Ишкилдин Люцир Мирзаян улы
Ишкилдин Люцир Мирзаян улы (20 июль 1939 йыл) — хеҙмәт ветераны. 1962—1983 йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының ауыр йөк ташыусы автомобилдәр йөрөтөүсеһе, артабан 1997 йылғаса — үҙбушатҡыс машина йөрөтөүселәр бригадиры. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры. СССР-ҙың маҡтаулы таусыһы (1979).
Люцир Мирзаян улы Ишкилдин | ||
Тыуған көнө | ||
---|---|---|
Тыуған урыны |
БАССР-ҙың Ҡандра районы Бишҡурай ауылы [1] | |
Гражданлығы | ||
Наградалары һәм премиялары |
| |
Биографияһы
үҙгәртергәЛюцир Мирзаян Ишкилдин 1939 йылдың 20 июлендә Башҡорт АССР-ының Ҡандра районы ref name="Н" /> Бишҡурай ауылында тыуған.
Махсус урта белемле, 1959 йылда Бәләбәй ауыл һәм урман хужалығын механизациялау һәм электрификациялау техникумын тамамлаған.
1960—1962 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәттән бушатылғандан һуң, Учалы тау байыҡтырыу комбинатында машина йөрөтөүсе һәм бер үк ваҡытта үҙбушатҡыс машина йөрөтөүселәр бригадиры булып эшләй.
Люцир Ишкилдиндың бригадаһы 1979, 1984—1987 йылдарҙа СССР Төҫлө металлургия министрлығы предприелары буйынса тау массаларын һәм руданы сығарыусы бригадалар араһындағы Бөтә Союз социалистик ярыштары еңеүсеһе була. Уның бригадаһында хеҙмәт етештереүсәнлеге ҡуйылған пландан 1,4 тапҡырға артып китә.
Люцир Мирзаян улы Ишкилдин 1999 йылда пенсияға сыға, Учалы ҡалаһында йәшәй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Эшендәге юғары күрһәткестәре һәм социалистик йөкләмәләрҙе үтәгәне өсөн I дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены (1986), II дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены (1981), III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены (1976) һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.
- СССР-ҙың Маҡтаулы таусыһы (1979).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Хәҙер Башҡоpтостан Республикаһының Туймазы районы.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ишкилдин Люцир Мирзаян улы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.