Иҫәп (мәғәнәләр)
Викидатала элемент тултырылмаған |
Иҫәп һүҙе ошо мәғәнәләрҙә ҡулланыла:
- Иҫәп - ниҙеңдер берәмекләп билдәләнгән һаны, хисабы, миҡдары - халыҡ иҫәбен алыу
- Иҫәп - уйында, ярышта яҡтарҙың һөҙөмтәһен күрһәткән һан - "Салауат Юлаев" командаһы 5:0 иҫәбе менән еңде
- Иҫәп - эшләнгән эш өсөн түләнгән хаҡ.
- Иҫәп - эшләнгән эш өсөн яуап тотоу
- Иҫәп - ниҙер эшләргә ниәт тотоу - иртәгә ҡайтып етергә иҫәп тотоу
- Иҫәп - ниндәйҙер кешеләр төркөмөндә бер дәрәжәлә йөрөү йәки йөрөмәү - алдынғылар иҫәбендә йөрөү; иҫәпкә бар, һанға юҡ
- Иҫәп - кемдеңдер йәки ойошманың банкта ятҡан аҡсаһы
- Иҫәп -күләмде билдәләү - малды иҫәпкә алыу
Күсмә мәғәнәлә
үҙгәртергә- Ҡара иҫәп - күңелдән һанау
- Иҫәбе юҡ - һанһыҙ, бик күп
Фольклорҙа
үҙгәртергә- Ике иҫәп - бер хисап - күпме һанаһаң да бер килеш ҡала
- Иҫәпкә бар, һанға юҡ - булдыҡһыҙ, эшлекһеҙ кеше
- Иҫәпкә һан - исем өсөн
- Иҫәпте өҙөү - мөнәсәбәттәрҙе бөтөрөү
- Иҫәпленең ҡуйы теүәл
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 409-сы бит
Оҡшаш исемле мәҡәләләр. Әгәр Һеҙ бында Википедияның башҡа бер мәҡәләһенән килһәгеҙ, зинһар мәҡәләгә кире ҡайтығыҙ һәм һылтанманы мәҡәләгә дөрөҫ күсерлек итеп төҙәтегеҙ. |