Индуизмда вегетарианлыҡ

Индуизмда вегетарианлыҡ үҙгәртергә

Вегетарианлыҡ Индуизмдың интеграль өлөшө булып,[1] ваҡыт уҙыу менән төрлө практикалар һәм ышаныуҙар бар.[2] Индуизм диненең ҡайһы бер секталарҙа вегетарианлыҡ үтәлмәй,[3] шул уҡ ваҡытта күп Индуизм тотоусылар вегетариан булып торалар.[4][5]

Аяуһыҙ көс ҡулланмау принцибы үҙгәртергә

Хайуандарға ҡарата көс ҡулланмау ("аһимса") принцибы аяуһыҙ көс ҡулланыуҙан килеп сыҡҡан кире кармик йоғонтоларҙан арыныу маҡсаты менән ҡулланыла. Барлыҡ мәхлүктарҙың ғазапланыуы нәфестән килеп сыға тип ышаныла. Хайуандарҙы ризыҡ өсөн юҡ итеү ит ашауҙы кешеләр үҙен ғазаплауға ҡол була торған йәшәү рәүешен асыҡлай.[6] Индуизмда бындай йоғонтолар хайуанды үлтерергә рөхсәт биргән кеше, һуя торған кеше, итте һатып ала йәки һата торған кеше, уны әҙерләүсе кеше, уны тәҡдим итә торған кеше һәм уны ашаусы кешегә ҡарай. Улар бөтәһе лә хайуанды үлтереүселәр тип һанала.[6] Хайуанға аяуһыҙ көс ҡулланыуҙан ("һимса") кире карма һорауы тәфсилләп Индуизм яҙмаларында һәм дини закон китаптарында аңлатыла. Ведик осор Индуизм яҙмалары тарихсылар хронологик бүленеше буйынса беҙҙең эраға тиклем 500 йылға тиклем дауам иткән. Индуизмдың алдан килеүсеһе тарихи Ведик динҙә ит ашау принцип буйынса тыйылмаған булған, ләкин айырым ҡағиҙәләр менән сикләнгән булған. Бер нисә юғары дәрәжәле яҙмалар ритуаль ҡорбан салыуҙан башҡа йорт хайуандарға ҡарата аяуһыҙ көс ҡулланыуҙы тыя. Был фекер асыҡтан-асыҡ рәүештә Маһабһаратамда (3.199.11–12;[7] 13.115; 13.116.26; 13.148.17), Шримад Бхагавадамда (11.5.13–14), һәм Чандогья Упанишадала (8.15.1) сағыла. Мәҫьәлән, күп Индуизм тарафдарлары вегетариан диетаны һаҡлау өсөн Маһабһаратамдың "Аяуһыҙ көс ҡулланмау иң оло бурыс һәм иң оло тәғлимәт" тигән принципҡа ишара яһай[8]. Маһабһаратам шулай уҡ "адһарма" (гөнаһ) мәхлүкаттар бер-берһен аҙыҡ-түлек өсөн ашар өсөн башлағас тыуған тип һәм "адһарма" һәр ваҡыт мәхлуҡты емерә тип әйтелә. "[9] ул Шулай уҡ традицион Индуизм закон тупланмаһы Ману Смритила (5.27–44), традицион Индуизм закон китабы (Дхармашастра)ла сағылған. Был текстарҙа хайуандарҙы юҡ итеү һәм ит ашау ҡәтғи тыйылған. Маһамбһаратамда 12.260 йә башҡа раҫлама буйынса 12.26. 13.115–116; 14.28) һәм Ману Смритила (5.27–55) ритуаль ҡорбан салыу һәм шунан һуң ит ашау законлығы тураһында оҙаҡ бәхәстәр алып барыла. Маһабһаратамда ит ашаусылар ла, вегетариандар ла ҡараштарын тәьмин итер өсөн төрлө аргументтарҙы килтерәләр. Йорт хайуандары үлтереү тураһында бәхәстәрҙән тыш һунарсының һунар ит һәм ашауҙы яҡлау оҙон һөйләүе бар. Башҡа раҫлама буйынса Маһабһартам 3.199 3.207. Был текстарҙа күрһәтелгәнсә ритуаль ҡорбан салыуға ла, һунарға ла универсаль аяуһыҙ көс ҡулланмау яҡлаусылары тарафынан саҡырыу яһалған булған.[10]

Хәҙерге заманда үҙгәртергә

Хәҙерге Һиндостанда Һиндуларҙың ашау ғәдәттәре йәмәғәткә һәм кастаға, район һәм традицияһына ҡарап ярашлы рәүештә асыҡ айырылып тора. Һинду вегетариандар ғәҙәттә йомортҡа ашамайҙар, әммә һөт һәм һөттән яһалған ашамлыҡтарҙы ашайҙар, шулай итеп улар лакто-вегетариандар булып тора. 2006 йыл өйрәнеүе буйынса вегетарианлыҡ диңгеҙгә сығыуы булмаған төньяҡ һәм көнбайыш штаттарында һәм ғөмүмән браминдар араһында көслө була.[11]

Халыҡара Кришна Аңы Йәмғиәтендә үҙгәртергә

Халыҡара Кришна Аңы Йәмғиәтенең бер принцибында ит ашамау тейешле тип әйтелә.

Шулай уҡ ҡарарға мөмкин үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Simoons Frederick. Eat not this flesh: food avoidances from prehistory to the present. — Univ of Wisconsin Press, 1994. — P. 6. — ISBN 978-0-299-14254-4.
  2. Klostermaier Klaus K. A survey of Hinduism. — Edition: 2. — SUNY Press, 1994. — P. 165. — ISBN 978-0-7914-2109-3.
  3. Antoine Dubois Jean. Hindu Manners, Customs and Ceremonies: The Classic First Hand Account of India in the Early Nineteenth Century. — Courier Dover Publications, 2002. — P. 110. — ISBN 978-0-486-42115-5.
  4. The world religions cookbook. — Greenwood Publishing Group, 2007. — P. 99. — ISBN 978-0-313-33504-4.
  5. Badlani Dr. Hiro G. 48 // HINDUISM PATH OF THE ANCIENT WISDOM. — Global Authors Publishers. — P. 260. — ISBN 978-0-595-70183-4.
  6. 6,0 6,1 Walters, Kerry S. and Portmess, Lisa. "Religious Vegetarianism: From Hesiod to the Dalai Lama". State University of New York Press. New York, 2001. pp. 41, 42, 61, 62, 187, 191. ISBN 0-7914-4972-6.
  7. Mahabharata 3.199 is 3.207 according to another count.
  8. Mahabharata 13.116.37–41
  9. Mahabharata section LXVI"
  10. Alsdorf pp. 572-577 (for the Manu Smriti) and pp. 585-597 (for the Mahabharata).
  11. Yadav, Y.. The food habits of a nation, The Hindu (14 August 2006). 17 ноябрь 2006 тикшерелгән. 2006 йыл 29 октябрь архивланған.