Иҫке баҙар (Джяковица)
Джяковицалағы иҫке баҙар (Оло баҙар) — Косово биләмәһендәге иң бороңғо баҙар. Баҙар урынлашҡан тарихи районда шулай уҡ XV быуатта төҙөлгән бороңғо ҡала мәсете Хадум бар.
Ҙур баҙар Джяковица иҡтисадының йөрәге була, унда яҡындағы ауылдарҙан китерелгән тауарҙар менән сауҙа итәләр. Иҫке баҙар 1999 йылдағы Косово һуғышы ваҡытында емерелә, ә һуңынан яңынан тергеҙелә.
Мәсет тирәләй скульптура биҙәүле, иҫке Ғосман телендә уйып яҙылған яҙыуҙары булған ҡәбер таштары урынлашҡан. Элек Джяковицаның билдәле ғаиләләренең вәкилдәре шунда ерләнгән. Шулай уҡ мәсет комплексына 2008 йылда емерелгән хамам (төрөк мунсаһы), һәм 1671 йылда төҙөлгән бороңғо китапхана бинаһы (Косово һуғышы ваҡытында емерелгән) инә.
Иҫке баҙар ҡаланың үҙәге эргәһендә, Крана йылғаһының икенсе ярында, күпер аша 5 минутлыҡ юл алыҫлығында урынлашҡан. Баҙар яҡынса 3,5 гектар майҙанды биләй, ә уның төп урамының оҙонлоғо 1 км тәшкил итә, урам буйлап яҡынса 500 магазин урынлашҡан. Унда шулай уҡ мәсет, бер нисә төрбә һәм сәғәт башняһы урынлашҡан[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Broshura për promovimin e Gjakovës,CBDC
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Masar Rizvanolli (2009). Grand Bazaar of Gjakova. Gjakove: Intellectuals Association of.