И. С. Тургенев һәйкәле (Орёл)
Иван Сергеевич Тургенев һәйкәле Орёл ҡалаһында урынлашҡан — Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы объекты.
И. С. Тургенев һәйкәле | |
![]() | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Орёл |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
![]() |
Ҡаланың иң матур урындарының береһендә, «Тургенев яры» тип аталған урында — Ока йылғаһы яры битләүе түбәһендә, мәҙәниәт һәм ял итеү паркы менән йәнәш урынлашҡан.
Монумент рус яҙыусыһы И.С.Тургеневтың тыуыуына 150 -йыллыҡ юбилейы уңайы менән 1968 йылдың 4 ноябрендә асыла.
Һәйкәлдең авторы скульптор Г. П. Бессарабский. Архитекторҙары А. И. Свиридов һәм В. С. Атанов[2].
Ҡара, шымартылған гранит постаментта ҡуйылған И.С. Тургеневтың бронза фигураһынан ғибәрәт. Яҙыусы алыҫтарға ҡарап уйсан ултырған килеш һүрәтләнгән.
Постаментҡа ҡабырға яғында — «Иван Сергеевич Тургенев», икенсе яғында — яҙыусының тормош дата һы— «1818.28.X.» — «1883.22.VIII.» яҙылған
Һәйкәл урындағы әһәмиәткә эйә булған монументаль сәнғәт ҡомартҡыһы[3].