Мальта тарихы

(История Мальты битенән йүнәлтелде)

Мальта Европанан Азияға һәм Африкаға йүнәлгән диңгеҙ юлдары үҙәгендә урынлашҡан һәм сит биләмәрҙе яулап алыусыларҙы һәр саҡ үҙенә тартып торған.

Мальта тарихы
 Мальта тарихы Викимилектә
Мальта мегалитик ҡомартҡыларға бай — ҡара: Мегалитические храмы Мальты и Хал-Сафлиени.

Тарихҡаса булған дәүер

үҙгәртергә

Мальтаның тарихҡаса булған дәүере кешеләрҙең тәүге торағы булдырылған дәүерҙән яңы эраның VIII быуатында утрауҙарға тәүге финикийсылар килеп төпләнгәнгә, Мальтаның яҙма тарихы башланғанға тиклемге ваҡиғаларҙы үҙ эсенә ала.

Иң боронғо дәүерҙән 1530 йылға тиклем

үҙгәртергә

Беҙҙең эраға тиклем VIII быуатта Мальтаны финикийсылар һәм улар менән бер үк ваҡытта гректар баҫып ала башлай, Аҙағыраҡ ул Фарсы империяһы составына инә. Беҙҙең эраға тиклем IV быуат — яңы эраның XIII быуаты арауығында был утрауҙарҙы алмашлап карфагендар, римдәр, Византия, ғәрәптәр, нормандар, испандар баҫып ала.

1530 йылдан 1921 йылға тиклем

үҙгәртергә

1530 йылда император Карл V Мальтаны иоанниттарҙың дини-рыцарь орденына тапшыра, шунан алып ул Мальта ордены атамаһы менән йөрөтөлә. 1565 йылда иоанниттар төрөктәрҙең һөжүмен кире ҡағыуға өлгәшә. Рыцарҙар власы йылдар үтеү менән көсһөҙләнә.

1798 йылда Наполеон Бонапарттың флоты Мысырға барышлай Мальтаға туҡтала. Наполеон эсәр һыу запасын тулыландырыу өсөн хәүефһеҙ бухтаға индереүҙәрен һорай. Рыцарҙар һыу биреүҙән баш тартҡас, Наполеон утрауҙарға дивизияһын ебәрә, шулай итеп, Мальтаның баш ҡалаһы Валетта баҫып алына. Бөйөк Магистр баш һала, ә Наполеон ғәскәре менән бер нисә көнгә утрауҙа ҡала һәм ордендың бөтә байлығын талай. Наполеон, үҙ наместнигын һәм гарнизонын ҡалдырып, Мальтала административ контроль урынлаштыра, ә үҙе Мысырға юллана. Бынан тыш Наполеон утрауҙа, революциянан һуң Францияла барлыҡҡа килгән власть органына оҡшаш либераль хоҡуҡи система урынлаштыра; ул архаик феодаль хоҡуҡи системаны алмаштыра һәм ошоғаса утрауҙа ҡулланыла. Наполеон утрауҙа тотолған 2000 мосолман ҡолон азат итә.

1798 йылдың 29 ноябрендә Рәсәй императоры Павел Беренсе Орден Гроссмейстеры титулына лайыҡ була, ә шул уҡ йылдың 16 декабрендә рыцарҙар Рәсәй монархын Мальта орденының Бөйөк Магистры итеп һайлай. Орден Эмблемаһы Рәсәй Дәүләт гербына индерелә.

1800 йылдың 5 сентябрендә инглиздәр үҙ ғәскәре менән Мальтаның баш ҡалаһы Валеттаны баҫып ала һәм унда Британия флагын күтәрә. Инглиз Александр Болл утрауҙың хәрби губернаторы итеп ҡуйыла.

Император Александр Беренсе 1801 йылда Бөйөк Магистр титулынан баш тарта һәм Рәсәй Дәүләт гербындағы Мальта Тәреһе һүрәтен алып ташлата, ә 1817 йылда Рәсәй империяһында Орден бөтөрөлә.

1814 йылдағы Париж солохо шарттары буйынса Мальта Бөйөк Британия ҡарамағында ҡала. Инглиздәр уны үҙҙәренең колонияһы һәм хәрби-диңгеҙ базаһына әйләндерә.

1921 йылдан 2004 йылғаса

үҙгәртергә

1921 йылда Мальта үҙидара алыуға өлгәшә.

Икенсе бөтә донъя һуғышы йылдарында Мальта, һауа һәм диңгеҙ блокадаһында булыуына ҡарамаҫтан, итальян һәм немец авиацияһы һөжүмдәренә батырҙарса ҡаршы тора. 1945 йылдың 2—3 февралендә Мальтала АҠШ президенты Рузвельттың һәм Бөйөк Британия премьер-министры Черчиллдең Ҡырым конференцияһына юл асҡан осрашыуы булып үтә.

1964 йылда Мальта Бөйөк Британиянан бойондороҡһоҙлоҡ ала; 1974 йылда республика тип иғлан ителә, әммә 1979 йылға, Мальтала Британияның һуңғы хәрби-диңгеҙ базаһы бөтөрөлгәнгә тиклем, дәүләт башлығы тип Британия королеваһы иҫәпләнә. 1989 йылда Мальтала АҠШ президенты Дж. Буштың СССР башлығы М. С. Горбачё менән осрашыуы үтә.

Мальта, 2003 йылда үткәрелгән референдум һөҙөмтәләренә ярашлы, 2004 йылда Европа Союзына ҡушыла.

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә
  • Мдина
  • История евреев Мальты
  • Владения Мальтийского ордена