Йорданов йорто (Таганрог)

Йорданов йорто — Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһының Грек урамындағы 46-сы йорт. Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты(18.11.92 йыл) 301 ҡарары буйынса.

Иҫтәлекле урын
Йорданов йорто
Ил Рәсәй
Урыны Таганрог, Грек урамы , 46
Төҙөлгән ваҡыты ХIХ быуат башы
Бөгөнгө хәле яҡшы

Тарих үҙгәртергә

Успенский тыҡрығы һәм Грек урамы киҫешкән урындағы ике ҡатлы бина ХIХ быуат башында төҙөлгән. ХIХ быуаттың икенсе яртыһында бинаға ҡаланың билдәле кешеләре хужа булған. 1870 -се йылдарҙа 3 -сө гильдия сауҙагәре Федор Петрович Йорданов йортто һатып ала. Был сауҙагәр Таганрогта 1820-се йылдарҙа төпләнгән. Ул бакалея тауарҙары менән сауҙа иткән һәм уның ике макарон фабрикаһы була. 1843 йылда 36 йәшендә сауҙагәр Грек сиркәүендә бай сауҙагәр Анастасий Лициндың 17 йәшлек ҡыҙы София менән никахлаша. 1850 йылда София вафат була. Таганрог православие зыяратында уның ҡәберендә ҡыҙы граниттан эшләнгән эпитафия яҙылған һәйкәл тора. Һәйкәл ҡара таш постаментҡа баҫтырылған. Сауҙагәрҙең икенсе ҡатыны Ольга Павловна биш бала таба: София (1853), Петр (1855), Мария (1856), Павел (1858) һәм Пантелеймон (1862).

Федор Петрович үҙ заманында Таганрог портын төҙөү комиссияһы составында була. Уның улы Павел, тайный советник һәм министр, Дәүләт думаһында Таганрог портын төҙөү мәсьәләһен хәл итә. 1872 йылда федор Петрович 64 йәшендә вафат була. Уның йорто мираҫ буйынса икенсе ҡатыны Ольга Павловнаға күсә. Артабан, 1925 йылда, уларҙың балалары йортта хужа булып тора. 1890—1891 йылдарҙа бинала Н. К. Чубенко макарон фабрикаһы эшләй.

Совет власы йылдарында йорт милли милеккә әйләнә. 1918 йылда бында диңгеҙселәр клубы була,әлеге ваҡытта был торлаҡ йорт.

Тасуирлама үҙгәртергә

Грек урамы һәм Добролюбов тыҡрығында урынлашҡан был ике ҡатлы йорт кирбестән һалынған. Уның фасадында ете тәҙрә. Йорттоң һул яғында ҡунаҡ күтәрмәһе. Беренсе ҡат тәҙрәләре һәм ҡунаҡ ишеге күркәм йоҙаҡ таштар менән биҙәлгән. Икенсе ҡаттың тәҙрәләре тура мөйөшлө сандриклы һәм матурлап һылап эшләнгән. Йорттоң ике ҡаты араһында кәрниз ҡуйылған. Фасадының өҫтөндә шулай уҡ кәрниз тора. Бина мөйөштәрендә аҫҡа табан түбәнәйеп тора, икенсе ҡатында балкон бар.

Бина һары төҫкә буялған, ваҡ архитектура элементтары аҡ төҫтә. Йорт ишек алдына һул яҡтан металл ҡапҡа аша инәһең. Бина төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объектына ҡарай (Ҡарар № 301 18.11.92 йылдан алып).

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Энциклопедия Таганрога. — Ростов-н/Д: Ростиздат, 2003. — 512 с. — ISBN 5-7509-0662-0.
  • Гаврюшкин О. П. По старой Греческой… (Хроника обывательской жизни). — Таганрог: Лукоморье, 2003. — 514 с. — ISBN 5-901565-15-0.

Һылтанмалар үҙгәртергә