ҡапланған тип маҡтап булмай. Башҡорт телендә тағы бер аңлатма варианты бар — «йоҡа тау»[11].
Халҡы
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[12] | 2010[13] | 2014[14] |
526 | ↘480 | ↘463 |
Тарихы
үҙгәртергәЙүкәтауҙың тирә-йүне — Әйле башҡорттары йәшәгән урын. Антропологтар тап ошо ҡәбилә урта быуаттарҙа монгол далалары мигранттары менән әүҙем аралашҡан, тип иҫәпләй. Шуға күрә әйлеләрҙең фиғелендә монголоидлыҡ асыҡ сағыла.
Йүкәтауҙа башлыса Бирҙәүеш — Түбәнге Серге тимер юл тармағын хеҙмәтләндереүсе эшселәр йәшәй.
Граждандар һуғышы йылдарында был ҡасабала ҡыҙылдар менән аҡтарҙың ҡаты бәрелештәре булған.
XX быуаттың 60-70-се йылдарында, нефтте һурҙырып ҡыуыу станциялары эшләй башлағанлыҡтан, яңы эш урындары — Себерҙән һуҙылған нефть үткәргестәрҙе хеҙмәтләндереү эше — барлыҡҡа килә. Торбалар буйлап нефть Рәсәй нефть эшкәртеү заводтарына, шулай уҡ «Дуҫлыҡ» нефть үткәргесенә аға[15].
Инфраструктураһы
үҙгәртергәКөньяҡ Урал тимер юлдарының шундай уҡ — Йүкәтау — исемле тимер юл станцияһы урынлашҡан.
Ҡасабала нефтте һурҙырып икенсе яҡҡа ҡыуыу станцияһы, балалар баҡсаһы, мәктәп, «Нефтсе» клубы, китапхана эшләй.
1918 йылда баш күтәргән эсерҙар тарафынан атып үлтерелгән Ҡыҙыл Гвардия отряды командиры И. Е. Чигвинцев һәйкәле ҡуйылған.
Барлвғы 12 урам бар[16].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Фотоблог про станцию Жукатау. 03.01.2
- Йүкәтау ҡасабаһы картала
- На Урале 2020 йыл 19 февраль архивланған.
- Фотографии
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ Численность постоянного населения Челябинской области в разрезе муниципальных образований на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ http://www.naurale.com/items/1858/%D0%96%D1%83%D0%BA%D0%B0%D1%82%D0%B0%D1%83#.YES5qjpMTcs 2020 йыл 19 февраль архивланған.
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ На Урале 2020 йыл 19 февраль архивланған.
- ↑ Регионы России → Челябинская обл. → Ашинский р-н → Жукатау п.