Исрафил (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Исрафил — башҡорт һәм төрки мосолман ир-ат исеме.
Этимологияһы
үҙгәртергәИсрафил исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән һәм көрәшсе, һуғышсан тигәнде аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәИсрафилов Рифҡәт Вәкил улы (6 август 1941 йыл) — режиссёр, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1997 йылдан М. Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театрының художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 1998 йылдан Ырымбур сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1974 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Профессор (1993). РСФСР‑ҙың халыҡ артисы (1989), РСФСР‑ҙың (1982), Башҡорт АССР-ының (1977), Татарстан Республикаһының (1993), Төньяҡ Осетия‑Алания Республикаһының (2002) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы (1996), БАССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1976) лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы (1986), Почёт (2002) һәм IV дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2012), Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы (2021) һәм Салауат Юлаев (2020)[2] ордендары кавалеры.
Әминев Исрафил Иблиәмин улы. 1928 йылда төҙөлгән «Өс ҡайын» исемле артелдың, 1930 йылдан «Башҡортостан» исемле колхоздың беренсе рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышына ауылдан тәүгеләрҙән булып үҙе теләп китә, Башҡорт атлы дивизияһында хеҙмәт итә, батырҙарса һәләк була.
Әминева Люциә Исрафил ҡыҙы. журналист, Салауат, Дыуан һәм Ейәнсура район гәзиттәрендә эшләй, 1968 йылда «Башҡортостан ҡыҙы» журналын сығара башлауҙа ҡатнаша, баҫманың тәүге техник редакторы була.
Ишморатов Исрафил Хажиморат улы (1920—2000) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, III дәрәжә Дан ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.
Мамедов Исрафил Магерам улы 16 март 1919 — 1 май 1946) — 42 уҡсылар взводы командиры ярҙамсыһы-180 уҡсылар полкының уҡсылар дивизияһы Төньяҡ-Көнбайыш фронтында Советтар союзы геройы исеме бирелә өлкән сержант.
Исрафилов Абас Ислам улы (лезгин. Абас рифҡәт исрафилов; 1960 йылдың 28 сентябрендә, Белиджи, СССР — 26 октябрь 1981, Алишанга, Афғанстан) — Советтар союзы геройы, командир урынбаҫары, инженер-сапер взводы 357-се гвардия парашют-десант полкы 103-сө гвардия һауа-десант дивизияһы составында 40-сы армия совет ғәскәрҙәренең сикләнгән контингентында Афғанстан, гвардия сержанты .
Исрафил — Ҡиәмәт көнөн кешеләргә еткереүсе фәрештә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |