Иҫке төрөк бухтаһы
Иҫке төрөк бухтаһы — Азов диңгеҙе буйында дуға формаһындағы Таганрог ҡултығының төньяҡ ярында туңмай торған бухта. Ул Таганрог ҡалаһы һәм ҡала тибындағы Петрушино сиктәрендә урынлашҡан. Бухта материкҡа 1,25 км инеп тора, уның бухтаға инеү еренең киңлеге 5,8 км тәшкил итә. Бухтаның төньяҡ ярында үҙәк ҡала пляжы тора. Ул яр буйлап 2,4 км -ға һуҙылған.
Иҫке төрөк бухтаһы | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
Юғарылағы акватория | Таганрог ҡултығы |
Ил | |
Майҙаны | 4,1 км² |
Яр һыҙығы оҙонлоғо | 8,63 км |
Тарих
үҙгәртергәБухта яры буйында табылған археологик табылдыҡтар был ерҙә грек-рим колонизациялау осорондағы византия мәҙәниәтенә һәм шулай уҡ урта быуаттарҙың (XI быуат-XIII быуат) мәҙәниәтенә лә ҡарай. 1696 йылдың 27 июлендә Таганрог морононда ҡәлғә төҙөү мөмкинлеген баһаларға килеүсе Пётр I бухтаға килә. Бухта янындағы территория оҙаҡ ваҡыт Адмиралтейство ҡасабаһы тип атала, бында XVIII быуат аҙағында флагман йорто, порт конторы һәм төрлө оҫтаханалар торған[1]. 1920-се йылдарҙа эре балыҡ сәнәғәтселәре П. М. Рочегов, А. К. Мартовицкий һәм А. И. Боудон тарафынан балыҡ тотоу артелдәре ойошторолған. 1930-сы йылдарҙа улар базаһында Таганрог балыҡ эшкәртеү заводы асыла[2].
-
Революцияға тиклемге асылмала Таганрог иҫке төрөк бухтаһы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ В. И. Тимошенко. Энциклопедия Таганрога. — Ростов-на-Дону: РостИздат, 2003. — С. 171. — 526 с.
- ↑ Гаврюшкин О. П. Вдоль по Питерской (Хроника обывательской жизни). — Таганрог: БАННЭРплюс, 2000. — 436 с.