Исинди - атлы уйын

Викидатала элемент тултырылмаған

Исинди - (груз. ისინდი) - Грузияның милли мәҙәниәт әһәмиәтендәге ҡомартҡыһы, боронғо атлы уйын.

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Уйын оҙонлоғо 150-210 м , киңлеге 40-50 м дүртмөйөш майҙанда үткәрелә. Һыбайлылар 150 см оҙонлоғондағы ҡыҫҡа һаплы һөңгө (исинди) тотоп, ике яҡ яугирҙар алышы рәүешле үткәрелә. Урта тошта урап үтә торған байраҡ ҡуйыла.

Һәр яҡта кәмендә алтышар алышсы була, улар унға тиклем етеүе мөмкин. Һөңгөнө һуҙылмалы амортизатор ярҙамында аталар. Уйын ике таймда бара, һәр алышсы берәр тапҡыр ғына ата ала.

Судья уйынды асыҡ тип иғлан иткәс, ул тәғәйенләгән һыбайлы ҡаршы яҡ майҙанына сығып, "дошман"дың атына йә үҙенә тейҙерергә лә байраҡты урап сығып үҙенең яғына сабырға тейеш. Уны ҡаршы яҡ һыбайлыһы ҡыуа сыға, шулай уҡ байраҡты урап сығып үҙ яғына саба. Уны тәүге яҡ һыбайлыһы ҡыуа сыға...

Еңеүсе команда итеп иң күп мәрәй йыйғаны һәм иң әҙ штраф түләгәне иғлан ителә.

Грузияла исинди, башҡа атлы уйындар кеүек үк, тергеҙелә бара. Ул 2018 йылдың 31 авгусында Грузияның милли мәҙәниәт әһәмиәтендәге күсемһеҙ ҡомартҡылары исемлегенә индерелгән[1]

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә