Император музыка училищеһы
Император музыка училищеһы— революцияға тиклемге Пермь ҡалаһындағы белем биреү учреждениеһы. Себер һәм Пушкин урамдары киҫелешендә урынлашҡан.
Император музыка училищеһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1901 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Пермь |
Урынлашҡан урамы | улица Пушкина[d] |
Архитектура стиле | архитектура модерна[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Адрес | Пермь, улица Пушкина, 17 |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1901 |
Император музыка училищеһы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә1901 йылдың май айында коллегия асессоры Александр Степанович Конев Ҡала думаһына Оло Ям һәм Себер урамдарының киҫелешендә йорт төҙөү буйынса ғариза бирә. Йорт проекты «модерн» стилендә планлаштырыла, ул Пермь архитекторы Василий Васильевич Потапенко тарафынан эшләнә. Йорт үҙенең рельефлы кирбес һалыу менән айырылып һәм ҡаланы биҙәп тора. Благородное собрание йортонан ҡала килә эргә-тирәләге кварталдарҙа и ң ҡиммәтле йорт булып һанала, 1911 йылда баһалау комиссияһы уның хаҡын 10 мең 450 һум күләмендә билдәләй.
А. С. Конев 1906 йылға тиклем йорт хужаһы була, унан һуң ул Иван федорович Федотовҡа күсә. Федотовтың фирмаһы Сенной баҙарҙа тимер-томор менән сауҙа итә. Ошо уҡ йортта Иосиф Фишмандың дауалау йорто урынлаша, 1907 йылғы "Пермь губерна ведомостәре"ндәге рекламаға ярашлы, бында нервы ауырыуҙарынан, ревматизмдан, һимереүҙән һәм тире ауырыуҙарынан дауалайҙар.
Йорт 1914 йылда, бында Император музыка училищеһы һәм ноталар китапханаһы асылғандан һуң, киң билдәлелек ала. Был учреждениелар халыҡ айыҡлығы буйынса Пермь губерна попечителлеге эгидаһы аҫтында асыла, ул ваҡытта уның рәйесе А. Д. Городцов була. Ул үҙе китапхананы ойоштора, уның нигеҙендә Городцовтың шәхси фондтары ята. Училище ирле-ҡатынлы Л. Н. һәм М. З. Басов-Гольдбергтар көсө менән булдырыла. Улар башта 1907 йылдың 1 декабрендә Базановтарҙың йортонда фортепиано кластары асалар, ә 1908 йылда Оло Ям һәм себер урамы мөйөшөндәге йортҡа күсенәләр. Бында улар музыка-драма мәктәбен асалар, унда йыр, скрипка, виолончель һәм фортепиано буйынса дәрестәр үткәрелә, уҡыу өсөн йылына 80, 100, 125 һум түләнә. Ирле -ҡатынлы Басов-Гольдбергтар был йортта 1913 йылға тиклем эшләйҙәр, шунан улар, ҡалаға училищены бүләк итеп, Пермдән күсеп китәләр. Училище Император исемен йөрөтә башлай, йәғни дәүләт училищеһы. Училище һәм китапхана 1917 йылға тиклем эшләп киләләр.
Октябрь революцияһынан һуң, 1918 йылда, йортто властар тартып алалар һәм йәрәхәтләнгән яугирҙар союзына тапшыралар. 1919 йылда йортта Ҡыҙыл Армия хәрби начальнигы В. К. Блюхер туҡтай — был ваҡиға иҫтәлегенә 1968 йылың 9 ноябрендә йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйыла, уның авторы — Ю. Ф. Екубенко. 1921 йылда бында губполитпросвет, губполитотдел һәм губнаробраз урынлаша.
Хәҙерге көндә бинала төрлө шәхси фирмалар урынлашҡан.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Олег Гайсин. Улица Пушкина . Метросфера. Дата обращения: 29 март 2014. Архивировано 2 октябрь 2013 года. 2013 йыл 2 октябрь архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Спешилова Е. А. Старая Пермь: Дома. Улицы. Люди. 1723-1917. — Пермь: Курсив, 1999. — 580 с. — 5000 экз.