Ишкәкле слалом
Ишкәкле слалом — спорт төрө, шәп ағышлы йылғалар йәки махсус каналдар буйлап тәбиғи йәки яһалма кәртәләр аша байдарка һәм каноэла төшөү.
Тарихы
үҙгәртергә20 б. 80‑се йй. И.с. б‑са ярыштарҙа Башҡортостандан тәүге ҡатнашыусылар Гастелло Н. Ф. исемендәге спорт клубының һыу туризмы секцияһы спортсылары була. Рәсәй чемпионатының көмөш призёры, үҫмер спортсылар араһында Рәсәй беренселеге еңеүсеһе (бөтәһе лә — 2002) А. А. Морозова респ. И.с. б‑са тәүге Рәсәй спорт мастеры була (2002). И.с. б‑са ҙур уңыштарға Ә.И.Сөләймәнова — Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (2 тапҡыр, 2000); Р. Р. Тимерғәзин һәм М. В. Фёдоров — Рәсәй кубогын яулаусылар (2002), Рәсәй чемпионаттарының көмөш (2000, 2002, 2004) һәм бронза (1999, 2003—04) призёрҙары; А. А. Бикмәтов һәм А. Ю. Журавко — Рәсәй чемпионаты (2003) һәм Рәсәй кубогының (2004) бронза призёрҙары; Е. С. Соколова — Рәсәй чемпионаты еңеүсеһе һәм бронза призёры (2011) ирешә. Үҫмер спортсылар араһында Рәсәй беренселектәре еңеүселәре: Сөләймәнова (2000—01); Ю. В. Никитина, Влад. С.Панин (икеһе лә — 2006); В. В. Большаков һәм А. О. Хатипов (2 тапҡыр, 2006); Соколова (2 тапҡыр, 2011); М. А. Праухин һәм Д. Р.Шәңгәрәев (2011). Үҫмерҙәр араһында Вяч. С.Панин халыҡ‑ара ярыштар еңеүсеһе (2006), Р. О. Степанов һәм И. А. Шайдуров донъя (2010) һәм Европа (2011) беренселектәренең бронза призёрҙары. Респ. «Тулҡын» үҫмерҙәр клубында (Өфө) И.с. секцияһы һәм байдарка һәм каноэла ишеү буйынса спорт мәктәбендә И.с. бүлеге эшләй, уларҙа 100‑гә яҡын кеше шөғөлләнә (2011). 1987 й. алып БР Спорттың һыу‑ишеү төрҙәре федерацияһы эшләй. И.с. м‑н тренерҙар Н. С. Волков, В. П. Егорова һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. [1]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Ulrike Deppe, Jürgen Gerlach, Karel Knap. Kanuslalom: Technik und Training. München, Bern, Wien: BLV-Verlagsgesellschaft, 1979.
- Гребной слалом // Ҙур олимпия энциклопедияһы 2 томда / автор-төҙөүсе В. Л. Штейнбах. — М. Олимпия Уйындары, 2006.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- "Ишкәкле слалом " Спорт төрө ҡағиҙәләрен раҫлау тураһында, Рәсәй Федерацияһының спорт министрлығы 2015 йылдың 10 февралендәге 116-сы һанлы бойороҡ
- Ишкәкле слалом сайтта ICF (инг.)
- Рәсми ҡағиҙәләр ICF(недоступная ссылка) Проверено Сентябрь 2019. (инг.) — 2005 йылда ҡабул ителгән