Иосифов, Илья Александрович

Илья Александрович Иосифов (1986 йылда тыуған) — театр һәм кино рәсәй актёры.

Биографияһы үҙгәртергә

Илья Иосифов 1986 йылдың 25 июнендә Мәскәү ҡалаһында тыуған.

Ильяның әсәһе театрҙа эшләгән, атаһы – художник-график. Бала-сағында Илья сәнғәт мәктәбенә йөрөй. «Мәскәүҙең йәш таланттары» конкурсында икенсе урын алған. Унан һуң ике йыл тирәһе музыка мәктәбенә йөрөй. Мәктәптән һуң театр колледжында уҡый.

Мәғариф гуманитар институтының актёрҙар факултетын бөткән (сәнғ. етәк. Ю. В. Клепиков). «ПРАКТИКА» театры менән хеҙмәтләшә. «Юнкер» сериалының төп ролендә беренсе ролен башҡарған. Ильяға киң танылыш «Татьяна көнө» телесериалының Миша Никифоров роленән һуң килгән.

Ҡыҙыҡлы факттар үҙгәртергә

Илья Иосифов вегетариан.[1]

Ижади эше үҙгәртергә

Театрҙағы рольдәре үҙгәртергә

  • Л.Разумовскийҙың «Күҙҙәреңде яп, әкиәт һөйләйем». Режиссёры: Юрий Клепиков — Игеҙәк
  • Евгений Шварцтың «Ҡыҙыл башлыҡ». Режиссёры: Юрий Клепиков — Бүре балаһы

Фильмографияһы үҙгәртергә

  • 2007 — Һайлауҙар көнө — моряк
  • 2007 — Искушение — Саша, рәссамдың кесе улы
  • 2007 — ...тиклем секунд — Миша, ҡасаҡ һалдат
  • 2007 — Юнкерҙар — юнкер Александров
  • 2007-2008 — Татьяна көнө — Миша Никифоров
  • 2008 — Фиалкалар менән ҡатын-ҡыҙ — Ян Горюнов, Нина Андреевна һәм Ростислав Васильевичтың улы
  • 2008 — Һәм барыбер мин яратам — һалдат-моряк
  • 2008 — Яңы йыл тарифы — сержантик
  • 2009 — Бысраҡ эш. 7-се фильм. Яҙыусы эше — Иннокентий,яҙыусы
  • 2009 — Доброволец — Юра-Шторм
  • 2009 — Катя — Сева Барсуков
  • 2009 — Пуля-дура 2. Агент күренмәй тиерлек — Радик
  • 2009 — Ранний рассвет — Никита
  • 2009 — Волков сәғәте 3 3-сө Серия. Ҡарттар — Костик
  • 2010 — "Алиби" на двоих Фильм 1. Виртуоз — Лёша, театрҙағы һаҡсы
  • 2010 — Вы заказывали убийство (серии 9-16) — Андрей Кречетов
  • 2010 — Новогодние сваты — Егоров, участковый
  • 2010 — Стройбатя — Иван Королёв, рядовой
  • 2011 — Катя. Дауамы — Сева Барсуков
  • 2011 — Физика йәки химияФёдор Романов, гей
  • 2011 — Земля забвения (эшләнеүҙә)

Төшөрмәләр үҙгәртергә

  1. Илья Иосифов и «серые волки». Дата обращения: 8 ғинуар 2012. Архивировано 29 март 2012 года.

Һылтанмалар үҙгәртергә