Ильяс бей мәсете
Ильяс бей мәсете (төр. İlyas Bey Camii) — Төркиәнең Айдын провинцияһы Дидим районы Милет ҡалаһындағы тарихи мосолман ҡоролмаһы. Мәсет 1403 йылда Ментеше бейлегенең һуңғы хакимы Ильяс бей (1402—1421) ҡушыуы буйынса төҙөлгән.
Ильяс бей мәсете | |
Нигеҙләү датаһы | 1403 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Q20101161? |
Дәүләт | Төркиә |
Административ-территориаль берәмек | Дидим[d] |
Архитектура стиле | Anatolian Seljuk architecture[d] |
Рәсми сайт | miletilyasbey.com |
Ильяс бей мәсете Викимилектә |
Архитектура
үҙгәртергәМәсет мәҙрәсә һәм Һамам менән бер комплекс тәшкил итә. Мәсет Милет харабаларынан алынған мәрмәр блоктарҙан төҙөлгән[1]. Намаҙ залы 14 метр диаметрлы кирбес көмбәҙ менән ослана. Көмбәҙ черепица менән ябылған, дүрт стена менән тотторолған һигеҙ мөйөшлө нигеҙгә ултыртылған. 1955 йылда ер тетрәгәндә кирбес манара емерелгән. Комплекс боронғо Милет ҡалаһы археологик ҡаҙылмаларына яҡында урынлашҡан. Уның эргәһендә византий осорона ҡараған мунсалы вилла ҡалдыҡтары табылған. Ер тетрәгәндә зыян күргән комплекс өлөшләтә генә тергеҙелә һәм оҙаҡ йылдар буйы тәбиғәт йоғонтоһонан һаҡлауһыҙ була[1]. 2007 йылда киң күләмле тергеҙеү эштәре башлана, иң элек тикшереү һәм документлаштырыу башҡарыла, шунан һуң ғына, ошо уҡ йылдың октябрендә, комплексты реконструкциялауға тотоналар. Эш 2011 йылдың йәйенә тамамлана[1][2].
Ильяс бей комплексы 2012 йылда мәҙәни мираҫты һаҡлау маҡсатындағы Europa Nostra наградаһына лайыҡ була[1].
Галерея
үҙгәртергә-
Мәсет интерьеры
-
Яҙма
-
Колонкалар
-
Ҡәбер ташы
-
Мукарна менән михраб
-
Комплекс — алыҫтан
-
Яҙма
-
Ҡыйығынан асылған күренеш