Викидатала элемент тултырылмаған

Индукция кәтүге — винт, спираль, йә иһә винтоспираль кәтүк; уралған, изоляцияланған, әҙ һыйҙырышлы һәм бәләкәй актив ҡаршылыҡлы, ҙур индуктлылыҡлы үткәргестән эшләнә. Бының һөҙөмтәһе — кәтүк аша үҙгәреүсән ток үткәндә, ә уның ҙур инерциялылығы күҙәтелә.

Катушка индуктивности (дроссель) на материнской плате компьютера
Обозначение на электрических принципиальных схемах

Электромагнит ҡамасаулауҙар, һуғыуҙы әҙәйтеү, энергия туплау, үҙгәреүсән токты сикләү, резонанс сынйырҙарында (колебательный контур) һәм йышлыҡлы һайлау сынйырҙарында, йыйылған (сосредоточенный) параметрлы яһалма тотҡарлау линияһы индуктлылыҡ элементы булараҡ ,магнит ҡыры булдырыу, хәрәкәткә һиҙгер приборҙар өсөн һәм башҡа ерҙә ҡулланылыа.

Терминология

үҙгәртергә

Электромагнит ҡамасаулауҙарҙын, электр тогының пульсациялауын, схеманың төрлө өлөшөндә юғары йышлыҡта изоляциялау өсөн һәм магнит ҡырында энергия йыйыу өсөн ҡулланғанда, үҙәген дроссель, йәиһә реактор тип атайҙар.

Көс электротехникаһында (мәҫәлән, ЛЭП-тағы ҡыҫҡа замыкание ваҡытында электр тогын сикләү өсөн) реактор тиҙәр.

Оҙонлоғо диаметрынан күпкә ҙурыраҡ индуктлылыҡтың цилиндр формалы кәтүген соленоид тиҙәр, соленоид эсендә магнит ҡыры бер төрлө түгел. Бынан тыш, соленоид, йәиһә электромагнит тип ферромагнит үҙәкте эскә тартҡанда механик эште магнит ҡыры иҫәбенә башҡарыусы ҡоролманы атайҙар. Электромагнит релеләрҙә реле урамаһы, һирәгерәк — электромагнит тиҙәр.

Йылытыусы индуктор — айырым индуктлы кәтүктең индуктлы йылытыу ҡоролмаһы эшсе органы.

Энергия йыйыр өсөн ҡулланғанда (мәҫәлән, импульслы напряжение стабилизаторы схемаһында) индукцион йыйыусы, йәиһә йыйыусы дроссель тиҙәр.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Электронные компоненты