Итальян тыҡрығы (Таганрог)

Итальян тыҡрығы— Таганрогтың үҙәк тарихи өлөшөндәге тыҡрыҡ.

Итальян тыҡрығы
Таганрог
Дөйөм мәғлүмәт
Ил

Рәсәй

Төбәк

Ростов өлкәһе

Ҡала

Таганрог

Элекке исемдәре

Бишенсе поперечный пер.,
Итальян пер.,
Исполком тыҡрығы

Оҙонлоғо

1860 м.

Почта индексы

347900

картала

Географияһы

үҙгәртергә

Тыҡрыҡ Грек урамынан башлап Шевченко урамына тиклем үтә[1], диңгеҙгә төшкән һөҙәк Банный (совет заманында Дуров) ауышлығында тамамлана[2]. Тыҡрыҡтың оҙонлоғо — 1860 м.

 
Таганрог, Итальян тыҡрығы. 1917 йылға тиклемге фото
 
Таганрог, Каменнов йорто

Элекке исемдәре— Бишенсе арҡыры , Итальян , Исполком тыҡрыҡтары.

Исполком тыҡрығы тип 1923 йылда ҡала советы ҡарары менән ҡала коммуналь хужалығы инициативаһы буйынса атала[3]. Итальян тыҡрығы менән Петров урамдары мөйөшөндәге ҡала комитеты менән бер рәттән торған Ҡала советы депутаттарының башҡарма комитеты бинаһы хөрмәтенә уны яңы Исполком тыҡрығы тигән исем менән атағандар.

"Итальян тыҡрығы " исеме уға 1990 йылда кире ҡайтарыла.

1880-се йылдарға тиклем тыҡрыҡта грунтлы юл булған, шунлыҡтан ямғырҙарҙан һуң урам ҡара ер ҡатыш балсыҡҡа әйләнә торған була. 1880 -1895 йылда ҡала юлдарына әүҙем рәүештә кубик формалы ҡаты таш түшәйҙәр, шул ваҡытта Итальян тыҡрығын да нығыталар.

XIX быуаттың беренсе сирегендә йорттарҙың нумерациялары булмаған, уны бары тик 1832 йылда ғына ҡуллана башлағандар. Нумерация бер нисә тапҡыр үҙгәрештәргә дусар ителә: XIX быуатта өс мәртәбә, шул иҫәптән 1844, 1867 һәм 1878 йылдарҙа, ә XX быуатта ике тапҡыр.

XX быуаттың беренсе сирегендә Итальян тыҡрығы янында Сарматованың йәйге баҡсаһы булдырыла[4].

Итальян тыҡрығында урынлашҡан

үҙгәртергә
  • Итальян тыҡрығы, 4 — «Яңы Таганрог гәзите» редакцияһы.
  • Итальян тыҡрығы, 6 — «Китап» магазины.
  • Итальян тыҡрығы, 7 — «Нур» кинотеатры Петр урамы мөйөшө, 57.
  • Итальян тыҡрығы, 7 — «Бамбук» кафеһы
  • Итальян тыҡрығы, 9 — Даллапорте йорто, көнкүреш химияһы магазины.
  • Итальян тыҡрығы, 11 — Драгослав йорто, стоматология.
  • Итальян тыҡрығы, 18 — Папанагиоти йорто.
  • Итальян тыҡрығы, 20 — Архитектура һәйкәле Золотарёв йорто.
  • Итальян тыҡрығы, 22 — Ходжаев йорто .
  • Итальян тыҡрығы, 27 — Каменнов йорто — XIX быуат уртаһының ике ҡатлы йорто. Төбәк әһәмиәтенә эйә мәҙәни мираҫ һәйкәле. 301 Ҡарар (18.11.92 й.)

Һәйкәлдәр

үҙгәртергә
  • Итальянский пер. 9 — «Дружба не ржавеет» (скульпт. Акоп Халафян, 2010).

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  1. Рыбалкин А. А. Итальянский переулок // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 370.
  2. Волошин В. Вдоль и поперёк Итальянского. — Таганрог: ИП Кравцов В. А., 2012. — С. 9.
  3. Волошин В. Вдоль и поперёк Итальянского. — Таганрог: ИП Кравцов В. А., 2012. — С. 17.
  4. Гаврюшкин О. П. Г12 «По старой Греческой…» (Хроника обывательской жизни) — Т.: ООО «Издательство „Лукоморье“», 2012. — 514 с.