Итальян күпере
Итальян күпере — йәйәүлеләр күпере, Санкт-Петербург ҡалаһының Үҙәк районындағы Грибоедов каналы аша ҡаланың Ҡазан һәм Спас утрауҙарына йөрөү өсөн төҙөлгән күпер.
Итальян күпере | |
Нигеҙләү датаһы | 1896 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург |
Урын | Санкт-Петербург |
Рәсми асылыу датаһы | 1896 |
Өҫтөнән/аҫтынан үтә | Грибоедов каналы |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Оҙонлоҡ | 1966 метр |
Итальян күпере Викимилектә |
Урынлашыуы
үҙгәртергәБыл күпер Итальян урамының дауамы булып тора. Күпер эргәһендә Воскресение Христова (Спас -на-Крови) ғибәҙәтханаһы урынлашҡан.
Йылғаның юғары ағымында Яңы-Конюшенный күпере, түбәндәрәк — Ҡазан күпере тора.
Яҡын метрополитен станцияһы (300 м) — «Невский проспект», Грибоедов каналына сыҡҡан урын.
Исеме
үҙгәртергәКүпергә исем 1910-сы йылдарҙа бирелә, уның менән йәнәш урынлашҡан Итальян урамы урынлашыу арҡаһында ошо исем бирелгән.
Тарих
үҙгәртергә1896 йылда элекке кәмә менән йөҙөп сыҡҡан урында инженеры Л. Н. Колпицын проекты буйынса буйы буйынса бер аралыҡлы ағас күпер һалына[1][2]. Колпицын төҙөлөштө үҙе финанслаған, уның өсөн смета буйынса 3500 һум аҡса тотонолған. 1896 йылдың 6 октябрендә күпер асыу тантанаһы үткәрелә[3]. Инженер күперҙән үтеүҙе түләүле итеүҙе планлаштыра, әммә ҡала властары был тәҡдимдән баш тарта[4]. Төҙөлөш аралығы 10 төҙөлөшө ағас-ҡаҙау фермаларынан (терәк-таяныстарҙан) торған, яҡтылыҡ араһы 19,7 метрға тигеҙ була[5][6]. Күперҙең нигеҙе булып яр буйы стеналары хеҙмәт итә. Күперҙең үҙенсәлеге булып уның канал өҫтөндә тороуы була (күпер аҫты габариттарын һаҡлау өсөн ике ярҙан да күпергә күтәрелеү өсөн тышҡы баҫҡыстар төҙөргә тура килә, , шулай уҡ ул ваҡыттағы күпер төҙөүҙә яңылыҡ итеп күпер япмаһын түшәргә ксилолит плитәләр файҙаланыу тора[5][7]. 1902 йылда архитектор К. В. Бальди проекты буйынса түшәлмә ксилолит плитәләрен таҡта түшәлмә менән алмаштыралар. 1911—1912 йылдарҙа күпер инженер К. В. Ефимьев пр. оекты буйынса үҙгәртеп төҙөлә. Яңы күпер брустарҙан һалына, уның таяныстары булып өс рәт итеп баҫтырылған свайҙар тора, бынан һуң күперҙең киңлеге бары тик 9,1 метр ғына булып кәмей[5][6].
1937 йылда күпер араларынан ике буй йылытыу торбалары һалырға кәрәк булғанлыҡтан, күпер капиталь үҙгәртеп төҙөлә[8]. Документтар буйынса фекер йөрөткәндә, 1946 йылдағы документтар буйынса күперҙең оҙонлоғо 18,4 метрға, тотҡалҡалары араһындағы киңлеге — 2,07 метр, күпер тишеге 8,5 метрға тигеҙ була; тотҡалҡалары ябай һүрәтле була[9].
1955 йылда күпер авария хәлендә булған һәм Грибоедов каналының яр буйҙарына капиталь ремонт үткәргән саҡта, Итальян күпере урынына яңы металл күпер төҙөйҙәр[6]. Был күперҙең проектын Ленгипроинжпроект проект институтында архитектор В. С. Васильковский һәм инженер А. Д. Гутцайт башҡарған[5]. Күпер архитектура деталдәрен алтын менән ялатыу эштәре 1969 йылда тамамланған, 1996 йылда күпер фонарҙары һәм күпер рәшәткәләре яңынан тергеҙелгән[7].
Конструкция
үҙгәртергәКүпер буйы оҙонлоғо буйынса бер аралы, металл балкалы. Күперҙе ике иретеп йәбештерелгән металл балкалар тотоп тора. улаҙ Ике бүлкәттәре кәкре һыҙат төҙөлөшрҙың аҫҡы һыҙаттары кәкере формалы. Күперҙең төп балкалары өсөн таяныс-терәк булып канал стеналары хеҙмәт итә. Күперҙең йылға өҫтөнән осоп үткән бейеклеге 0,7 метр, ул күпер түшәлмәһе аҫтынан үткән йылытыу торбаларының габариттары менән бәйле . Арҡыры бәйләнеш булып кире ярымрамдары тора, уларҙың ригелдәре ур двутавровый ригель яталағы балкаларҙы күтәреп тотоп тора[5].Күпер өҫтө тимер-бетон плитәләр менән ҡапланған. Күпер оҙонлоғо 19,66 метрға тиң; киңлеге — 3 м; [6]төп балкалар күсәрҙәре араһы — 2,39 м[5][7].
Тотҡалҡалары һәм ҡоймалары суйындан нәфис ҡойолған, күпер баштарында гранит тумбалар, улар өҫтөнә металл торшерҙар урынлаштырылған. Күперҙең декоры үҙенсәлекле түгел, әммә юғары художество сифатына эйә һәм төрлө. Стиле буйынса классицизм стиленә оҡшаш, әммә хәҙерге әҙәби сәнғәт телендә[5]. Шулай уҡ торшерҙар һәм фонарҙар ҙа рус классицизмы өлгөләрен хәтерләтә. .
Итальян күпере тирә-яҡ мөхит менән яраҡлашҡан, уның декоры Грибоедов каналының яр буйы декорын ҡабатлап тора [10].
-
Күпер 1907-1910 йылдарҙа
-
Күпер 1930-сы йылдарҙа
-
Ҡойма деталдәре
-
Торшерҙар
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Степнов, 1991
- ↑ Хроника // Неделя строителя. — СПб., 1896. — В. 29. — С. 129. Архивировано из первоисточника 7 ноябрь 2017.
- ↑ Хроника // Неделя строителя. — СПб., 1896. — В. 41. — С. 196. Архивировано из первоисточника 7 ноябрь 2017.
- ↑ Обзор деятельности С.-Петербургского градоначальства и столичной полиции за 1895 год. — СПб., 1896. — С. 31.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 Мосты Ленинграда, 1986
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 Мосты и набережные Ленинграда, 1963
- ↑ 7,0 7,1 7,2 Итальянский мост//СПб ГБУ «Мостотрест»
- ↑ Мосты и набережные Ленинграда, 1963, с. 99
- ↑ Мосты Ленинграда, 1986, с. 225
- ↑ Мосты Ленинграда, 1986, с. 227
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Бунин М. С. Мосты Ленинграда. Очерки истории и архитектуры мостов Петербурга — Петрограда — Ленинграда. — Л.: Стройиздат, 1986. — 280 с.
- Горбачевич К. С., Хабло Е. П. Почему так названы? О происхождении названий улиц, площадей, островов, рек и мостов Санкт-Петербурга. — СПб.: Норинт, 2002. — 353 с. — ISBN 5-7711-0019-6.
- Новиков Ю. В. Мосты и набережные Ленинграда / Сост. П. П. Степнов. — Л.: Лениздат, 1991. — 320 с.
- Тумилович Е. В., Алтунин С. Е. Мосты и набережные Ленинграда. Альбом. — М.: Издательство Министерства Коммунального Хозяйства РСФСР, 1963. — 298 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Итальян күпер //ДБУ-ҺЫ СПб «Мостотрест»
- (недоступная ссылка) Итальян күпер //Энциклопедияһы Санкт-Петербург