Изге Троица ғибәҙәтханаһы (Чернецов утары)
Изге Троица ғибәҙәтханаһы— Ростов өлкәһе Ҡыҙыл Сулин районының Чернецов утарында төҙөлгән.
Изге Троица ғибәҙәтханаһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1882 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Чернецов[d] |
Епархия | Донская и Новочеркасская епархия[d] |
Тарихы
үҙгәртергә1877 йылда Чернецов ҡасабаһының крәҫтәин йәмғиәтенең ышаныс ҡағыҙы буйынса ер биләүсе Семен Данилович Соколов Дон епархияһына сиркәү төҙөү үтенесе менән мөрәжәғәт итә (әйтелгән ҡасабала). Каменский епискобы ярҙамсыһы И. Пашинский рапорты буйынса был үтенес башта кире ҡағыла. Әммә 4 йылдан һуң 1882 йылда Троица сиркәүе килеүселәр аҡсаһына төҙөлә. Исемлектә сиркәү бинаһы таштан ике ҡатлы, ҡабырғаһында башняһы бар, ҡыйығы тимер менән ябылған тип билдәләнә. Сиркәүҙең штаты Изге Синод тарафынан 1882 йылда раҫлана, унда рухани, псаломсы, просфорня була. Сиркәү бай йыһазландырылған. Совет власы йылдарында ғибәҙәтхананың башняһы емерелә, көмбәҙе алып ташлана һәм ул оҙаҡ ваҡыт иген келәте булып ҡулланыла. Ғибәҙәтхана эргәһендә шулай уҡ Чернецов ауылы мәҙәниәт йорто төҙөйҙәр, әлеге көндә уның тәҙрәләренән ярым емерек Изге Троица сиркәүе күренеп тора.
Руханиҙары
үҙгәртергә- 1882—1896 — Колпиков Николай Васильевич. Бронза тәре һәм Андреев таҫмаһында «1853-1856 йй. иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнгән
- 1896 — Орехов Иоанн Иоаннович. «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн» бармицаһы менән бүләкләнгән (1904 й.)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Кудрявцев, В. Троицкая церковь поселка Чернецевского / В. В. Кудрявцев // Сулинская земля: страницы истории. — Ростов н/Д., 1999. — С.143-146.
- Мякинченко, В. Троицкая церковь поселка Чернецовского / В. А. Мякинченко // Сулин и сулинцы: слов. — справ. — Красный Сулин, 2002. — С.99.
- http://ru.wikipedia.org/
- Sobory. Ru
- Krsulin.ru