Император төрбәһе
Император төрбәһе (нем. Kaisergruft; также Капуцинергруфт нем. Kapuzinergruft — «капуциндар төрбәһе») — Веналағы Изге Рим империяһы, Австрия империяһы һәм Австро — Венгрия императорҙары һәм Габсбургтар нәҫеленең ғаиләләр ағзалары һөйәктәре ятҡан Капуцинеркирхе (сиркәү) криптаһы.
Беренселәрҙән булып был төрбәлә Капуцинеркирхенә нигеҙ һалыусы Императрица Анна һәм уның ире император Матвей ерләнә. Улар 1618 һәм 1619 йылда бер — бер артлы вафат булалар, төҙөлөш тамамланғандан һәм сиркәүҙе изгеләндергәндән һуң, 1633 йылда уларҙың саркофагтары «нигеҙ һалыусылар төрбәһенә» күсерелә. Габсбургтарҙың йөрәктәрен көмөш урналарҙа айырым ҡуйыу йолаһы булған, Йөрәктәр төрбәләрҙә Август сиркәүе янында, ә уларҙың эске ағзалары еҙ урналарҙа Герцог төрбәһендә Изге Стефан соборы аҫтында ерләнгән.
Капуцин сиркәүендәге төрбәлә 12 император (шул иҫәптән, Франц Иосиф I ағаһы Мексика императоры Максимилиан да), 19 императрица (шул иҫәптән, Наполеондың икенсе ҡатыны Мария-Луиза) һәм башҡа күп һанлы Габсбургтар фамилияһынан (барыһы 146 кеше) ерләнгән. Габсбургтарҙан башҡа Император төрбәһендә тағы ла династияға ҡыҫылышы булмаған бер ҡатын-ҡыҙ ерләнгән — графиня Каролина Фукс-Моллард, уның эргәһендә ятырға теләгән Мария Терезияның һөйөклө тәрбиәсеһе. Каролинаның ҡәбер ташына императрица яҙырға ҡушҡан: «Илтифатлы һәм рәхмәтле йөрәктән миһырбанлылыҡты күркәм тәрбиәләүсегә мәңге иҫтәлеккә». Унан башҡа, төрбәлә бальзамланған йөрәктәр менән 4 урна бар.
Капуциндар төрбәһендә һуңғы ерләү 2011 йылдың 16 июлендә уҙғарыла, 2011 йылда вафат булған Габсбургтар нәҫеленең аҙаҡҡы кронпринцы Отто фон Габсбург унда ерләнә.
Император кәшәнәһе 9 бәләкәйерәк кәшәнәләргә бүленә, шулай уҡ Карл I ҡатыны, , иренән 67 йылға оҙағыраҡ йәшәгән императрица Цита Бурон — Пармская һәм уларҙың 2007 йылда улдарының береһе ерләнгән капелла (Gruftkapelle). Матурлыҡ яғынан Карл VI (1720 йылда нигеҙ һалынған) һәм рококо стилендә биҙәлгән Мария-Терезия (1758 йылда) кәшәнәләре айырылып тора.
Табутты сиркәүгә индергән саҡта ерләү процессияһының герольды (хәбәр итеүсеһе) ҡапҡаларға туҡылдата;монастырь башлығы, капуцин — монах, латынь телендә һорай: «Кем был төрбәгә инергә теләй?»; уға яуап бирәләр (миҫал өсөн): «Был кәшәнәгә инеү тураһында Аллаһы Тәғәлә ҡоло Франц һорай; Ерҙәге тормошта ул Австрия императоры булды». Капуцин яуаплай: «Беҙ бындай кешене белмәйбеҙ!». Икенсе мәртәбә шул уҡ хәл ҡабатлана. Өсөнсө мәртәбәгә геролдтең яуабы шулай була: «Бахыр ғонаһҡа батҡан Аллаһы Тәғәлә ҡоло Франц!». Һәм ишектәр асылған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Викимилектә Император төрбәһе темаһы буйынса медиафайлдар бар.
- H`cvb сайт