Йондоҙҡай (Stellaria) — ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Йондоҙҡай
Уртансы йондоҙҡай
Звездчатка средняя (Stellaria media).
Общий вид цветущего растения
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Stellaria L. 1753, Sp. Pl.:421

Синонимдар
Alsine L. 1753
Larbrea A.St.-Hil. 1815
Leucostemma Benth. ex G.Don 1831
Tytthostemma Nevski 1937
Mesostemma Vved. 1941
Төр өлгөһө
Бүлендек таксондар

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  20163
NCBI  13273
EOL  53230
GRIN  g:11505
IPNI  ???

Таралышы үҙгәртергә

Яҡынса 120 төрө билдәле, бөтә ер шарында таралған. Башҡортостанда 8 төрө үҫә: һаҙ йондоҙҡайы, ҡаты япраҡлы йондоҙҡайы, туғай йондоҙҡайы, йөнтәҫ касалы йондоҙҡай, йорт йондоҙҡайы, фин йондоҙҡайы, ҡаты япраҡлы йондоҙҡай, урман йондоҙҡайы һ.б. Һаҙлыҡтарҙа, болондарҙа, йылға ярҙарында, урмандарҙа үҫә. Туғай йондоҙҡайы, йөнтәҫ касалы йондоҙҡай, йорт йондоҙҡайы республиканың бөтә биләмәһендә; фин йондоҙҡайы, ҡаты япраҡлы йондоҙҡай, урман йондоҙҡайы башлыса Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында таралған. Бунге йондоҙҡайы башлыса Башҡортостандың Урал алдында, ҡалын япраҡлы йондоҙҡайы Йәрмәкәй һәм Ҡалтасы райондарында осрай.

Ботаник яҙма үҙгәртергә

Күп йыллыҡ, һирәгерәк бер һәм ике йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары 4 ҡырлы йәки йомро, төҙ йәки күтәрелеүсән, бейеклеге 5—60 см. Япраҡтары таҫма‑ланцет йәки йомортҡа формаһында, ултырма йәки һаплы, ҡапма‑ҡаршы урынлашҡандар. Сәскәләре аҡ төҫтә, дөрөҫ төҙөлөшлө, ике енесле, сәскәлектәре — дихазиялар. Май—сентябрҙә сәскә ата. Емеше — тумалаҡ йәки йомортҡа формаһындағы ҡумта, июнь—октябрҙә өлгөрә.

Ҡулланылышы үҙгәртергә

Бунге йондоҙҡайы, туғай йондоҙҡайы — мал аҙығы һәм баллы үҫемлек, ҡаты япраҡлы йондоҙҡай, тәкәрлек йондоҙҡайы — ағыулы үҫемлек. Йорт йондоҙҡайы йәки йорт үләне — ҡыйүләне, составында С витамины, дуплаусы матдәләр, сапониндар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Edible and Medicinal Plants of the West, Gregory L. Tilford, ISBN 0-87842-359-1
  • Цвелев Н.Н. Звездчатка // Флора Восточной Европы. — М.: Тов-во научных изданий КМК, 2004. — Т. 11. — С. 146.

Йондоҙҡай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

 
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Stellaria