Истанбул халыҡ-ара кинофестивале

Истанбул халыҡ-ара кинофестивале (төр. Festivali Film Uluslararası Istanbul) — төрөк халыҡ-ара кинофестивале. 1982 йылда Истанбул сәнғәт һәм мәҙәниәт фонды тарафынан нигеҙ һалынған. 19841988 йылдарҙа «Истанбул халыҡ-ара кино көнө» тип аталған. Йыл һайын апрелдә үткәрелә. Фестиваль директоры — Аян Керем[1].

Истанбул халыҡ-ара кинофестивале
төр. Uluslararası İstanbul Film Festivali
Нигеҙләү датаһы 1982
Дәүләт  Төркиә
Урын Истанбул
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Истанбул, Төркиә
Ваҡиға йышлығы 1 йыл
Рәсми сайт film.iksv.org
Ай Апрель
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 307 640
Карта

Кинофестивалдә милли һәм халыҡ-ара фильмдар тәҡдим ителә. 1989 йылда Кинопродюсерҙар ассоциацияһының халыҡ-ара федерацияһы тарафынан аккредацияланған. Кинофестивалдең төп бүләге — «Алтын ләлә».

Беҙҙең ватан картиналарынан 1987 йылда совет режиссёры Роман Балаяндың «Һаҡла мине, минең талисман» тигән фильмы берҙән-бер еңеү яулаған совет фильмы булған. 2012 йылда рәсәй сығышлы америка режиссёры Джулия Локтевтың «Бик яңғыҙ планета» тигән америка-немец фильмы еңеү яуланы.

1988 йылда төрөк хөкүмәте тәҡдим ителгән 160 фильмдың 5-ен тикшереү өсөн тартып алған. Тикшереү һөҙөмтәһендә фильм Тенгиз Абуладзеның «Ялбарыу» («Мольба») фильмын, «антиисламлығы» өсөн, Төркиәлә күрһәтеү тыйылған, тағы дүрт фильмға эротик сәхнәләрен ҡырҡыу талабы ҡуйылған[2]. «Алтын ләлә» жюри коллегияһы рәйесе Элиа Ҡазан цензура менән бәйле протест белдергәндән һуң, Төркиәнең мәҙәниәт министры Төркиә халыҡ-ара кинофестивалдәрен законлы рәүештә цензуранан азат итте(eds.</ref>.

Номинациялар

үҙгәртергә
  • Алтын ләлә (иң яҡшы сит ил фильмы өсөн)
  • Йылдың иң яҡшы төрөк фильмы
  • Йылдың иң яҡшы төрөк режиссёры
  • Жюриҙың махсус призы
  • Махсус иҫкә алыу
  • Иң яҡшы актёр һәм актриса (милли конкурс)
  • Почётлы приз
  • Шәхси өлөш өсөн бүләк
  • ФИПРЕССИ призы (милли (Онат Ҡотлар иҫтәлегенә) һәм халыҡ-ара конкурстар)
  • Европа Советы Кинопремияһы призы
  • Тамашасы симпатияһы призы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә