Инверсия (әҙәбиәт)

Инверсия — һүҙҙәрҙең һөйләмдәге ғәҙәти (грамматик) тәртибенән ситләшеү.

Инверсия поэтик әйберҙәрҙә лә, прозаик әҫәрҙәрҙә лә килергә мөмкин. Ләкин уның ҡулланылыу маҡсаты әҙәбиәттең был ике төрөндә лә бер төрлө түгел. Прозала инверсия, башлыса, юғары стиль тыуҙырыу сараһы булараҡ файҙаланыла. Ғ. Әмириҙең «Гөлбикә» хикәйәһендәге инверсия, мәҫәлән, героиняның ауыр, ләкин тантаналы-романтик тормошон һүрәтләүгә, әҫәрҙең легендаға, хикәйәткә тартым «юғары» жанрына бик ҡулайлы булып сыҡҡан. «Ҙур легендаға оҡшаған уның ғүмере… Ауыр, күтәрә алмаҫлыҡ ауыр булды Гөлбикәгә был яңы ҡайғы. Уның хәҙер донъяла бер генә яҡын кешеһе лә ҡалманы».

Инверсияның шиғри әҫәрҙәрҙә әһәмиәте бигерәк тә ҙур. Уның ярҙамында шағир әйтергә теләгән фекерен образлыраҡ һәм һығылмалыраҡ итеп биреүгә өлгәшә, теге йәки был кәрәкле һүҙгә логик һәм интонацион баҫым яһау мөмкинлеге ала. М. Йәлилдең «Батырлыҡ тураһында» тигән шиғыры бар. Әҫәрҙең исеменән үк күренеп тороуынса, шағирҙың күңелен биләгән иң ҡәҙерле төшөнсә бында — батырлыҡ. Шунлыҡтан автор, һөйләмдәге һүҙҙәрҙең тәртибен боҙоп, шиғырҙа батырлыҡ һүҙен иң яуаплы һәм иң яңғырауыҡлы урынға ҡуя — рифмалаштыра.

«

Беләм, егет, һинең йырыңда
Күп илеңә һөйөү, яҡынлык.
Тик әйт: ауыр һуғыш юлында
Һин күрһәттең ниндәй батырлыҡ?

»

Инверсия айырым һүҙҙәргә иғтибар туплау менән генә сикләнмәй, шиғырҙа уның башҡа вазифалары ла бар. Мәҫәлән, прозаизмдан ҡотолоуҙа, йәғни шиғырға хас булған юғары стилде һаҡлауҙа, уның әһәмиәте әйтеп бөткөһөҙ. Киреһенсә булғанда, грамматика теүәллегенә генә әсир булған осраҡта, шиғырҙың эске көсө бермә-бер һүрәнләнә башлаясаҡ. Ә. Ихсандың «Утыҙ ыласын» поэмаһында зәңгәр сәскәләр, аҡ күбәләк, көмөш ысыҡ кеүек поэтик әйберҙәрҙе һүрәтләгән бер строфа бар. Ләкин, телдең артыҡ «дөрөҫлөгө» арҡаһында, бындай шиғриәтле төшөнсәләр ҙә көтөлгәнсә яңғырамай; строфала интонацион һүлпәнлек ярылып ята:

«

Зәңгәр сәскәләр тажына
Аҡ күбәләктәр төштө;
Көмөш ысыҡ тамсыларын
Ҡоштар һөйөнөп эсте.

»

Инверсияның шиғри ритм тыуҙырыу мөмкинлектәре лә бик ҙур. Быға ышаныу өсөн, түбәндәге строфаны һәм уның грамматик яҡтан дөрөҫ итеп төҙөлгән «вариантын» сағыштырып ҡарау ҙа етә:

«

Пушкины бар минең халҡымдың,
Чапаевы, Максим Горькийы;
Һәр шәхесе уның ғорур яңғырай,

Чайковский яҙған көй кеүек.
(Ғ. Сәләм, «һәйкәл».)
»

һәм:

«

Минең халҡымдың Пушкины,
Чапаевы, Максим Горькийы бар;
Уның һәр шәхесе, Чайковский яҙған
Көй кеүек, ғорур яңғырай.

»

Инверсия шулай уҡ эш-хәрәкәттең ҡапыл һәм дәррәү башланып китеүен дә белдерергә мөмкин. Мәҫәлән, «Китте бейеү, китте йыр, китте уйын» фразаһында йыйындың кинәт ҡыҙып китеүен аңғарырға була.

Инверсия атамаһы латинса inversio (күсереп ҡуйыу) тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан.