Йүкәле (тау, Учалы районы)
Йүкәле — Көньяҡ Уралдағы тау һырты. Башҡортостандың Учалы районы территорияһында урынлашҡан.
Йүкәле | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 730 метр һәм 635 метр |
Оҙонлоҡ | 7 km |
Киңлек | 7 km |
Тасуирлама
үҙгәртергәБашҡорт (Көньяҡ) Уралының Йүкәле һырты Башҡортостан Республикаһының Учалы районында субмеридиональ йүнәлеш буйлап Ҡарайылға (Миндәк ҡушылдығы) һәм Тимәш (Яйыҡ йылғаһы бассейны) йылғалары араһында һуҙылған.
Һырттың оҙонлоғо 7 км, киңлеге 1,5—2 км, абсолют бейеклеге 730 м (Ҡалантау).
Оҙонлоғо яҡынса 7 км, киңлеге 1,5—2 км, абсолют бейеклеге 730 м (Ҡалантау). 539 метрҙан 730 метрға тиклем бейеклектәге 6 түбәһе айырылып тора. Һырттың иң бейек түбәләре — Ҡараташ, Ишеғол, Ҡаҡҡотан тауҙары. Көнбайыш өлөшөндәге битләүҙәре текә, көнсығышта — һөҙәк. Көньяҡ-көнсығышында Юлситтәге төбәге урынлашҡан.
Ирәндек свитаһының, йәғни бер заманда һәм бер шартта яралған тау тоҡомдары ҡатламдарының, андезибазальттарынан, карбон габброһынан һәм кемпирсай-войкар серпентиниттарынан тора.
Һырт битләүҙәренән Яйыҡ йылғаһының ҡушылдыҡтары башлана. Ландшафы аҡһыл һоро урман-тау тупрағында үҫкән ҡарағай һәм ҡайын урмандарынан тора[2].
Топонимикаһы
үҙгәртергәАтамаһы йүкә һүҙе менән бәйле.
Силәбе топонимисы, башҡорт ауыҙ-тел ижадын, крайҙы өйрәнгән ғалим Николай Шувалов «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области» тигән һүҙлегендә конкрет Учалы Йүкәле һыртын ҡарамаһа ла, Ҡытау-Ивановск биләмәһендәге Йүкәле һырты буйынса шундай мәғлүмәт бирә: {|
|
Йүкәле, һырт, Ҡытау-Ивановск районы. Башҡорт теленән тәржемә иткәндә — «йүкәле» йәки «йүкә күп үҫкән урын» тигәнде аңлатаОригинал текст (рус.)Юкала, хребет, Катав-Ивановский район. В переводе с башкирского — «липовый» или «изобилующий липами», где юка — «липа»
|}[3][4]. Әйтергә кәрәк, Йүкәле атамаһы Тарихи Башҡортостандағы бик күп тауҙар, урмандар, ауылдар атамаһы булып киң таралған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Йүкәле һырты Учалы районы
- ↑ Шувалов Н. И. Межевой // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160с. ISBN 5 — 7688 — 0157 — 7