И. Я. Фокиндың килем йорто

Я.И. Фокиндың килем йортоМәскәүҙә Баҡса ҡулсаһындағы бина (Ер Валы урамы, 7-се йорт). Килем йорто XIX быуат аҙағында — XX быуат башында архитектор Э.-Р. К. Нирнзей проекты буйынса сауҙагәр И. Я Фокин өсөн төҙөлә. Мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә[2][3]

И. Я. Фокиндың килем йорто
Нигеҙләү датаһы 1898
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Басманный район[d]
Архитектор Нирнзее, Эрнст-Рихард Карлович[d]
Архитектура стиле эклектика[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q27605600?
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1]
Указания, как добраться улица Земляной Вал, 7
Карта
 И. Я. Фокиндың килем йорто Викимилектә

1898—1901 йылдарҙа архитектор Эрнст-Рихард Карлович Нирнзее сауҙагәр Иван Яковлевич Фокин өсөн дүрт ҡатлы килем йорто төҙөй, ә тиҙҙән уға тағы һул яҡтан төкәтмә төҙөй. 1903 йылда йорттоң хәҙерге Казаков урамы яғында урынлашҡан өлөшөндә егәрлелекте дәртләндереү йәмғиәтенең дүртенсе халыҡ ашханаһы асыла. Йәмәғәт туҡланыуы ойошмаһы совет осоронда ла ошо йортта урынлаша[3]. Казаков урамы менән мөйөштә оҙаҡ ваҡыт булка магазины эшләй, уға инеү урынын алтын керәндил биҙәй. Йорттоң өҫкө ҡаттарында совет осоронда коммуналь фатирҙар урынлаша. Хәҙер ваҡытта элекке килем йортон төрлө фирмаларҙың офистары биләй, ә беренсе ҡатында ресторандар урынлашҡан[3].

Архитектураһы

үҙгәртергә

Килем йорто модерн стиле элементтары менән эклектика рухында төҙөлгән. Йорттоң һул яғы өлөшөндә инеү урыны түңәрәк тәҙрә менән ҡатмарлы фронтон ослап ҡуя. Улар өҫтөндә бәләкәй сатыр һәм ҡумталы көмбәҙ. Килем йортоноң фасады, бигерәк тә уның һул яғы, бай һылап биҙәлгән. Фронтон аҫтында, дүртенсе ҡаттың ҙур тәҙрәһе өҫтөндә — гирляндалар менән берләшкән ике ҡатын-ҡыҙ башы[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Приказ Департамента культурного наследия города Москвы № 454 от 15.08.2023
  2. Доходный дом, 1898—1901 гг., архитектор Э. Нирнзее // Список объектов культурного наследия Москвы
  3. 3,0 3,1 3,2 Моя маленькая Москва : знаменитые немцы в российской столице : путеводитель / авт.-сост. Н. Б. Леонова. — Москва : МСНК-пресс, 2014. — С. 140—141. — ISBN 978-5-98355-109-1
  4. Москва: Архитектурный путеводитель / И. Л. Бусева-Давыдова, М. В. Нащокина, М. И. Астафьева-Длугач. — М.: Стройиздат, 1997. — С. 463. — ISBN 5-274-01624-3.