«Йырында» — повесть. Антон Павлович Чехов яҙған, тәүге тапҡыр повесть 1899 йылда «Жизнь» журналында баҫылып сыға. Әҙәби тәнҡитсе Дмитрий Овсянико-Куликовский повестың ысынбарлығы — яңы крәҫтиәндәрҙән барлыҡҡа килә башлаған буржуазия менән бер рәттә атлаған яманлыҡ һәм гонаһты һүрәтләү [1].

Йырында
Нигеҙләү датаһы 1899
Атамаһы В овраге
Баҫма йәки тәржемә Q17352579? һәм In the Ravine[d]
Автор Чехов Антон Павлович
Ил  Рәсәй империяһы
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 1900
Первая строка Село Уклеево лежало в овраге, так что с шоссе и со станции железной дороги видны были только колокольня и трубы ситценабивных фабрик.
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

Геройҙар

үҙгәртергә

Повестағы барлыҡ персонаждар ҙа, тәнҡитселәр иҫәпләүе буйынса — «яҡшылыҡ һәм яманлыҡ критерийҙары булмаған кешеләр»[1][2].

  • Григорий Петрович Цыбукин  — мещан, һатыу эше менән шөғөлләнә.
  • Анисим Григорьевич Цыбукин  — Григорий Петрович Цыбукиндың өлкән улы, ҡалала эҙләү бүлегендә эшләй.
  • Степан Григорьевич Цыбукин  — Григорий Петрович Цыбукиндың кесе улы, атаһына ярҙам итеү менән булыша, тик уның ярҙамы бик насар, сөнки уның һаулығы хөрт һәм ул һаңғырау.
  • Аксинья  — Степандың ҡатыны, бик сибәр һәм һомғол буйлы ҡатын, бик эшсән һәм өлгөр.
  • Варвара Николаевна  — Григорий Петровичтың икенсе бисәһе, күренекле, сибәр һәм дини ҡатын. Даими рәүештә ярлыларға, дин юлында йөрөүселәргә ярҙам итә. Ул яманлыҡҡа ҡаршылыҡ күрһәтмәүҙең символы[1].
  • Липа  — Анисимдың ҡатыны, ярлы ғаиләлә үҫкән ҡыҙ. Ул яманлыҡҡа пассив ҡаршылыҡ күрһәтеүсе кеше, яҙмышына риза, күңелендә бер ниндәй ҙә уҫаллыҡ һәм үс алыусанлыҡ йөрөтмәй[1][3][4].

Цыбукин үҙенең өлкән улын өйләндерергә ҡарар итә. Улы быға ҡаршылашмай ғына риза була. Буласаҡ килендең исеме Липа, ул бик ярлы ҡыҙ, шунлыҡтан Цыбукиндарҙың өйөнә килен булып төшөү төрлө яҡтан ҡарағанда ла уның өсөн яҙмыш бүләге, сөнки уның бирнәһе лә юҡ.

Анисим туй алдынан өс көн алда ҡайта һәм барыһына ла бүләккә өр-яңы тимер аҡсалар тарата.

Анисим туйҙа бик тиҙ генә иҫерә һәм үҙенең ҡалалағы дуҫы Самородов фамилиялы кеше менән маҡтана һәм уны «махсус кеше» тип атай. Биш көндән Анисим ҡалаға китә. Китер алдынан ул Варвара менән һөйләшә, һәм тегеһе уға Хоҙай ҡушҡанса йәшәмәүҙәре, алдаҡсылыҡ менән булышыуҙары тураһында зарлана. Хушлашҡанда, Анисим үҙен Самородовтың ниндәйҙер ҡараңғы эшкә бутауы тураһында һөйләй: «мин йә байыйым, йә юҡҡа сығасаҡмын», - ти. Станцияла Цыбукин улынан өйҙә ҡалыуын, эш менән булышыуын үтенә, ләкин улы ризалашмай.

Анисимдың аҡсалары алдаҡсы аҡса икәне асыҡлана. Ул тәңкә аҡсаларҙы Самородов менән бергә эшләгән була һәм шунлыҡтан уларға суд була. Атаһы бының өсөн бик ныҡ ҡайғыра. Ул ысын тәңкәләрҙе алдаҡтары менән бутаған һәм хәҙер уларҙы бер-береһенән айыра алмай. Үҙе ғүмер буйы кешеләрҙе алдап йәшәһә лә, улының был насар эшен ул башына һыйҙыра алмай һәм аҡылдан яҙа. Ҡарттың хәстәрлегенә ҡарамайынса, Анисимды һөргөнгә ебәрәләр. Өйҙәге барлыҡ эштәр менән Аксинья етәкселек итә башлай. Ул Липаны һәм уның яңы тыуған балаһын күрә алмай нәфрәтләнә, сөнки был баланың киләсәктә ғаиләнең вариҫы буласағын һәм бар байлыҡтың уларға тейәсәген аңлай. Липаның күҙе алдында Аксинья баланың өҫтөнә ҡайнар һыу һибә, һәм бешкән бала ғазапланып үлә. Липа был йорттан ҡасып китеп, Хоҙай юлында йөрөүселәргә барып ҡушыла. Липа өйгә ҡайтҡас, ҡарт Цыбукин уның балаһы үлеүҙә Аксиньяны түгел, ә Липаның үҙен ғәйепләй, сөнки ҡарт Аксиньянан бик ныҡ ҡурҡа. Липа әсәһенә ҡайтып китә. Йорт хужаһы булып ҡарт иҫәпләнһә лә, йортта Аксинья тулыһынса хужа булып ҡала. Ул ағалы -энеле сауҙагәр Хрыминдар менән бергәләшеп трактир аса, кәйеф-сафа ҡора, төрлө махинацияларҙа ҡатнаша. Ҡарт Цыбукиндың хәтере ныҡ тарҡала, ул хатта, әгәр берәйһе ашатмаһа, ашарға ла онота. Кис көнө ул ирҙәр менән урамда йөрөй һәм уларҙың әңгәмәләшкәндәрен тыңлай. Шулай бер көндө ул урамда Липа менән Прасковьяны осрата. Тегеләре ҡарт менән бил бөгөп һаулыҡ һораша, тик тегеһе бер ни ҙә өндәшмәй, бары тик күҙ йәштәрен генә ҡоя. Аңлашылыуынса, ул бөтөнләй ас була. Липа уға бутҡалы бәлеш бирә. «Ҡарт бәлеште ала һәм ашай башлай[…] Липа менән Прасковья артабан китә һәм юл буйына оҙаҡ итеп суҡынып бара»[3][4].

Әҙәби тәнҡитсе Альбов В. П. яҙыуынса, «фекер тәрәнлеге һәм һүрәтләү нескәлеге буйынса был әҫәр Чехов яҙған әйберҙәр араһында иң яҡшыһы». Тәнҡитсе фекеренсә, «Йырында» повесы — Чеховтың үҙе өсөн асҡан философияһының яңы күренеше[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Овсянико-Куликовский Д. Н. «В овраге», повесть А. П. Чехова // Вопросы психологии творчества / Д. Н. Овсянико-Куликовский. 2-е изд. М., 2008. С. 248—256. 1-я публ.: Северный курьер. 1—9 май
  2. С. П. Бавин. Творчество А. П. Чехова в панораме мнений / В овраге. Литературно-критические материалы, Рекомендательный библиографический указатель, К 150-летию со дня рождения А. П. Чехова (1860—1904). НИО библиографии (2009). Дата обращения: 20 июнь 2012. Архивировано 26 сентябрь 2012 года. 2017 йыл 28 апрель архивланған.
  3. 3,0 3,1 П. В. Басинский. В овраге. Дата обращения: 20 июнь 2012. Архивировано 26 сентябрь 2012 года.
  4. 4,0 4,1 Все шедевры мировой литературы в кратком изложении. Сюжеты и характеры. Русская литература XIX века / Ред. и сост. В. И. Новиков. — М. : Олимп : ACT, 1996. — 832 с.
  5. Альбов В. П. Два момента в развитии творчества Антона Павловича Чехова: (крит. очерк) // Мир Божий. {0}[13]{/0}} (1936) {0}[13]{/0}} (1936) С. 104—112.

Һылтанмалар

үҙгәртергә


  Был әҙәбиәт тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.