Изобреталь Комфорт

«Изобреталь Комфорт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте — Рәсәйҙәге шәхси инжиниринг компанияһы, 2010 йылда эшҡыуарҙар Алексей Фоменко һәм Кирилл Ершов тарафынан асылған. Биналарҙы һәм ҡоролмаларҙы үҙе йөрөй алмаған кешеләр, инвалидтар һәм балаһын арбала йөрөткән әсәләр өсөн яраҡлаштырыу менән шөғөлләнә. «И-Пандус» тигән сауҙа маркаһы менән билдәле, тар баҫҡыслы подъездарға ҡуйыла торған йыйылмалы стационар пандустар етештерә.

Изобреталь Комфорт
Тип

шәхси компания

Нигеҙләнгән

2010

Нигеҙләүсе

Алексей Фоменко, Кирилл Ершов

Уранлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Мәскәү

Төп фигуралар

Анастасия Красникова
(ген. директор)

Тармаҡ

научные исследования и разработки в области естественных и технических наук

Сайт

http://izobretal.ru/

Компанияны 2010 йылда Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетын тамамлаған Алексей Фоменко менән Кирилл Ершов ойоштора. Улар студент саҡтарында уҡ түләүле нигеҙҙә төрлө уйлап табыу заказдары үтәй, клиенттарына яңы ҡоролмалар эшләгәндә теге йәки был техник мәсьәләне хәл итешә. Башланғыс капитал туплағас, улар «Изобреталь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен аса, бер нисә хеҙмәткәрҙән торған инжиниринг компанияһын ойоштора[1][2].

Компания эшмәкәрлегендә 2011 йыл хәл иткес әһәмиәткә эйә була. Бер проект өҫтөндә эшләгәндә Фоменко менән Ершов янғын хәүефһеҙлеге нормалары арҡаһында тар баҫҡыслы стандарт йорттарҙа инвалидтар өсөн бер ниндәй ҡулайлама ла ҡуйып булмауын аңлай. Ошо арҡала бындай подъездарҙы үҙ аяғында йөрөй алмаған кешеләр өсөн ҡулайлаштырыу мөмкин түгел. Тағы дүрт инженерҙы йәлеп итеп, улар бындай биналар өсөн тағатыла һәм йыйыла торған махсус пандустар уйлап сығарыу эшенә тотона. Эш йыл буйы бара, 2 миллион һум самаһы аҡса тотонола, һөҙөмтәлә "И-Пандус"тың («И» хәрефе — «идеаль» тигән һүҙҙән) беренсе һынау данаһы хасил була. Йәштәрҙең фәнни-техник ижады конкурсында еңеү һәм 400 мең һумлыҡ грант алыу бизнестың артабан үҫеүенә булышлыҡ итә[3][4].

Эшкәртмәселәр үҙҙәре уйлап тапҡан ҡулайламаны 2012 йылда Мәскәү мэрияһы күргәҙмәһендә күрһәтә, бында уға баш ҡала мэрының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Пётр Бирюков иғтибар итә. Фоменко: «Күргәҙмәләге уңыштан һуң компанияға өлөш индерергә теләүселәрҙән сират яһалды. Ләкин беҙгә аҡса тоҡсайы түгел, ә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ баҙарын белгән кеше кәрәк ине», — ти. Стартапҡа 9 миллион һум һалған инвесторҙың исемен компания сер итеп тота, ләкин ҡайһы бер баҫмаларҙа сыҡҡан хәбәрҙәргә ҡарағанда, был кеше — бизнесмен Андрей Герман, ул "И-Пандус"тарҙы һатыу өсөн махсус асылған «Изобреталь Комфорт» тигән предприятиеның 49,94%-лы өлөшөнә хужа[3][5].

Пандусҡа заказдарҙы нигеҙҙә «Уңайлы мөхит» инфраструктураға яраҡлашыу программаһын тормошҡа ашырыусы дәүләт һәм муниципаль ойошмалар бирә, коммерция компанияларынан, торлаҡ милекселәре ширҡәттәренән һәм йорттарға идара итеүсе компанияларҙан да заказ килгеләй. Сериялы етештереүҙе башлағандан алып 2013 йыл аҙағына тиклем компанияның табышы ете тапҡыр арта, Мәскәүҙең 125 управаһының 20-һе компания хеҙмәте менән файҙалана. Предприятие айына уртаса алты пандус эшләй, береһенең хаҡы — 180—200 мең һум. 2014 йыл аҙағына компания Мәскәүҙә 70-ләп пандус ҡуя, Тула менәнТөмәндән дә килеп алалар. Етәкселек продукцияһын Латин Америкаһы менән Ҡытай баҙарына ла оҙатырға йыйыныуын белдерә[3].

Рәсәйҙә социаль эшҡыуарлыҡтың сағыу вәкиле булараҡ, Алексей Фоменко социаль йүнселлек тураһындағы закон проектын Федерация Советының Социаль сәйәсәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, РФ-та Социаль эшҡыуарлыҡ һәм социаль өлкәләге эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге өлкәһендәге ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса эшсе төркөм етәксеһе Александр Борисов менән тикшереүҙә ҡатнаша[6].

Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Компания, нигеҙҙә, "И-Пандус"тар, вандализмға ҡаршы композит материалдарҙан эшләнгән һәм инвалидтарға, арбалы әсәләргә, тәгәрмәсле сумка һөйрәп йөрөгән ололарға һәм башҡа ауыр хәрәкәт итеүсе кешеләргә баҫҡыстан йөрөүҙе еңелләштерә торған махсус ҡулайламалар етештереү һәм урынлаштырыу менән шөғөлләнә. Пандустар йорттарҙың подъездарына, магазиндарға, дәүләт учреждениеларына, заводтарға, складтарға — арба менән йөрөлә торған теләһә ҡайһы биналарға ҡуйыла. Йыйып ҡуйылған хәлдә «И-Пандус» баҫҡысты биләп тормай, кеше йөрөүгә ҡамасаулыҡ итмәй, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙмай, сөнки тотонғос аҫтына йә стена буйына беркетелә. Пандусты тағатыу йә йыйыу төймәгә баҫып (электрға тоташтырылған моделдә) йәки тотҡосто әйләндереп (механик моделдә) эшләнә. Яҡтарын киңлеккә көйләп була, шунлыҡтан "И-Пандус"тан төрлө колеялы арбалар менән йөрөргә мөмкин. Электрон асҡыс йә дистанциялы пульт аша эшләтелә торған моделдәр ҙә бар, ундайҙарҙы уйнау, шаярыу маҡсатында ҡулланып булмай[7][8][9].

Бынан тыш компания радиоэлектроника, машиналар эшләү, бәләкәй энергетика һәм производствоны автоматлаштырыу тармаҡтарында ваҡ-төйәк проекттар менән шөғөлләнә, мәғлүмәт-аналитик һәм мәғлүмәт-эҙләнеү эштәре алып бара, производстволарҙы конструкторлыҡ, технологик документация һәм башҡа мәғлүмәти материалдар, шул иҫәптән компьютерҙа ҡулайламаның виртуаль моделен эшләү һөҙөмтәләре менән тәьмин итә. Төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн интуитив эҙләнеү алымдары (мейе штурмы, синектика, фокаль объекттар ысулы), систематик эҙләнеү алымдары (морфологик ҡараш, системалы анализ, Коллер ысулы), логик эҙләнеү, шул иҫәптән уйлап табыу мәсьәләләрен сисеү теорияһы, алымдары файҙаланыла[10].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Валерия Лященко. Пандус, который устроит всех. Квартирный ряд (9 август 2011). Дата обращения: 17 май 2015.
  2. Анастасия Сухорослова. Искусство разрушать барьеры. Новый Бизнес (26 ноябрь 2014). Дата обращения: 17 май 2015.
  3. 3,0 3,1 3,2 Виктория Чарочкина. Изобретатели лёгкости. Коммерсантъ (17 июнь 2014). Дата обращения: 17 май 2015.
  4. Инжиниринговая компания «Изобреталь» выиграла грант НТТМ-2011. Префектура ВАО Москвы (11 июль 2011). Дата обращения: 17 май 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
  5. Илья Носырев. Инвестиции в изобретательность. Деловая среда (11 декабрь 2012). Дата обращения: 17 май 2015.(недоступная ссылка)
  6. Мария Кочетова. Александр Борисов: Закон о социальном предпринимательстве даст право на получение господдержки. Парламентская газета (12 декабрь 2014). Дата обращения: 17 май 2015.
  7. Александр Зюзяев, Дмитрий Потапенко. Пандусы на все случаи жизни. Гость программы: сооснователь компании «Изобреталь Комфорт» Кирилл Ершов. Комсомольская правда (29 август 2014). Дата обращения: 17 май 2015.(недоступная ссылка)
  8. Олег Потапов. Город безграничных возможностей. В Москве набирает силу производство раздвижных пандусов. Всероссийский сайт инвалидов (30 ноябрь 2013). Дата обращения: 17 май 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
  9. Юрий Егоров. Инновационный пандус. Наука и жизнь (12 апрель 2012). Дата обращения: 17 май 2015.
  10. Методики. Изобреталь (12 апрель 2012). Дата обращения: 17 май 2015. 2015 йыл 14 февраль архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә