Ишмөхәмәт (Хәйбулла районы)
Ишмөхәмәт— юҡҡа сыҡҡан ауыл, Башҡортостандың Хәйбулла районы Татыр-Үҙәк ауыл Советы составына ингән булған.
Ишмөхәмәт | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Татыр-Үҙәк ауыл Советы (Хәйбулла районы) |
1981 йылда, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1981 йылдың 12 февралендәге 6-2/66 һанлы «Ҡайһы бер тораҡ пункттарҙы Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше буйынса иҫәп мәғлүиәттәренән алып ташлау тураһында» указына ярашлы, тораҡ пункттар исемлегенән алына. Унда былай тип әйтелә:
Халыҡтың күсеп китеүе һәм ысынбарлыҡта йәшәүҙән туҡтауы менән бәйле, Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше буйынса иҫәп мәғлүиәттәренән түбәндәге тораҡ пункттарҙы алып ташларға:… Хәйбулла районы буйынса
Ивановка ауыл Советының Дәүләт урман питомнигы ҡасабаһы
Татыр-Үҙәк ауыл Советының Ишмөхәмәт ауылы— http://bashkortostan.news-city.info/docs/sistemao/dok_keqijo.htm
Ишмөхәмәт ауылында 1959 йылдың 1 ғинуарында Ғүмәрова Люциә Шаһибал ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды рәйесе тыуған[1]
Ауыл халҡының күпселеген башҡорттар тәшкил иткән[2][3]. «Яңы тормош», «Большевик» колхоздары эшләгән
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Конституционный Суд Республики Башкортостан: Состав суда 2011 йыл 29 ноябрь архивланған.
- ↑ УРГАЗА.ru: (недоступная ссылка)
- ↑ УРГАЗА.ru: (недоступная ссылка)