Иҫке Өфө
Иҫке Өфө — Өфө ҡалаһының көньяҡ өлөшөнөң тарихи атамаһы. Өфө барлыҡҡа килгән һәм үҫә башлаған урын.
Иҫке Өфө | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Өфө |
Иҫке Өфө Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәИҫке Өфөлә Өфө кремле, ҡала посады, тәүге йорттар һәм урамдар барлыҡҡа килә. Артабан Иҫке Өфө тип Соҡалаҡ йылғаһының һул яғындағы Сергий һәм Усолье тауҙары араһын атап йөрөтәләр.
Иҫке Өфөнөң Соҡалаҡ тирәһе электән планһыҙ төҙөлөш, йорттарҙың тәртипһпҙ урынлашыуы менән айырылып тора. Шул сәбәпле элек йорттар, урамдар, тыҡрыҡтар, баҡсалар араһында ошо тирәлә йәшәгән кешеләр генә йөрөй белгән. Был ҡала төҙөлөшөнөң генераль планы булмауы менән дә, төбәк рельефының ҡатмарлылығы менән дә аңлатыла.
Иҫке Өфөнө үҙгәртеп ҡороу ХХ быуаттың 70-се йылдарында башлана, шулай итеп, иҫке урамдарҙа яңы йорттар һәм биҫтәләр барлыҡҡа килә.
Хәҙер Иҫке Өфө тигәндә Өфөнөң Киров районына ингән бөтә үҙәк өлөшө күҙҙә тотола.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Синенко С. Неторопливые прогулки по Уфе. Городской путеводитель. — Уфа: Китап, 2010. — 376 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-295-05148-7.
- Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.
- Нигматуллина И. В. Старая Уфа. Историко-краеведческий очерк. — Уфа: Белая река, 2007. — 224 с. — ISBN 978-5-87691-036-3.