Икмәк (шиғыр)

Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури шиғыры. 1917 йылда яҙылған

ИкмәкБашҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури шиғыры. 9-сы кластың Башҡорт әҙәбиәте дәресе программаһына индерелгән. 1917 йылда яҙылған[1][2].

Икмәк
Атамаһы Икмәк (шиғыр)
Жанр шиғыр[d]
Автор Ғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы
Әҫәр яҙылған тел татар теле
Нәшер ителеү ваҡыты 1917

Мәжит Ғафуриҙың Октябрь инҡилабы осорондағы ижады

үҙгәртергә

Мәжит Ғафури ил һәм ябай хеҙмәт халҡы өҫтөнә килгән тарихи-ижтимағи афәтте — һуғышты аңлау юлында ҡапма-ҡаршылыҡлы ҡараштар аша шаҡтай үҫеү юлын үтә. Февраль инҡилабынан Октябрь инҡилабына тиклемге аралыҡта шағир «Бөтһөн һуғыш», «Икмәк! Икмәк!» сәйәси көн ҡаҙағына тап килгән шиғырҙар яҙҙы[3][4].

«Икмәк» шиғыры

үҙгәртергә

«Икмәк» шиғыры башта «Ирек» гәзитенең 1917 йылдың 8 майында баҫыла. Шул уҡ йылда ул Өфөлә донъя күргән «Ҡыҙыл байраҡ» йыйынтығына, 1922 йылда Ҡазан баҫмаһына алына. 1950 йылда, ҡайһы бер һүҙҙәре үҙгәртелеп, 6 томлыҡ һайланма әҫәрҙәренең 1-се томында баҫыла.



«Икмәк!.. Икмәк!» — тип, урамдарға атылған кемдәр ул?
Ас тороп, йөҙҙәре һарғайған вә һул(ы)ған кемдәр ул?..

Бер һыныҡ икмәкте телдәрҙә һаман тәсбих итеп:
«Икмәк!.. Икмәк!» — тип, урамда ҡысҡырған кемдәр ул?..

Ниндәй тәьҫирле тауыштар!.. Саф йөрәктәрҙе өҙә,
Был рәүешле ҡысҡырырға мәжбүр булған кемдәр ул?..

Ас балаларын илатып, өйҙәрендә ҡалдырып,
Он көтөп көндәр буйына бында торған кемдәр ул?


Тол ҡатындар, ас етемдәрҙең ауазы — тауышы ул,
Бер туйырға әрнешеп, эҙләй улар бер изге юл.

Һурылып байҙар тарафынан уларҙың ҡандары,
Саҡ тороп ҡалған уларҙың тәндәрендә йәндәре.

Көс менән донъя көтөүселәр, — шулар «икмәк!» тиҙәр,
Эш менән бар донъяны мәсғүт итеүсе эшселәр.[5]

Төп фекере һәм художество алымдары

үҙгәртергә

Ике инҡилап — Февраль һәм Октябрь революциялары — араһындағы ҡатмарлы осорҙа гражданлыҡ шиғриәтен үҫтереүҙә Ғафури күп көс һалды, үҙенсәлекле ижади батырлыҡ күрһәтте. «Саф йөрәктәр» «ас торалар» «йөҙҙәре һарғайған» уларҙың тигән тасуирлау алымдары ярҙамында ижтимағи-социаль хәлдең ни тиклем дә ҡатмарлы булыуын асты. Нығытылған һүҙбәйләнештәр аша («байҙар тарафынан ҡандары һурылыусы», «тәндәрендә йәндәре саҡ тороп ҡалған») ҡылыҡһырлаған хеҙмәтсән халыҡ «бер туйырға әрнешеп» көн итә. «Бер һыныҡ икмәккә» зар кеше төп ризыҡҡа тәсбих әйтә, уны күккә күтәреп данлай[6]. Был шиғыр хәҙерге замандың туҡ кешеһен дә уйландырырлыҡ актуаль теманы еткерә, икмәк ҡәҙерен белергә өйрәтә.

«Мәжит Ғафури шиғырҙарын уҡыйбыҙ» конкурсы

үҙгәртергә

2020 йылда, шағирҙың 140 йәшен билдәләгән көндәрҙә, Башҡортостан мәҙәниәт минстрлығы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Мәжит Ғафуриҙың халыҡ-ара йәмәғәт фонды «Мәжит Ғафури шиғырҙарын уҡыйбыҙ» конкурсы иғлан итте. Шиғри флешмобта күп кеше ҡатнашты һәм башҡорт халыҡ шағирына булған ихтирамын күрһәтте[7].

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Урыҫ мәктәптәренең 9 синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте / Д. С. Тикеев, Б. Б. Ғафаров, Ф.Ә. Хөснөтдинова.- Өфө: Китап, 2006.
  • Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. I том, 496 б. (426, 486 бб.) / Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978
  • Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1-се том / Ғ. Хөсәйенов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ә. Мирзаһитов, С. Сафуанов, З. Ураҡсин, Р. Шәкүр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990.
  • История башкирской литературы. Т. 1. Уфа: Китап, 2014.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Урыҫ мәктәптәренең 9 синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте / Д. С. Тикеев, Б. Б. Ғафаров, Ф.Ә. Хөснөтдинова.- Өфө: Китап, 2006.
  2. Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. I том, 496 б. (426, 486 бб.) / Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978
  3. Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. I том, 496 б. (426, 486 бб.) / Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978
  4. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1-се том / Ғ. Хөсәйенов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ә. Мирзаһитов, С. Сафуанов, З. Ураҡсин, Р. Шәкүр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990
  5. Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. I том, 496 б. (426, 486 бб.) / Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978
  6. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1-се том / Ғ. Хөсәйенов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ә. Мирзаһитов, С. Сафуанов, З. Ураҡсин, Р. Шәкүр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990.
  7. Флешмоб «Поэты читают поэта» к 140-летию Мажита Гафури