Ир (хикәйә)
Ир — Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1886 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1886 йылдың 9 авгусында «Осколки» журналының 32-се һанында «Акцизный» исеме аҫтында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.
Муж | |
Жанр |
рассказ |
---|---|
Автор | |
Төп нөхсә теле | |
Ижат ителгән ваҡыты |
1886 |
Тәүге тапғып нәшер ителгән |
1886 |
Баҫмалар
үҙгәртергәА. П. Чеховтың «Ир» хикәйәһе 1886 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1886 йылдың 9 авгусында «Осколки» журналының 32-се һанында «Акцизный» исеме аҫтында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға. 1898 йылда «Журнал для всех» баҫмаһының 12-се һанында нәшер ителә, А. Ф. Маркс баҫҡан А. П. Чехов әҫәрҙәренең йыйылмаһына индерелә. «Журнал для всех» баҫмаһы өсөн хикәйә яңыртып эшкәртелә.
Чехов тере саҡта хикәйә болгар һәм серб-хорват телдәренә тәржемәләнә.
Тәнҡит
үҙгәртергә1886 йылда нәшерсе Лейкин урынында эшләгән В. В. Билибин А. Чеховҡа: «Һеҙҙең «Акцизный» хикәйәгеҙ … бик яҡшы ғына»,- тип яҙа.
Әҙәбиәт белгесе Н. К. Михайловский А. Ф. Маркс баҫмаһының беренсе томында урынлашҡан Чехов хикәйәләре араһында «Ир» хикәйәһен «Чехов әфәнденең йыйынтығында шаҡтай үҙенә бер иҫ киткес әйбер, — сюжеты буйынса түгел, ә автор һөйләгән тоны буйынса иҫ киткес шәп әйбер»,- ти. Уның фекеренсә, автор «үҙе лә көлмәй һәм уҡыусыла ла көлкө уятырға теләмәй». Чеховтың был хикәйәләге нәфислек алымдары Михайловскийға бик нескә, нәзәкәтле тойола[1].
Тәнҡитсе С. А. Венгеров «Ир» хикәйәһен башланғыс Чеховтың иң әһәмиәтле хикәйәләренең береһе тип яҙа: «Шул тиклем Достоевскийҙы иҫкә төшөрә был иҫ киткес «Ир» хикәйәһе: бер дүрт бит эсендә яуыз, тормош күңелһеҙлегенә батҡан, уға яҡын кешеләренең бөтөнләйе менән донъяһын онотоп, бары тик бер мәлгә генә икенсе, шатлыҡлы һәм яҡты донъяла үҙҙәрен хис иткәнлектән физик ғазапланыуҙар кисергән кешенең психологияһы шул тиклем ҡот осҡос ҡурҡыныслығы менән һүрәтләнгән»[2].
Сюжет
үҙгәртергәХикәйәләге ваҡиға бер К. өйәҙ ҡалаһында бара. Бер көндө ҡалала төн үткәрергә кавалерия полкы туҡтай. Был ваҡиға ҡала халҡының төрлөһөн төрлөсә дәртләндерә — лавка тотоусылар күптән һатылмай ятҡан колбасаһын һатып ҡалырға, трактир тотоусылар көнө-төнө йүгереп аҡса эшләргә тырыша, полиция сәбәләнеп алға-артҡа йүгереп эш күрһәтеп ҡалырға булыша. Ҡала ханымдары хәрби начальниктан клубта бейеү кисәһе ойоштороуҙы һорай.
Киске сәғәт туғыҙҙа клуб алдындағы урамда хәрби оркестр уйнай башлай, ә клубта офицерҙар урындағы ханымдар менән бейей. Ханымдар үҙҙәрен ҡанаттары үҫеп сыҡҡан кеүек тоя, ә уларҙың аталары һәм ирҙәре йыраҡтан ғына уларға ҡарап-ҡарап ала. Ирҙәр араһында коллежский асессор Кирилл Петрович Шаликов та була. Уның ҡатыны, утыҙ йәшлек Анна Павловна, арып йығылғансы бейей. Ул бейеүҙән арый һәм элек, йәш сағында, институтта бейегәнен һәм уның «ире мотлаҡ барон йәки кенәз» буласаҡ тигәнде иҫенә төшөрә.
Ире Анна Павловнаға ҡараған һайын асыуҙан һарыуы ҡайнай. Бейеүселәр арҡаһында клубта уға кәрт уйнарға урын етмәй, тынлы музыканы уның йәне һөймәй, уның фекеренсә, хәрбиҙәр ябай кешеләр менән бик һауалы мөғәмәлә итә кеүек тойола. Анна Павловна бейегән саҡта бер тапҡыр иренә боролоп та ҡарамай. Анна Павловна офицер менән мазурка бейей. Мазурка тамамланғас, Кирилл Петрович ҡатыны янына йүнәлә һәм бик ҡәтғи рәүештә уны өйгә ҡайтырға саҡыра.
Анна Павловна тертләп китә, ҡыҙарына, асыуы ҡабара; «үҙ иренең шундай томһа сырайлы, таушалған, ғәҙәттәге ир булғанына ул ояла». Иренә ҡаршылашҡандан һуң ул алғы бүлмәгә сыға һәм кейенә башлай. Башҡа ханымдарға ул башы ауыртҡанын әйтә. Клубтағыларға күңелһеҙ һәм ҡыйын булып ҡалғанлыҡты һиҙгән Кирилл Петрович Шаликовтың быға күңеле күтәрелеп китә.
Өйгә табан Анна Павловна саҡ-саҡ атлап ҡайта. Уға шул тиклем ауыр һәм аяныс була, шунлыҡтан ул юл буйына иренә әйтер өсөн иң әсе һәм ағыулы һүҙҙәр эҙләй.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Чехов А. П. Муж // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
- Voir Dictionnaire Tchekhov, Page 48 à Chalikov, Françoise Darnal-Lesné, Édition L'Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.
- Le Mari, traduit par Madeleine Durand et Édouard Parayre, révision de Lily Dennis, Bibliothèque de la Pléiade, éditions Gallimard, 1967, ISBN 978 2 07 0105 49 6.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Чехов А. П. Муж. Оригинальный русский текст