Ипрари сиркәүе (груз. იფრარის მთავარანგელოზზის ეკლესია), Самегрело — Земо Сванети төбәгенең Местия муниципалитетындағы XI быуат сиркәүе. Ауыл бейек тауҙағы тарихи һәм мәҙәни төбәк Сванетияның өлөшө булып тора. Архитектура яғынан әҙ билдәле булған Ипрари сиркәүендә 1096 йылда Теодор төшөргән фрескалар бар, ул урта быуат грузин монументаль һынлы сәнғәтенең өлөшө булып тора. Сиркәү Грузияның милли әһәмиәттәге күсемһеҙ мәҙәни ҡомартҡылар исемлегенә индерелгән[3].

Ипрари сиркәүе
Рәсем
Дәүләт  Грузия[1]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта
 Ипрари сиркәүе Викимилектә[2]

Архитектура

үҙгәртергә

Ипрари тура мөйөшлө һәм 4.75 × 2.6 м2 үлсәмле ябай йорт, көнсығышҡа ҡарай апсидалар менән тамамлана. Квадрат блоктарҙан төҙөлгән. Фасады ярлы һәм ябай. Берҙән-бер инеү урыны көнбайыштан. Интерьеры ике тәҙрә менән яҡтыртыла, береһе апсидала, икенсеһе инеү урыны өҫтөндә. Алтары залдан өс аркалы тишекле таш алтарь менән айырыла. Сиркәүҙең диуарҙары ябай. Эске диуарҙары XI быуаттан XV быуатҡа тиклем эшләнгән мемориаль граффитинан тора[4].

Фрескалары

үҙгәртергә
 
Теодор Стрателат, Ипрари сиркәүенән фрескаларҙың береһе

Архитектураһы әһәмиәткә эйә түгел, ләкин Ипрари сиркәүенең интерьеры юғары сифатлы фрескалаға эйә, уларҙы урындағы община 1096 йылда король рәссамы Теодорға заказ бирә, Теодорҙың Сванетиялағы тағы ике сиркәү өсөн фрескалар эшләгәне билдәле.

Фрескалары интерьерҙа архитектура үҙенсәлектәренә тап килһен өсөн ойошторола, төрлө декоратив мотивтар стена композицияларын ҡаймалау һәм демаркациялау өсөн ҡулланыла. Тышҡы апсиданың өҫкө һәм түбәнге кимәлдәрендә сиркәү иерархтары төркөмө, изгеләрҙең һүрәттәре күрһәтелгән. Түшәмдәге һәм стеналағы фрескалар шулай уҡ ике кимәлдә урынлашҡан, улар Иисусты суҡындырыуҙы һәм уның алдында тубыҡланып торған Изге Георгийҙы, Архангел Михаилды, Иисус Навинды төньяҡ стенала һүрәтләй, көньяҡ стенала Иисустың Раштыуаһын, Архангел Гавриилды, Теодор Стрателатты, Изге Аннаны һүрәтләй.[5]

Көнбайыш стеналағы фрескаларын билдәһеҙ рәссам башҡарған, улар бпйтаҡ кимәлдә юҡҡа сыҡҡан[6][7]

 
Михаил Архангел. Ипрари иконостасының XII-XIII быуат иконаһы

Сванетиялағы башҡа урта быуат сиркәүҙәре кеүек үк Ипрари сиркәүе христиан сәнғәте әйберҙәренең хәүефһеҙ һаҡлау урыны була. 1910 йылда грузин ғалимы Тагашвили бик күп боронғо сиркәү әйберҙәре тураһында хәбәр итә. Ипрари иконостасында Архангел Михаилды һүрәтләгән XII-XIII быуаттар иконаһы һаҡланған[8]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://arthistory.tsu.ge/murals/architecture/iprari-church-of-holy-archangels-taringzel/
  2. https://commons.wikimedia.org/wiki/Category:Iprari_Church
  3. «List of Immovable Cultural Monuments» (en georgiano). National Agency for Cultural Heritage Preservation of Georgia. Consultado el 3 de julio de 2019.
  4. Chitishvili, Natalia (2011). «Ипрари [Iprari]». Orthodox Encyclopaedia, vol. 26 (en ruso). Moscow: Pravoslavnaya Entsiklopediya. pp. 230-231. ISBN 978-5-89572-048-6.
  5. [1]. — ISBN 978-5-89572-048-6.
  6. Chitishvili, Natalia (2011). «Ипрари [Iprari]». Orthodox Encyclopaedia, vol. 26 (en ruso). Moscow: Pravoslavnaya Entsiklopediya. pp. 230-231. ISBN 978-5-89572-048-6.
  7. Chichinadze, Nina (2014). «Fresco-Icons on Façades of Churches in Upper Svaneti (Georgia)». Kadmos 6: 68-94.
  8. Просмотр Chitishvili, Natalia (2011). «Ипрари [Iprari]». Orthodox Encyclopaedia, vol. 26 (en ruso). Moscow: Pravoslavnaya Entsiklopediya. pp. 230-231. ISBN 978-5-89572-048-6.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә