Истанбул метрополитены
Ҡалып:Карточка метрополитена Истанбул метрополитены (төрөк.İstanbul Metrosu) — Төркиәнең иң ҙур ҡалаһы булған Истанбулдағы башлыса ер аҫтынан үткән тиҙлекле ҡала пассажир транспорты. 70 станциялы биш линиянан тора, тәүге дүрт линияһы — ҡаланың Европа өлөшөндә, бишенсеһе — Азия өлөшөндә. 2000 йылдың 16 сентябрендә асыла[1].
Тарихы
үҙгәртергә1875 йылдан Истанбулдың Европа өлөшөндә ике станциялы Түнел ер аҫты фуникулёр линияһы эшләй. Европа өлөшөндә метрополитен төҙөү планы бер нисә тапҡыр төҙөлә, беренсе мәртәбә — 1912 йылда, унан һуң — 1936 һәм 1951 йылдарҙа. Әлеге метро линияһын проектлау 1987 йылда башлана. Төҙөлөш 1992 йылдың 11 сентябрендә башланып, бик әкрен бара, сөнки ыңғайында бик күп археологик ҡомартҡылар асыла. Истанбул сейсмик әүҙем районда торғанлыҡтан, төҙөлөш асыҡ ысул менән алып барыла. Хисаплауҙар буйынса, метрополитен Рихтер шкалаһы буйынса 9 балға тиклем ҡеүәтле ер тетрәүгә сыҙарға тейеш.
Линиялары
үҙгәртергәМетроның ғәмәлдәге линиялары
үҙгәртергә- Түнел — иң ҡыҫҡа һәм иң иҫке, вагондары һоҫа кеүек тегеләй-былай йөрөп торған ике станциялы ер аҫты линияһы. Был ике станция Ғалата ҡалҡыулығының ике яғында урынлашҡан. 1875 йылда асылған. Хәҙерге метрополитендың бер өлөшө тип һанала һәм һыҙмаларҙа ла шулай тип билдәләнә, ғәмәлдә ер аҫты фуникулёры булып тора.
- 1-се линия. Еңел метро. Ҡала үҙәген Ататөрк исемендәге халыҡ-ара аэропорт менән тоташтыра.
- 2-се линия. Ҡала үҙәгенән төньяҡ-көнсығышҡа табан үтә, 16 станцияһы бар. Алтын Мөгөҙ ҡултығын метрокүпер аша киҫеп сыға.
- 3-сө линия. Истанбулдың көнбайыш биҫтәләренән үтә, 11 станцияһы бар.
- 4-се линия. Оҙонлоғо — 26,5 км, 19 станцияһы бар (шуның 3-һө — төҙөлөү өҫтөндә), Истанбулдың Азия өлөшөндә. Был линия асылғас, Истанбул метроһы донъяла ике ҡитғала урынлашҡан беренсе метро була.
- 6-сы линия. Босфорҙың Европа яры буйлап үтә һәм 4 станциянан тора.
Линия | Маршрут | Асылыу датаһы | Оҙонлоғо | Станциялары | Иҫкәрмәләр[2] |
---|---|---|---|---|---|
Бейоғлу (Beyoğlu) ↔ Ҡаракөй (Karaköy) | 1875[3] | 573 м | 2 | Карталарҙа метро линияһы тип билдәләнә.[4] | |
Ениҡапы (Yenikapı) ↔ Ататөрк ис. аэропорт (Atatürk Havalimanı) | 1989 | 26.1 км | 23 | Һуңғы участкаһы 2014 йылдың ноябрендә асыла. | |
Ениҡапы (Yenikapı) ↔ Хажиосман (Hacıosman) | 2000[5] | 23.5 км | 16 | Һуңғы участкаһы 2014 йылдың февралендә асыла. | |
Киразлы (Kirazlı) ↔ Метрокент (Metrokent) | 2013[6] | 15.9 км | 11 | Көньяҡ йүнәлештә 8 станция менән 9 километрға оҙонайтыу ҡарала. | |
Ҡадыкөй (Kadıköy) ↔ Ҡартал (Kartal) | 2012[7] | 21.7 км | 16 | Ҡаланың көньяҡ-көнсығышына ҡарай 4,8 километрлы, 3 станциялы участка төҙөлә. | |
Левент (Levent) ↔ Босфор университеты (Boğaziçi Üniversitesi) |
2015[8] | 3.3 км | 4 | Ҡыҫҡалығы арҡаһында «мини-метро» тип тә йөрөтәләр. | |
Бөтәһе: | 90.5 км | 70 |
Төҙөлөүсе һәм проектланыусы линиялар
үҙгәртергә- 5-се линия. 20 километр оҙонлоғондағы һәм 16 станциялы был линия Истанбулдың Азия өлөшөндә төҙөлә.
- 7-се линия. 18 километр оҙонлоғондағы 15 станциялы линия ҡаланың төньяғында 2-се һәм 3-сө линияларҙы тоташтырасаҡ.
Метроэлектричка линиялары
үҙгәртергә- «Мәрмәрәй» (Marmaray) — Босфорҙы киҫеп үткән һәм 4-се линия менән Истанбулдың Европа өлөшөн тоташтырған метро-электричка линияһы. Әле 5 станциянан тора, әммә киләсәктә ҡала яны поездары линияһы менән тоташтырылып, көнбайышҡа табан тағы 10 станцияға һәм көнсығышҡа 25 станцияға оҙонаясаҡ. Линияла бөтәһе 40 станция буласаҡ.
Өҫтәмә мәғлүмәттәр
үҙгәртергәИстанбул метроһы көн һайын 6:00 сәғәттән 0:00 сәғәткә тиклем эшләй. М2 линияһы 06:15 сәғәттән 00:00 сәғәткә тиклем эшләй. Поездар 7-10 минут һайын үтеп тора; пик сәғәттәрендә интервал 5 минутҡа ҡала.
Метроға Истанбулда тимер юл транспорты менән ташылған пассажирҙар ағымының 8,2 проценты тура килә. Көн һайын 613 000 пассажир йөрөтөлә.[9]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Описание Стамбульского метрополитена на сайте Урбанрэйл (ингл.).(инг.).
- ↑ Istanbul Railway Network Map (complete, including under construction sections) . İstanbul Ulaşim A.Ş (2014). Дата обращения: 13 апрель 2014. 2014 йыл 28 март архивланған.
- ↑ M1 Yenikapı - Atatürk Havalimanı / Kirazlı Metro Hattı (билдәһеҙ). İstanbul Ulaşim A.Ş. Дата обращения: 14 апрель 2015.
- ↑ PM Davutoğlu inaugurates İstanbul’s Aksaray-Yenikapı metro (9 November 2014). 9 ноябрь 2014 тикшерелгән. 2016 йыл 5 март архивланған.
- ↑ M2 Yenikapı - Hacıosman Metro Hattı (билдәһеҙ). İstanbul Ulaşım. Дата обращения: 14 апрель 2015. 2015 йыл 18 октябрь архивланған.
- ↑ M3 Başakşehir Metro Hattı (билдәһеҙ). İstanbul Ulaşım. Дата обращения: 14 апрель 2015. 2014 йыл 19 февраль архивланған.
- ↑ M4 Kadıköy-Kartal Metro Hattı (билдәһеҙ). İstanbul Ulaşım. Дата обращения: 14 апрель 2015. 2015 йыл 23 апрель архивланған.
- ↑ M6 Levent – Boğaziçi Üniversitesi/Hisarüstü Metro Hattı (билдәһеҙ). İstanbul Ulaşım. Дата обращения: 20 апрель 2015. 2016 йыл 5 март архивланған.
- ↑ Общественный транспорт в Стамбуле . 2015 йыл 26 март архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- İstanbul Transportation Co. 2007 йыл 23 август архивланған.
- Карта метро